Чернушки (Псков өлкәһе)
Чернушки — Псков өлкәһендәге Локнян районындағы элекке ауыл.
Чернушки | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Локнянский район[d] |
Чернушки Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәАуыл Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзы Геройы Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы (Александр Матросов) ҡаһарманлыҡ ҡылған булыуы менән билдәле.
Чернушки ауылы Чернушка йылғаһы буйында, хәҙерге Локнян районы Самолуков улусы территорияһында урынлашҡан. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Чернушкиҙа коллектив хужалыҡ булған, унда йәшәүселәр етен үҫтергәндәр. Немец ғәскәрҙәре ауылға яҡынлашҡас, ҡайһы бер кешеләр ауылдан яҡындағы ҡарағай урманына һәм тирә-яҡ һаҙлыҡтарға ҡасҡан. Чернушкиҙа ҡалғандар үлтерелә йәки әсирлеккә ҡыуып алып кителә.
1943 йылдың 27 февралендә 91-се айырым Себер доброволецтар бригадаһының 2-се батальоны Чернушки һәм Черная ауылдарында дошман урынлашҡан нығытмаға һөжүм итәләр. Һуғыш ваҡытында Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы ҡаһарманлыҡ күрһәтә,кәүҙәһе менән дзот амбразураһын ҡаплай. Һуғыш ваҡытында Чернушки ауылы тулыһынса емерелгән[1][2].
Александр Матросов һәләк булған урында мемориаль комплекс ҡуйылған[3]. Башта мемориал дзот һәм обелискынан торған. Обелиск тура мөйөшлө параллелепипед, өҫкә табан башына шар ҡуйылған киҫелгән пирамидаға әйләнә, һәм уға «Бында Советтар Союзы Геройы А. Матросов һәләк булған» тип яҙылған мемориаль таҡтаташ беркетелгән.
1978 йылда Белорусия политехник институтының архитектура кафедраһы уҡытыусыһы Всеволод Лагуновский мемориалды реконструкциялау проекты әҙерләгән. Шул уҡ йылда үҙ теләге менән студент отряды реконструкция үткәргән. Монумент эргәһендәге дзот Чернушка янындағы һуғыш ваҡытында булғанынса тергеҙелгән[4].
1948 йылда Александр Матросов Бөйөк Лукиға күсереп ерләнә. 1971 йылда Бөйөк Лукиҙа Александр Матросов исемендәге Хәрби Комсомол Дан музейы асыла. 1985 йылда Бөйөк Луки ҡалаһындағы мемориал янында мәңгелек ут ҡабыҙыла, уға газ махсус контейнерҙан бирелеп тора. 2009—2010 йылдарҙа комплекста ремонт эштәре алып барыла, мәңгелек утҡа газ үткәргес аша газ биреү планлаштырыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В. Викторов Деревня Чернушки // Смена. — июль 1944. — № 412.
- ↑ В том бою отличился не только Матросов // Рабочая газета. — 27 февраля 2007. — № 224.
- ↑ Деревня Чернушки. Место гибели Александра Матросова
- ↑ Беспамятство 2 // Местная газета. — 17 ноября 2009.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Морозкина Е. Н. Псковская земля / Морозкина Е. Н. — М. : Искусство, 1975. — 167 с.
- Герой Советского Союза гвардии рядовой Александр Матросов : [сборник] / [Ред. М. Гильгулин]. — [Москва] : Госполитиздат, 1943