Хәрби-диңгеҙ политехник институт
Хәрби-диңгеҙ политехник институты — федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы Хәрби институт (Хәрби-диңгеҙ политехник) ФГКВОУ ВПО Хәрби-диңгеҙ флотының хәрби уҡыу-ғилми үҙәге «Н. Г. Кузнецов исемендәге хәрби-диңгеҙ академияһы». Институт 2012 йылдың 1 июлендә Хәрби-диңгеҙ инженер институты менән А. С. Попов исемендәге хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника институты берләшкәндән һуң ойошторола. Институт корпустары Петергофта һәм Пушкинда урынлашҡан.
Хәрби-диңгеҙ политехник институт | |
Нигеҙләү датаһы | 1 июль 2012 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Рәсми сайт | вмпи.рф |
Хәрби-диңгеҙ политехник институт Викимилектә |
Институт Хәрби-диңгеҙ флоты, РФ ФСБ сик буйы хеҙмәте, Рәсәй Оборона министрлығының Федераль именлек хеҙмәте һәм идаралығы өсөн старшина һәм офицер составындағы инженер кадрҙары әҙерләй. Институт шулай уҡ дуҫтарса илдәрҙең хәрби-диңгеҙ көстәре өсөн дәүләт-ара килешеү нигеҙендә хәрби инженерҙар әҙерләүҙе тормошҡа ашыра.
Тарихы
үҙгәртергәИнститут Рәсәйҙең иң боронғо хәрби-диңгеҙ уҡыу йорто — карап архитектураһы училищеһының вариҫы булып тора. Ул 1798 йылдың 20 (31) авгусында император Павел I тарафынан Санкт-Петербургта ойошторолған була. 200 йылдан ашыу тарихында училище бер нисә тапҡыр үҙенең исемен һәм дислокация урынын (130 йылдан ашыу ул Баш Адмиралтействола урынлаша), шулай уҡ карап инженерҙарын әҙерләү профилен үҙгәртә[1].
Совет осоронда Ф. Э.. Дзержинский исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһы (Ф. Э. Дзержинский исемендәге ВВМИУ) базаһында Хәрби-диңгеҙ флотының башҡа уҡыу йорттары ойошторола, шул иҫәптән: 1933 йылдың мартында РККА хәрби-диңгеҙ флоты элемтә училищеһы (ул 1960 йылда А. С. Попов исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника училищеһына (А. С. Попов исем. ВВМУРЭ) үҙгәртелә) һәм 1948 йылдың апрелендә 2-се Юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһы (ул 1974 йылда В И. Ленин исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһына (В. И. Ленин исемендәге ВВМИУ) үҙгәртелә)[2].
1998 йылдың 29 авгусында Ф. Э. Дзержинский исемендәге ВВМИУ һәм В. И. Ленин исемендәге ВВМИУ берләштереү юлы менән Хәрби-диңгеҙ инженер институты ойошторола, 2009 йылда ул филиал булараҡ Хәрби-диңгеҙ флотының «Хәрби-диңгеҙ академияһы» берҙәм Хәрби уҡыу-ғилми үҙәге составына инә. 2001/2002 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Хәрби-диңгеҙ инженер институты уҡыу-матди базаһы үҫеш темптары буйынса Хәрби-диңгеҙ флотының иң яҡшы уҡыу йорто булып таныла. 2001 йылда уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ эштәрен ойошторған өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрының грамотаһы менән бүләкләнә, ә 2002 йыл йомғаҡтары буйынса, фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙарҙы әҙерләү һәм фәнни потенциалы буйынса Хәрби-диңгеҙ флотының иң яҡшы уҡыу йорто булып таныла[3].
2012 йылдың 1 июлендә Хәрби-диңгеҙ инженер институты А. С. Попов исемендәге хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника институты менән берләштерелә һәм Федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы Хәрби институт (Хәрби-диңгеҙ политехник) ФГКВОУ ВПО «Хәрби-диңгеҙ флотының Хәрби уҡыу-ғилми үҙәге» «Н. Г. Кузнецов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһы» тип атала башлай[4][5]. Был көн институттың йыл һайын байрам итә торған көнө — тыуған көнө булып китә[6].
Институттың бүлектәре ике төп хәрби ҡаласыҡта урынлашҡан: Пушкинда (В. И. Ленин исемендәге ВВМИУ-ның элекке биналары) һәм Петергофта (элек — А. С. Попов исемендәге ВВМУРЭ)[6].
Институттың үҙ гимны һәм эмблемаһы бар[7].
Начальниктары
үҙгәртергәЗапастағы 1 ранг капитаны Якушенко Евгений Иванович (2009—2018) — техник фәндәр докторы, профессор, РФА академигы,
1-се ранг капитаны Шиһапов Ильяс Ильгиз улы (2019—2020)[8],
1 ранг капитаны Клименко Андрей Васильевич (2020 — хәҙ. ваҡытҡа тиклем)[9].
Профессор-уҡытыусылар составы
үҙгәртергәИнститутта белем биреү процесын квалификациялы профессор-уҡытыусылар составы тормошҡа ашыра: 79 доктор һәм 308 фән кандидаты, 101 профессор, 149 доцент, тармаҡ фәндәр академияларының 57 академигы һәм ағза-корреспонденты, 22 атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Күпселек хәрби уҡытыусылар хәрби-диңгеҙ флотының караптарында һәм һыу аҫты кәмәләрендә ҙур хеҙмәт итеү тәжрибәһенә эйә[6].
Факультеттары
үҙгәртергәЮғары белем биреү программалары буйынса уҡытыу 6 факультетта13 хәрби һөнәр буйынса ФГОС сиктәрендә алып барыла[10]:
- Ядро энергетика ҡоролмалары
- Караптар төҙөү
- Электр энергетикаһы ҡулайламалары
- Турбиналы энергетик ҡорамалдар, флот көстәрен радиацион, химик һәм биологик һаҡлау сараларын ҡулланыу һәм эксплуатациялау
- Радиотехника
- Идара итеүҙе автоматлаштырыу системалары
Урта профессиональ белем бирең программаһы буйынса уҡытыу 12 хәрби һөнәр буйынса 5 ФГОС сиктәрендә алып барыла
26.02.05 |
Һыу аҫты кәмәләре дөйөм карап системаларын ремонтлау һәм эксплуатациялау |
Атом энергетик установкалары булған караптарҙың пар-турбина ҡоролмаларын эксплуатациялау һәм ремонтлау | |
Водолаз һәм тәрән һыу сараларын эксплуатациялау һәм ремонтлау | |
Дизель энергетик ҡоролмаларын эксплуатациялау һәм ремонтлауа | |
Һыу өҫтө караптарының турбина ҡоролмаларын эксплуатациялау һәм ремонтлау | |
14.02.02 |
РХБ һаҡланыу сараларын эксплуатациялау һәм ремонтлау |
26.02.06 |
Караптарҙың техник саралары менән автоматлаштырылған идара итеү системаһын эксплуатациялау һәм ремонтлау |
Карап электр ҡорамалдарын эксплуатациялау һәм ремонтлау | |
11.02.02 |
Караптарҙың радиолокация системаларын һәм комплекстарын эксплуатациялау һәм ремонтлау |
Караптарҙың гидроакустик сараларын эксплуатациялау һәм ремонтлау | |
09.02.04 |
Хәрби идара итеүсе мәғлүмәт системаларын ремонтлау һәм эксплуатациялау |
Электрон-хисаплау машиналарын эксплуатациялау һәм ремонтлау |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ . 200 лет служения России. Сб. материалов. — СПб.: ВВМИУ имени Ф. Э. Дзержинского, 1998.
- ↑ Усик Н. П., Полях Я. И. Высшее военно-морское инженерное училище имени Ф. Э. Дзержинского. Исторический очерк. — Л.: ВВМИОЛУ имени Ф.Э. Дзержинского, 1990. — 408 с.
- ↑ Военно-морской инженерный институт
- ↑ Обучение на платном отделении военно-морского политеха обойдется в четверть миллиона.
- ↑ Приказ Министра Обороны РФ № 545 от 15 марта 2012 года «О мерах по совершенствованию структуры военных образовательных учреждений высшего профессионального образования Министерства обороны Российской Федерации»
- ↑ 6,0 6,1 6,2 История Военно-морского политехнического института 2018 йыл 2 сентябрь архивланған.
- ↑ Геральдика Военно-морского политехнического института 2018 йыл 6 декабрь архивланған.
- ↑ Капитан 1 ранга Шигапов вступил в должность начальника Военно-морского политехнического института ВУНЦ ВМФ 2020 йыл 3 август архивланған.
- ↑ Личному составу Военно-морского политехнического института ВУНЦ ВМФ представили нового начальника учебного заведения
- ↑ Факультеты Военно-морского политехнического института 2018 йыл 2 сентябрь архивланған.