Чернецов Алексей Владимирович

Чернецов Алексей Владимирович (1 март 1945 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-археологы. Тарих фәндәре докторы (1988), профессор (1996).

Чернецов Алексей Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 март 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Москва[d]
Һөнәр төрө археолог
Эш урыны Институт археологии РАН[d]
Российский православный университет[d]
Рәсәй дәүләт гуманитар университеты
Уҡыу йорто исторический факультет МГУ[d]
Ғилми исеме профессор[d]

250-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән монографиялар яҙыусы[1] һәм бик күп экспедицияларҙа ҡатнаштыусы[2].

Биографияһы

үҙгәртергә

Алексей Владимирович Чернецов 1945 йылдың 1 мартында Мәскәүҙә тыуған.

1968 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.[2]

Юғары һөнәри белем алғандан һуң СССР Фәндәр академияһының Археология институты хеҙмәткәре булып эшләй (хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты, 1968—1972 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының археология кафедраһы аспирантураһында ситтән тороп уҡый.

1973 йылда «Боронғо Русь һөрөү ҡоралы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3], 1988 йылда «XIV—XV быуатты феодаль Рустә донъяи символика» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[4] , академик Б А. Рыбаков уның уҡытыусыһы була.

Археология институтында 1968—1991 йылдарҙа лаборант, өлкән лаборант, кесе фәнни хеҙмәткәр, фәнни хеҙмәткәр, өлкән фәнни хеҙмәткәр вазифаларында эшләй.

1991 йылда Алексей Чернецов РФА Археология институтының славян-рус археологияһы бүлеген етәкләй һәм уҡытыу эшмәкәрлеген башлай — башта изге Иоанн Богослов исемендәге Россия православие университетында (РПУ), артабан — Россия дәүләт гуманитар университетында (РГГУ, 1996 йылдан ошо юғары уҡыу йортоноң музейология кафедраһы профессоры була).[2]

А. В. Чернецов РФА Археология институтының фәнни советы (1991 йылдан), институттың диссертация советы (1988 йылдан); РГГУ диссертация советы ағзаһы (2001 йылдан). Ғалим шулай уҡ «Живая старина» журналының редколлегия ағзаһы (1994 йылдан) «Российская археология» журналының редколлегияһында эшләй (2001 йылдан).

Алексей Владимирович 1994—1996 йылларда «РФ-тың танылған ғалимы» дәүләт фәнни стипендияһы стипендиаты була. 1998 йылдан 1999 йылға тиклем Принстонда (АҠШ) перспективалы тикшеренеүҙәр институтынжа хеҙмәт һала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • В Челяп П. Чернецов Алексей Владимирович // Рязань энциклопедия. Т. III. Рязань, 2002.

Һылтанмалар

үҙгәртергә