Хәрби Дан мемориалы (Заветное)

1969

Иҫтәлекле урын
Хәрби Дан мемориалы
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһе, Заветинский районы, Заветное ауылы
Төҙөлгән ваҡыты 1969
Тышҡы рәсемдәр
Хәрби Дан мемориалы

Хәрби Дан мемориалы — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ростов өлкәһенең Заветинский районы Заветное ауылын азат иткәндә һәләк булған һуғышсыларға мемориал.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Заветинский районы биләмәһен немецтар баҫып ала. 1942 йылдың авгусынан 29 декабргә тиклем Заветинский районының Заветное ауылында Анхара йырыны эргәһендә «Асыулы Дон» партизандар отряды хәрәкәт итә. Подпольелә бик күп урындағы халыҡ һуғыша. Район ер бүлеге агрономы Борис Федорович Коротков та отрядта һуғышсы була. Немец-румын ғәскәре бында үҙен хужа итеп тоя алмай. Оккупанттар тәғәйенләп ҡуйған староста, тәғәйенләнеп бер аҙна үткәс тә үлтерелә. Ярты йылдан һуң оккупанттар ауыл һәм район биләмәһенән ҡыуып сығарыла. Заветное ауылын азат итеү өсөн барған, 1942 йылдың 28 декабрендә тамамланған һуғыштарҙа, 26-сы танк бригадаһының 3-сө гвардиясы Сталинград механизацияланған корпусы командиры Н. А. Дорошкевич, 256-сы танк бригадаһы командиры К. Л. Панченко һәм башҡа һуғышсылар батырҙарса һәләк булалар.

Заветное район үҙәгендә, уларҙың ерләнгән урынында, мемориал асыла. Заветное ауылы урамдары геройҙарҙың исеме менән аталған.

Заветное ауылы КПСС район комитеты кәңәшмәһендә, ауыл халҡы инициативаһы буйынса, азат итеүсе яугирҙәргә һәйкәл төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ставрополь ҡалаһында архитектор Г. Д. Ломановтың сәнғәт оҫтаханаһында скульптор Ф. И. Перетятько монументтың гипс макетын эшләй һәм уны дөйөм күҙәтеүгә тәҡдим итә. Заветное ауылы халҡы макетты хуплай.

Хәрби Дан мемориалы ауыл халҡы йыйған аҡсаға эшләнә һәм 1969 йылдың яҙына эшләп бөтөлә. Мемориал ауыл уртаһында, пионерҙар Йорто эргәһендәге аллеяла, 9 майҙа, Бөйөк Еңеүҙең 34-йыллығын байрам иткән көндә асыла. Мемориалда ике стела тора, улар менән йәнәшә ҡулына автомат ҡыҫып тотҡан яугир һәйкәле ҡуйылған. Стеланың икенсе яғында боронғо урыҫ яугире скульптураһы урынлаштырылған[1].

Фундаменттың стеналағы уйымында киләсәк быуынға, 2017 йыл кешеләренә, яҙма мөрәжәғәт көпләп ҡалдырылған. 1973 йылдың 9 майында Заветное ауылында Хәрби Дан мемориалы туғандар ҡәберлегенә, башҡа туғандар ҡәберлектәренән, тағы 34 яугир күсереп ерләнә. Һәр яугирҙең шәхесе асыҡланған.

Мемориал эргәһендәге плитала ауылды азат итеү өсөн һәләк булған яугирҙәрҙең фамилиялары соҡоп яҙылған. Улар араһында: Панченко Константин Лукьянович, Старков Владимир Павлович, подполсы Коротков Борис Федорович, гвардия майоры Дорошкевич Николай Антонович һәм башҡалар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә