Черноярова йорто (Таганрог)
Черноярова йорто — Таганрог ҡалаһының Грек урамында, 30-сы һанлы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты (Өлкә советының Бәләкәй Советы 301-се ҡарары, 18.11.1992).
Иҫтәлекле урын | |
Черноярова йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Таганрог, Грек урамы, 30 |
Төҙөлгән ваҡыты | ХIХ быуаттың икенсе яртыһы |
Черноярова йорто Викимилектә |
Йорттоң тарихы
үҙгәртергәРостов өлкәһе Таганрог ҡалаһы Грек урамы, 30-сы һанлы бер ҡатлы йорт XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында ошо йорттан алып Дворцовый тыҡрығына тиклем Грек урамының һул яғында Император ғәли йәнәптәренең йорт фасадтарын төҙөү йыйынтығына ярашлы капиталь ҡоролмалар төҙөлә башлай. Бындай фасадтар Рәсәй империяһында шәхси йорттар төҙөгәндә йыш ҡулланылған[1].
Октябрь революцияһына тиклем йорт дворян ҡатыны Ольга Николаевна Черноярова милкендә була. Уның ире, Алексей Федорович, отставкалағы генерал-майор, 80-се йәшендә 1910 йылдың 20 майында һуҡыр эсәге ярһыныуҙан үлә. Успение ғибәҙәтханаһында уға йыназа уҡыла.
Совет власы йылдарында бина милли объектҡа үҙгәртелгән. Әлеге мәлдә йорт хужалары тарафынан бушатылған һәм һатыуға ҡуйылған.
Архитектур үҙенсәлектәре
үҙгәртергәГрек урамы, 30-сы һанлы йорт кирбестән һалынған, асимметриялы формала, ҡыйығы ике яҡлы. Ҡабырға тәҙрәләре ябай, биҙәүһеҙ . Бинаның цоколе ҡуйы һоро төҫкә буялған, уның өҫтөндәге ҡаты аҡһыл-һоро төҫтә, ваҡ архитектура элементтары аҡ төҫтә. Йорттоң ҡаттары араһына тешле кәрниз эшләнгән. Йорттоң уң яҡтағы өс тар тәҙрәләре пилястрҙар, тура мөйөшлө сандриктар менән биҙәлгән. Тәҙрә өҫтөнә өс мөйөшлө фронтон һәм аттик эшләнгән. өй фасады штукатурланған, ҡабырға стеналарының ҡыҙыл кирбесе һыланмай асыҡ ҡалған.
Ҡунаҡ ишегенең өҫтөндә шулай уҡ фигуралы сандриктар тора. Йорт ишек алдына һул яҡтағы тимер ҡапҡа аша инәләр.[2].
Әҙәбиәте
үҙгәртергәГаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Таганрог. Греческая улица, 30 2017 йыл 17 март архивланған.