Хөрәфәти хикәйә
Хөрәфәти хикәйә — фольклор жанры, кешенең тәбиғи булмаған йән эйәһе менән осрашыуы тураһындағы ҡыҫҡа хикәйә[1].
Хөрәфәти хикәйә |
Жанрға билдәләмә
үҙгәртергәХөрәфәти хикәйә — фольклор жанры, кешенең тәбиғи булмаған йән эйәһе менән осрашыуы тураһындағы ҡыҫҡа хикәйә. Һөйләүсенең үҙе йәки уның танышы менән булған ваҡиға бәйән ителә. Өҫтәүенә, жанрҙың ойоштороусы эстетик башланғысы булып уйҙырма хәл-ваҡиғаларҙы ысынбарлыҡ итеп һөйләү принцибы тора.
Көсөргәнешле психологик хәл тыуҙырыу һөйләүсенең төп маҡсаты булып тора. Хөрәфәти хикәйәнең барлыҡҡа килеүе бик боронғо дәүергә ҡарай һәм тәбиғәтте йәнләндереүгә, изге һәм яуыз рухтарға ышаныуға бәйле. Хөрәфәти хикәйәнең сюжеты өсөн ваҡиға урынын һәм ваҡытын һүрәтләүҙә үҙгәртеүҙәр индереү хас.
Ғәҙәттәге урын итеп ҡараңғы урман, һаҙлыҡ, йылға йәки күл яры, йырын, зыярат һ. б. ер һайланған. Хөрәфәти хикәйәләрҙең ваҡыты булараҡ төн, таң, эңер мәле һайланған.
Хөрәфәти хикәйәләге ваҡиғалар үҫешенең иң юғары нөктәһе йәғни кульминацияһы — кешенең тәбиғи булмаған йән эйәләре, аждаһа, албаҫты, бисура, эйә-рухтар, мәскәй, шайтан менән осрашыу мәлен һүрәтләү.
Хөрәфәти хикәйәләр йыш осраҡта әкиәт нигеҙе итеп ҡабул ителә.
Халыҡ ышаныуҙарында уларҙың ике төрө осрай: яуыз, сиктән тыш хәүефле ендәр һәм сағыштырмаса зыянһыҙ, изге йән эйәләре. Тәғәйен тыйыуҙарҙы үтәмәгән хәлдә, изге итеп ҡабул ителгәндәре лә шулай уҡ кешегә зыян килтерә ала, тип фараз ителгән.
Башҡа төрки телле халыҡтарҙа ла хөрәфәти хикәйәләр бар[2][3].
Хөрәфәти хикәйәләр, ғәҙәттә, йөкмәткеһе буйынса классификациялана. Сюжет һәм мотив күрһәткестәрендә бүлектәр мифологик персонаждары буйынса айырыла. Мәҫәлән, тәбиғәт рухтары, йорт эйәһе, шайтан, йылан, ҡәһәрләнгәндәр һ. б. тураһында бәйән иткән хикәйәләр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәНәҙершина Ф. А. Хөрәфәти хикәйәләр //Башкирский фольклор: исследования и материалы. Уфа, 1993.
Устно-поэтическое творчество мордовского народа: Легенды, предания, былички /сост. и автор предисл. Л. В. Седова. Саранск, 1983
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Хөрәфәти хикәйә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- БЫЛИЧКА // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).