Червона рута (йыр)

:

Червона рута
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр поп-музыка[d]
Башҡарыусы/артист Ротару София Михайловна
Тауыш яҙҙырыу лейблы Мелодия[d]
Ил  СССР
Әҫәрҙең теле украин теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1 ғинуар 1971
Композитор Ивасюк, Владимир Михайлович[d]
Текст авторы Ивасюк, Владимир Михайлович[d]
Оҙайлылыҡ 249 s

«Червона рута» — композитор Владимир Ивасюктың 1970 йылда яҙылған эстрада йыры. 1970-80 йылдарҙа популяр булған был йырҙы башта Левко Дутковский етәкселегендәге «Смеричка» вокаль-инструменталь ансамбле башҡара, ә һуңғараҡ Анатолий Евдокименко етәкселек иткән «Червона рута» ВИА-һы аккомпониатрлығында София Ротару йырлай башлай.

«Червона рута» донъя кимәлендә иң билдәле украин йырҙарының береһенә әйләнә. «Бөтә донъяны урап сығып, һуңғы ҡырҡ йылдың супер-хитына»[1] әйләнгән был йыр үҙенең беренсе башҡарыусыларына ғына түгел, шулай уҡ авторына ла ҙур уңыштар алып килә. Владимир Ивасюк I Бөтә Союз совет йыры «Йыр-71» телевизион фестивале лауреаты булды.

Яҙылыу тарихы

үҙгәртергә

Владимир Ивасюк, 1970 йылда Черновцы медицина институтында[2] уҡыған сағында уҡ был йырҙы яҙа. Ивасюк 1906 йылда коломыек йыйынтығы баҫтырып сығарған Владимир Гнатюк ижады менән ҡыҙыҡһына һәм унан ҙур илһам ала, унда шундай юлдар була:

Ой ходила, говорила гільтайова мати, Назбирала троєзілля мене чарувати, Назбирала троєзілля червону рутоньку,

Та й схотіла зчарувати мене, сиротоньку..

Йырҙың автор башҡарыуындағы премьераһы «Яҡшы кәйеф камертоны» программаһында яңғырай. Йырҙы яҙҙырыу өсөн студияға Валерий Громцев етәкселегендәге «Карпаты» ансамбле саҡырыла. Ивасюкҡа йәш кенә музыка уҡытыусыһы Елена Кузнецова йырҙы башҡарҡанда ҡушылып йырлап тора[3]. 1970 йылдың 13 сентябрендә Театр майҙанында меңәрләгән халыҡ алдында Черновицкая телестудияһы «Червона рута» һәм «Водограй» йырҙарын бөтә Украинаға транцляциялай.

Был тормошҡа юллама биреүҙә һәм йырҙың популярлығын арттырыуҙа Левка Дутковский етәкселегендәге «Смеричка» вокаль-инструменталь ансамбле (солистар — Василий Зинкевич һәм Назарий Яремчук, тауыш режиссёры — Василий Стрихович) ҙур өлөш индерә. «Смеричка» вокаль-инструменталь ансамбле солистары башҡарыуында «Червона рута» «Йыр-71» I Бөтә Союз совет йырҙары телевизион фестиваленең финалына үтә. Фестивалдең йомғаҡлау концертында йырҙы Юрий Силантьев етәкселегендәге СССР-ҙың Бөтә Союз радиоһы һәм Үҙәк телевизион тапшырыуҙарының эстрада-симфоник оркестры оҙатыуында Владимир Ивасюк һәм «Смеричка» солистары Василий Зинкевич һәм Назарий Яремчук башҡара.

Был йыр ҙур танылыу алып өлгөрмәгән йырсы София Ротаруның беренсе уңышын билдәләй һәм уның визит карточкаһына әйләнә. 1971 йылда «Укртелефильм» студияһында ҡыҫҡа метражлы «Червона рута» уйынлы телефильмы төшөрөлә, ул үҙенең исемен йыр атамаһынан ала. Фильмда төп ролдәрҙе Василь Зинкевич һәм София Ротару башҡаралар. Шул уҡ йылда йырсы София Ротаруның тормош иптәше Анатолий Евдокименко тарафнан Черновицк өлкә филармонияһында «Червона рута» вокаль-инструменталь ансамбле ойошторола, һәм София Ротару был ансамбль менән берлектә СССР буйлап үҙенең беренсе гастроле менән сәфәргә сыға. 1972 йылда «Мелодия» фирмаһы София Ротаруның оҙаҡ уйнаусы тәүге соло пластинкаһын сығара, унда бөтәһе 13 йыр инә. Альбомдың төп йыры булып, әлбиттә, «Червона рута» тора.

Билдәле башҡарыусылар

үҙгәртергә
  • Владимир Ивасюк һәм Е. Кузнецовтың «Карпат» ВИА-һы [1]
  • «Смеричка» ВИА-һы[2]
  • София Ротару [3]
  • Назарий Яремчук [4]
  • Василий Зинкевич [5]
  • Василий Зинкевич һәм София Ротару [6]
  • Ярослав Евдокимов [7]
  • Богдан Косопуд [8]
  • Вахтанг Кикабидзе [9]
  • Олег Ухналев
  • Этери Челидзе
  • «Иң мөһиме тураһында элекке йырҙар» программаһында йырҙы Богдан Титомир башҡарҙы[10]
  • 2005 йылда «Йыл йыры» фестивалендә яңы рэп-аранжировкала София Ротару [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A2%D0%9D%D0%9C%D0%9A Танок на Майдані Конго] төркөмө менән бергә башҡара[11]
  • Ани Лорак [12]
  • Таисия Повалий[13]
  • Тарас Чубай, украин рок-төркөмө йырсыһы Плач Єремії [14]
  • Семен Канада (2012 йылдағы яҙма)
  • Самоцвет ВИА-һы [15]
  • Захар Май [16]
  • «No-To-Co» ВИА-һы Польша
  • Бьянка [17]
  • Украин ультрасы [18]
  • «Теріторія А» программаһында йырҙы ул осорҙоң төп украин башҡарыусылары Виктор Павлик, Евгения Власова, Юрко Юрченко, ЛёмиЛём һәм программаны алып барыусы Анжелика Рудницько [19]
  • Golem [20]
  • Марина Девятова [21]
  • Турецкий хоры [22]
  • Toto Cutugno [23]
  • Анна Седокова [24]
  • Червона Рута Chervona Ruta in English [25]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Владимир Ивасюк Й. 1 Частина. Беҙ Пісня бу поміж. // www.UMKA.com.ua 2009 йыл 21 июнь архивланған. (укр.)
  2. «Червона рут» 45 йыл тулды
  3. day.kiev.ua 2008 йыл 14 ғинуар архивланған. Параска Нечаєва. … Догандың өсөн «червона рут». Василь ХХ пісень українських століття роблять звукорежисер найпопулярніших фоногр Стріхович / Газета «Көн», № 1, 2006 січня 13

Һылтанмалар

үҙгәртергә