Чарльтон Бобби
Сэр Роберт Чарльтон (Чарлтон)[13] (ингл. Sir Robert Charlton; 11 октябрь 1937 йыл), Бобби Чарльтон булараҡ билдәле (ингл. Bobby Charlton) — инглиз футболсыһы, Англия йыйылма командаһы составында донъя чемпионы һәм 1966 йылда «Алтын туп» эйәһе. Карьераһының күп өлөшөн "Манчестер Юнайтед"та үткәрә, капитан була. Чарльтон һөжүм итеүсе ярымһаҡсы була, дриблинг, тура пас биреү һәм тупты алыҫҡа тибеү оҫтаһы була. Күптыр уны Англияның барлыҡ замандарының бөйөк футболсыларының береһе тип таный[14].
Чарльтон "Манчестер Юнайтед"тың төп составында 1956 йылда сығыш яһай башлай, ә киләһе ике миҙгел дауамында үҙенә ныҡлы урын тәьмин итә. 1958 йылдағы Мюнхен авиаһәләкәтендә иҫән ҡала, һуңынан «Юнайтед»ҡа 1964/65 һәм 1966/67 йылдар миҙгелендә Беренсе дивизионда еңергә ярҙам итә. 1966 йылда Чарльтон Англия йыйылма командаһы менән бергә донъя чемпионы була. Чарльтон капитан булған «Юнайтед» командаһы 1968 йылда Европа чемпиондары кубогын яулаған беренсе инглиз клубы була. «Манчестер Юнайтед» өсөн гол индереү буйынса күп йыллыҡ рекордсы (1973—2017). Шулай уҡ ул «Юнайтед» өсөн үткәргән уйындар һаны буйынса ла оҙаҡ йылдар рекорд эйәһе (758[15]). Бары тик 2008 йылдың 21 майында Мәскәүҙә үткән УЕФА чемпиондары лигаһының финалында ғына Райан Гиггз уны үтеп китә.
1970 йылда Англия йыйылма командаһы өсөн карьераһын тамамлар алдынан уға йыйылма команда өсөн иң күп уйын рекорды ла (106 уйын) уға тура килә. Һуңыраҡ был рекордты Бобби Муром, унан һуң Питер Шилтон уҙып китә.
"Манчестер Юнайтед"тан 1973 йылда, «Норт Преста Энд»ҡа уйнаусы тренер булып китә[16], әммә 1975 йылда тренер карьераһын тамамлай. 1983 йылда «Уиган» директоры була, бер йылдан һуң — "Манчестер Юнайтед"тың директорҙар советы ағзаһы, әлегә тиклем ошо поста ҡала. Чарльтон 47 йылдан ашыу (1968—2015) Англия йыйылма командаһы өсөн индергән голдар һаны (49) буйынса рекорд эйәһе булып ҡала, 2015 йылдың сентябрендә уны "Манчестер Юнайтед"тың икенсе форварды — Уэйн Руни үтеп китә. 1994 йылда Чарльтон Боббиға рыцарь дәрәжәһе бирелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Who's who (билдәһеҙ) — (untranslated), 1849. — ISSN 0083-937X
- ↑ Sir Bobby Charlton // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Sir Bobby Charlton // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
- ↑ Sir Bobby Charlton // Discogs (ингл.) — 2000.
- ↑ Sir Bobby Charlton: England World Cup winner and Manchester United legend dies
- ↑ UNITED MOURNING THE LOSS OF SIR BOBBY CHARLTON
- ↑ Sir Bobby Charlton died after fall, inquest hears (билдәһеҙ) — 2023.
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://sports.yahoo.com/sir-bobby-charlton-diagnosed-dementia-134459383.html
- ↑ https://www.telegraph.co.uk/football/2020/11/01/sir-bobby-charlton-diagnosed-dementia/
- ↑ 11,0 11,1 UEFA.com, UEFA.com (ингл.) — 1998.
- ↑ https://www.eyefilm.nl/collectie/eye-catalogue
- ↑ ЧА́РЛТОН . Большая российская энциклопедия. 2020 йыл 18 август архивланған.
- ↑ Sir Bobby Charlton (ингл.). National Football Museum.
- ↑ Giggs nears Reds all-time record (инг.), BBC Sport (03.05.2008).
- ↑ Bobby Charlton (ингл.). Britannica.com. Архивировано 19 февраль 2012 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль на официальном сайте «Манчестер Юнайтед» (инг.)
- Профиль на сайте Международного зала футбольной славы (инг.)
- Бобби Чарльтон — легенда «Юнайтед» (инг.)