Чапаев һәйкәле (Һамар)
Чапаев һәйкәле — Василий Иванович Чапаевҡа Һамарҙағы Чапаев майҙанында, драма театры алдында ҡуйылған һәйкәл.
Чапаев һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Һамар |
Булдырыусы | Матвей Генрихович Манизер[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Чапаев һәйкәле Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҺәйкәл 1932 йылда Октябрь революцияһының ун биш йыллығына ҡуйылған. Һәйкәлде архитектор Иосиф Лангбард һәм скульптор Матвей Манизер (Һамарҙағы Ленин һәйкәлен һәм Куйбышев һәйкәлен төҙөүсе) эшләгән. Манизер СССР һынлы сәнғәте тарихында беренсе булып атлы күп фигуралы скульптура композицияһын эшләй. Фигуралар араһында: комиссар, һалдат—башҡорт, крәҫтиән-партизан, йөк ташыусы — татар, яулыҡлы, ҡатын-ҡыҙ, матрос һәм аяғүрә баҫҡан атта ҡулына ҡылыс тотҡан Чапаев һүрәтләнгән. Һәйкәл өсөн Граждандар һуғышында ҡатнашыусыларҙың ысынбарлыҡтағы фотоһүрәттәре ҡулланылған[1].
Манизер Чапаевтың йөҙөн Чапаевтың атаһына ныҡ оҡшаған улы Александр Чапаев йөҙөнә ҡарап эшләгән, башҡорт һалдаты образы өсөн Ленинград хәрби-медицина академияһында уҡыған шағир Ғайса Йосопов[2] тәүһын (прототип) булған. На момент создания монумент был одним из самых крупных в стране (высота 10 м, размеры основания 17 на 22 м). Ҡара лабрадорит менән көпләнгән постамент плитәләрендә Владимир Ильич Лениндың һүҙҙәре яҙылған таҡта ҡуйылған:
Бейтесь до последней капли крови, товарищи! Держитесь за каждую пядь земли! Будьте стойки до конца! Победа недалека, — победа будет за нами!— Ленин, 1919 год
.
Һәйкәл өсөн 12 тонна бронза киткән, һәйкәлдәге фигуралар бейеклеге — уртаса буйлы кешенең бейеклегенән бер ярым тапҡырҙан ашыу[1].
Күсермә
үҙгәртергәҺәйкәл Ленинградта С. М. Киров бойороғо буйынса эшләтелгән, Һәйкәлде Һамарға ебәрер алдынан ул Ленинград өсөн һәйкәлдең күсермәһен эшләргә ҡушҡан. 1933 йылда күсермә әҙер була, хәҙер шул күсермә Санкт-Петербуртың С. М. Буденный исемендәге Хәрби элемтә академияһының алдында ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Памятник Василию Чапаеву - Достопримечательности Самары - прогулки по Самаре . samara.onfoot.ru. Дата обращения: 24 апрель 2018. 2018 йыл 24 апрель архивланған.
- ↑ Куйбышев өлкәһенән тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары. Изд. 2-ер Куйбышев, 1984. 160 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Алексушин Г. В. Самарские памятники: Научно-справочное пособие. — Самара, 2008. — 500 экз.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Памятник Василию Чапаеву 2018 йыл 24 апрель архивланған.
- Памятник Василию Ивановичу Чапаеву и его армии(недоступная ссылка)