Церетели Михаил Георгиевич
Михаил Георгиевич Церетели (груз. მიხეილ გიორგის ძე წერეთელი, нем. Michael von Zereteli; 23 декабрь 1878 йыл — 2 март 1965 йыл) — грузин кенәзе, тарихсы, филолог, социолог, дипломат һәм публицист.
Церетели Михаил Георгиевич | |
груз. მიხეილ (მიხაკო) გიორგის ძე წერეთელი | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Грузия |
Тыуған ваҡыттағы исеме | груз. მიხეილ წერეთელი |
Псевдоним | Baton[2] һәм მ. სანგალა |
Тыуған көнө | 23 декабрь 1878 |
Тыуған урыны | Цхруквети[d], Кутаиси губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2 март 1965 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Мюнхен, Бавария, Германия Федератив Республикаһы[d] |
Ерләнгән урыны | Левильское кладбище[d] |
Һөнәр төрө | дипломат, археолог, тарихсы, университет уҡытыусыһы, востоковед |
Эш урыны |
HU Berlin Тбилисси дәүләт университеты[d] |
Уҡыу йорто | Гейдельбергский университет[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Белый Георгий[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Церетели Михаил Георгиевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәМихаил Георгиевич Церетели 1878 йылдың 23 декабрендә Кутаиси губернаһында Цхруквети ауылында тыуа. Кенәз ғаиләһенән. Василий Церетелиҙың ҡустыһы(1862—1937).
Гейдельберг университетын тамамлай (1911 йыл), ә 1913 йылда диссертация яҡлай. 1914—1918 йылдарҙа Гейдельберг университетында уҡыта.
Бер үк ваҡытта 1914—1917 йылдарҙа Грузияның бойондороҡһоҙлоҡ комитеты лидерҙарының береһе була; ушл сифатта Грузия меньшевиктары лидеры Ной Жордания менән осрашыу өсөн йәшерен рәүештә Грузияға килә.
1918 йылда Грузияның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәндән һуң, Швеция һәм Норвегияла Грузия Демокрутик Республикаһының илсеһе була, һуңынан, 1919 йылда, профессор сифатында Грузияға ҡайта, Тбилиси университетында уҡыта.
Грузия совет ғәскәрҙәре тарафынан оккупацияланғас, 1921 йылда эмиграциялана. 1921—1933 йылдарҙа Брюссель 1933 — 1945 йылдарҙа — Берлин университеты профессоры. 1945 йылдан Мюнхенда йәшәй һәм эшләй.
Эмиграция йылдарында Грузия сәйәси эмигранттарының Европалағы ойошмаһына — Грузин милли комитетына инә. 1925—1954 йылдарҙа «Тетри Гиорги» («Белый Гиорги») грузин сәйәси патриотик ойошмаһы лидерҙарының береһе була.
1965 йылдың 2 мартында вафат була. Левиль зыяратында ерләнгән.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЦеретелиҙың фәнни эшмәкәрлеге Грузия һәм ғөмүмән Кавказ тарихына арнала. Ул, атап әйткәндә, шумер һәм грузин теленең (монография «Шумерский и грузинский», Тифлис, 1912, на грузинском языке; дополненный английский перевод — в лондонском «Journal of the Royal Asiatic Society», вып. 45-48, 1913—1916) сағыштырма анализын, «Страна хеттов, её народы, языки, история и культура» монографияһын (Истамбул, 1924 йыл, грузин телендә), «Грузия и мировая война» (нем. Georgien und der Weltkrieg; Цюрих (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Потсдам), 1915) һәм «Расовые и культурные проблемы Кавказа» (нем. Rassen- und Kulturprobleme des Kaukasus; Берлин, 1916, Германия-Грузия йәмғиәте баҫмаһы) китаптарын баҫтыра. 1955 йылда Церетели Шота Руставелиҙың «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» поэмаһын немец телендә баҫтырып сығара (Der Ritter Pantherfell im. München, 1955).
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Sumerian and Georgian: a study in comparative philology // JRAS, 1913—1916 — № 45-48.
- Georgien und der Weltkrieg. [Potsdam], [1915] (2-е издание — Weimar: Kiepenheuer, 1916; английская версия — Georgia and the war. Zürich: Orient Publishing Company, 1916).
- La Géorgie et la guerre actuelle. Zürich: Orient-Verl., 1915 (2-е издание — Lausanne: Libraire Nouvelle, 1917).
- Rassen- und Kulturprobleme des Kaukasus // Osteuropäische Zukunft, 1916 — № 3-5. S. 38-40, 57-59, 75-78.
- Rassen- und Kulturprobleme des Kaukasus. Berlin: Welt-Verlag, 1916.
- Les droits du peuple géorgien: rapport présenté au IIIe congrès de l’Union des Nationalités tenu à Lausanne au mois de juin 1916. Lausanne: Union des Nationalités, 1916.
- Die Befreiung Polens und das Nationalitätenprinzip bei den Zentralmächten und bei der Entente. Bern: F. Wyss, 1917.
- Die Rechte Georgiens. Berlin: Der neue Orient, 1917.
- Gilgamesiani. Babilonusi eposi. Istanbul, 1924.
- Die neuen ḫaldischen Inschriften König Sardurs von Urarṭu (um 750 v. Chr.): Ein Beitrag zur Entzifferung des Ḫaldischen. Heidelberg: C. Winter, 1928.
- Études Ourartéennes. Paris: Pr. Univ. de France, 1953—1959.
- Das Leben des Koenige Dawith (Dawith II. 1089—1125)// Bedi Kartlisa (Revue de Kartvelologie), 1957 — № 2-3, pp. 45-73.
- Das Sumerische und das Georgische // BK, 1959 — № 32-33.
М. Церетели тураһында әҙәбиәт
үҙгәртергә- Леван З. Урушадзе, К истории грузинской ратриотической политической организации «Тетри Гиорги».- Ж. «Амирани», XXI, Монреаль-Тбилиси, 2009, ст. 166—204 (на груз. языке).
- Леван З. Урушадзе, Бессмертие духа (Михако Церетели), изд-во «Артануджи», Тбилиси, 2012, 258 ст. (на груз. языке).
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #117433047 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ http://www.nplg.gov.ge/bios/en/00001186/