Чанаккале шәһиттәре мемориалы
Чанаккала шәһиттәре мемориалы — Беренсе донъя һуғышында Гәлиболи яуында[1] һәләк булған 250 мең төрөк һалдаты иҫтәлегенә ҡуйылған хәрби мемориал. Чанаккала иле (Гәлиболи ярымутрауының көньяҡ осондағы Хисарлик (төр. Hisarlik Tepe) ҡалҡыулығы түбәһендә Морто ҡултығында урынлашҡан.
Чанаккале шәһиттәре мемориалы | |
төр. Çanakkale Şehitleri Anıtı | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Седдюльбахир[d], Галлипольский полуостров[d] һәм Чанаккале |
Архитектор | Feridun Kip[d] |
Архитектура стиле | Тетрапилон[d] |
Бейеклеге/буйы | 41,7 метр |
Страница учреждения на Викискладе | Çanakkale Martyrs' Memorial |
Чанаккале шәһиттәре мемориалы Викимилектә |
Мемориалдың һүрәте 500 000 төрөк лираһы (1993—2005) ҡиммәтендәге ҡағыҙ банкнотаға төшөрөлгән була.
Тарихы
үҙгәртергәРиүәйәт буйынса Мостафа Кәмал Ататөрк тирә-яҡты ҡарап йөрөгәндә уға крәҫтиәндәр мөрәжәғәт итә һәм башҡа илдәрҙә ҡуйылған мемориалдар тураһында телгә алып үтәләр. Ататөрк уларға һәләк булған төрөктәр хөрмәтенә 40 метрҙан кәм булмаған бейеклектә мемориал ҡуйҙыртасағын вәғәҙәләй.
Был иҫтәлекле урынды төҙөү тураһындағы рәсми хәбәр 1942 йылда билдәле була, әммә Икенсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле, ҡоролма буйынса конкурс 1944 йылда ғына үткәрелә, унда Доган Эргинбаш (төр. Doğan Erginbaş), Исмаил Уткулар (төр. İsmail Utkular) һәм Фәридун Кип (төр. Feridun Kip)[2] кеүек архитекторҙар еңә.
Проекты тик 1954 йылда ғына әҙер була, шул уҡ йылдың 19 апрелендә төҙөлөш эштәре башлана. Билдәһеҙ сәбәптәр буйынса был төҙөлөш туҡтап ҡала. Аҙағыраҡ Миллиәт гәзите мемориал төҙөү өсөн аҡса йыйыу кампанияһын башлап ебәрә, уларҙың тәҡдименә ябай халыҡ та ҡушыла һәм аҡса ебәрә башлай. Хатта Мигрос селтәре кибеттәрендә теләгән кеше аҡса һалһын өсөн аҡса йыйыу һауыттары ла[3][4] ҡуйыла. Дөйөм алғанда 2,3 миллиона төрөк лираһы йыйыла[5].
Дөйөм мәғлүмәт
үҙгәртергә1960 йылдың 21 авгусында мемориал рәсми рәүештә асыла. Мемориал аҫтында — музей, ә йәнәшендә мәхмәтчикҡа (төрөк хәрби хеҙмәткәренә) һәйкәл ҡуйылған, төрөк зыяраты ла ошонда урынлашҡан. Шулай уҡ мемориал янына ҡаҙап ҡуйылған 25-метр бейеклегендәге бронза флагшток — Америкала йәшәгән төрөк Назми Джелалдың (төр. Nazmi Celal) бүләге. Зыяратта мемориаль таҡталар ҙа бар, улар һәләк булған яугирҙәр тыуған ҡалаларға бүленгән, һәр таҡтаның ике яғына ла һәләк булған яугирҙарҙың исемдәре яҙылған. Унда бөтәһе 59408 исем теркәлгән. Шулай уҡ Австралия һалдаты башын сабып өҙгән билдәһеҙ һалдат ҡәбере лә ошонда. Австралия һалдаты был яугирҙың башын, трофей булараҡ, үҙе менән алып китә, әммә 2003 йылдың 10 мартында Австралия вәкилдәре төрөк һалдатының баш һөйәген тыуған иленә ҡайтарып бирә. 2003 йылдың 18 мартында һалдат, дини йолаларға ярашлы һәм ҙур хөрмәт күрһәтеп, ҡайтанан ерләнә. Зыяратта һалдат ҡәбере — кеше ерләнгән берҙән-бер ҡәбер[6].
Мемориалды төҙөү әсән 4000000 төрөк лираһы тотонола, был аҡсаға 3800 тонна гранит ташы, 285 тонна тимер, 630 квадрат метр ағас материалдары, 1275 тонна цемент, 4400 тонна ҡырсын һатып алына. Һәйкәлдең төп өлөшөнә 850 кубометр (2125 тонна) бетон һалына.
Архитектура үҙенсәлектәре
үҙгәртергәҠоролманы 40 метр бейеклегендә төҙөү планлаштырыла, әммә архитекторҙар уға өҫтәп Ататөрк һынын да (1,7 метр) ҡуя. Шуға күрә был һәйкәлдең бейеклеге 41,7 метр[7]. Мемориал ярымутрауҙың бөтә яғынан да күренеп тора. Ҡоролма 62,5 квадрат метр майҙанды биләй. Мемориал дүрт өлөштән тора, һәр береһе һуғыштың билдәле бер этабын һүрәтләй. Шуныһы ҡыҙыҡлы — диңгеҙҙән ҡарағанда мемориалдың ике өлөшө генә, ә ҡоро ерҙән ҡарағанда дүрт өлөшө күренә, бының менән архитектор диңгеҙҙәге һәм ҡоро ерҙәге һуғыштар һанын күрһәтергә теләгән.
Музей эсендә, мемориал аҫтында, Галиполий һуғышы тураһында мәғлүмәт һәм был һуғыштың масштабын һүрәтләгән тарихи артефакттар һаҡлана, һуғыш союздаш дәүләттәр: британдар, француздарға, Австралия һәм Яңы Зеландияның армия корпусына (ANZAC) ҡаршы алып барыла. Һуғыш яланынан табылған аш приборҙары, яһалма тештәр тупланмаһы, төймәләр, таралғылар, снайпер ҡалҡандары һәм фотоһүрәттәр кеүек үҙенсәлекле шәхси һәм хәрби әйберҙәр ҡуйылған музейҙағы күргәҙмәгә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Çanakkale Şehitleri Anıtı . 2014 йыл 12 октябрь архивланған.
- ↑ Çanakkale Şehitler Abidesi .
- ↑ Çanakkale Şehitler Anıtı (Abidesi) ve Sembolik Şehitlik .
- ↑ https://cokgezenadam.com/canakkale-sehitler-aniti-ve-sembolik-sehitlik/ .
- ↑ ÇANAKKALE ŞEHİTLER ABİDESİ .
- ↑ https://cokgezenadam.com/canakkale-sehitler-aniti-ve-sembolik-sehitlik/ .
- ↑ Çanakkale Şehitler Anıtı (Abidesi) ve Sembolik Şehitlik .
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Çanakkale Şehitleri Anıtı». Miniaturk.com. 12 Ekim 2014 tarihinde kaynağından 2014 йыл 12 октябрь архивланған. arşivlendi. Erişim tarihi: 19 Mart.
- Yılmaz, Ahenk. «Anıtlaştırma Söyleminin Dönüşümü: Gelibolu Savaşı'nı (Karşı)-Anıtlaştırmak». 30 Mart 2016 tarihinde kaynağından 2016 йыл 30 март архивланған. arşivlendi. Erişim tarihi: 19 Mart 2016.
- http://miniaturk.com.tr/m%C4%B0n%C4%B0atuerk/maket-eserler/anadolu-eserleri/%C3%A7anakkale-%C5%9Fehitleri-an%C4%B1t%C4%B1.aspx 2014 йыл 12 октябрь архивланған.
- http://www.canakkalekutup.gov.tr/TR,84218/canakkale-sehitler-abidesi.html 2018 йыл 6 май архивланған.
- http://www.canakkalesehitlik.net/canakkale-sehitler-abidesi.html
- https://cokgezenadam.com/canakkale-sehitler-aniti-ve-sembolik-sehitlik/