Цысаренко йорто (Таганрог)

Цысаренко йорто — төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһы Грек урамы 55 -се һанлы йорт ХIХ быуаттың башында төҙөлгән[1]. Был йорт яҙыусы Антон Павлович Чехов менән бәйле булғанлыҡтан тарихи әһәмиәткә эйә.

Иҫтәлекле урын
Цысаренко йорто (Таганрог)
Цысаренко йорто
Файл:Таганрог, Грек урамы,55 фото 025.jpg
Ил Россия
Ҡала Таганрог, Грек урамы, 55
Архитектура стиле иртә классицизм
Нигеҙләүсе Тихон Цысаренко
Нигеҙләнгән 1810 йыл

Таганрог ҡалаһының беренсе башлығы 1786 йылда һайланған Тихон Цысаренко була.[2]. Нәҡ ул 1810 йылда Грек урамы, 55-се һанлы йортто төҙөй[3]. Павел Тихонович сауҙагәрҙәр ғаиләһенең маҡтаулы граждандарынан сыҡҡан. 1826 йылда ҡала төҙөлөш комитеты архив, етемдәр йорто һәм ҡала башлығы өсөн Павел Тихонович Цысаренконың йортон һатып ала. Шулай уҡ тарих документтарында тыумыштан Таганрог почетлы гражданы, сауҙагәр Иван Цысаренко — моғайын, Тихон Цысаренко улы иҫкә алына. Ул Төҙөлөш комитеты ағзаһы булараҡ, Таганрог урамдарын май менән яҡтыртыуҙа һәм ҡалаға император Александр I килеү алдынан юлдарҙы төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша. 1831 йылда ул беренсе шестигласный Дума составында була. 1833 йылда ул II гильдия сауҙагәре, тимер тауарҙар менән сауҙа итә. Уның өс улы һәм бер ҡыҙы булған. Тарихи документтарҙа Таганрог ҡалаһының тәүге башлығының беренсе ейәне — Цысаренко Петр Иванович телгә алына. Ул 1852 йылдың 24 ғинуарында сауҙагәр ҡыҙы Александра Михайловна Симачеваға өйләнгән.

Цысаренко йортон һатып алыуҙың сәбәбе Император ҡатыны Елизавета Алексеевна ҡалала ғаиләһе һәм ире менән йәшәргә туҡталыуы һәм йорт һатып алыуы менән бәйле. Цысаренко йортоноң хаҡы 49 мең һум була. Йорт ҡала тарафынан һатып алынғас, унда ҡала башлығы вазифаһын биләгән кешеләр йәшәй башлай. Был йортта 18441854 йылдарҙа генерал-майор Александр Карлович Ливен йәшәгән[4].

18731907 йылдарҙа бинала Ҡала Управаһы һәм Ҡала банкы тора. 1874 йылда йорттоң аҫҡы ҡатында Ващиненко китапханаһы асыла. 1976 йылдың 23 майында Ҡала Управаһының йәмәғәт китапханаһы асыла, унда гимназияла уҡыған сағында яҙыусы Антон Павлович Чехов һәм тарихсы Павел Петрович Филевский килеп йөрөгән. 1877 йылдың апрелендә китапхана Дашкевич йортона күсә.

Йәмәғәт банкы бинала 19071909 йылдарҙа торған. 1903 йылдың 14 сентябрендә йорт Янович ханымдың шәхси гимназияһына тапшырыла һәм уны асыу 1906 йылдың 14 сентябрендә үтә. Гимназияла төп 7 синыфта уҡыу ойошторола һәм ике әҙерлек синыфтары эшләй. Уҡыу йылы өсөн түләү 300 һум тәшкил итә. Янович гимназияһында ҡаланың 100-гә яҡын ҡыҙы белем ала, уларҙың араһында Азов-Дон банкы идарасыһы ҡыҙы Наталья Луцкая, эре ер биләүсе ҡыҙы Муза Ковалева, яҙыусы Толстойҙың туғаны — Анна Толстая һ. б. була[4].

19141917 йылдарҙа бында 100 койкалыҡ 4-се хирургия лазареты урынлашҡан. 1918 йылдың 23 апреленә тиклем йортта хәрби-диңгеҙ комиссары һәм порт комиссары штабы эшләй. Йорто мәҙәни мираҫ объекты булараҡ закон менән һаҡлана (1992 йылдан алып). Бина яҙыусы Антон Павлович Чехов менән бәйле булғанлыҡтан, тарихи әһәмиәткә эйә[5].

Тасуирлама

үҙгәртергә

Ике ҡатлы таш йорт бейек цоколь ҡатында тора. Ул иртә классицизм стилендә төҙөлгән. Йорттоң түңәрәкләнеп бөткән мөйөшөндә балкон урынлашҡан. Беренсе ҡатта балкон аҫтында тәҙрә тора, икенсе ҡатта балконға сыға торған ишек. Цоколь ҡатында ярым тәҙрәләр,ә фасад филенкалар, профилләнгән йөҙлөктәр һәм сандриктар менән биҙәлгән. Беренсе ҡаттағы йорт ситендә ике көмбәҙ формалы тәҙрә, 7 йөҙлөкһөҙ тәҙрә веерға оҡшаш йоҙаҡ ташлы һәм 4 тыҡрыҡҡа ҡараған тәҙрә йоҙаҡ таш менән биҙәлгән. Икенсе ҡаттың уртаһында торған өс тәҙрә ярым циркулярлы. Был тәҙрәләр тантаналы ултырыштар залы тапҡырында[4]. Икенсе ҡаттағы тәҙрә конструкциялары парапеттар менән сикләнгән, улар тура мөйөшлө пилястрҙарға таянған. Ситтәге тәҙрәләр кронштейндағы өс мөйөшлө сандриклы. Тәҙрәләрҙең барыһы ла эстән бикләнеүсе ҡапҡаслы. Йорт өҫтөндәге кәрниз ағастан киҫеп эшләнгән тештәр менән биҙәлгән.

Йорттоң икенсе ҡатында 9 бүлмә урынлашҡан, уларҙа голланд мейестәре тора. Өйҙөң иҙәне таҡта, ул киндер туҡыма менән түшәлгән һәм буяулы. Стеналар —штукатурлы һәм обой менән ҡапланған. Йорттоң беренсе ҡатында голланд мейесле 14 бүлмә.

1889 йылда йорттоң тышҡы ҡиәфәтен яҡшыртыу маҡсатында архитектор С. Гущин проекты буйынса бинаның урта өлөшөндә алға сығыңҡырап торған ризалит ҡуялар. Ул өс мөйөшлө фронтонды тамамлап тора[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә