Баш адмиралтейство
Төп адмиралтейство бинаһы — Санкт-Петербургтың 2-се Адмиралтейство утрауҙарындағы адмиралтейство ҡоролмалары комплексы, Нева йылғаһы ярында урынлашҡан рус ампир архитектураһы һәйкәле. Башта верфь итеп төҙөлгән, XVIII—XIX быуаттарҙа үҙгәртеп ҡоролған.
Баш адмиралтейство | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург һәм 2-й Адмиралтейский остров[d] |
Урынлашҡан урамы | Невский проспект[d] |
Архитектор | Андреян Дмитриевич Захаров[d] |
Архитектура стиле | архитектура неоклассицизма[d] һәм Ампир |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Бейеклеге/буйы | 74 метр |
Рәсми сайт | nevsky-prospekt.com/admi… |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1704 |
Баш адмиралтейство Викимилектә |
1718 йылдан алып бында Адмиралтейство-коллегияһы (1827 йылдан алып — Адмиралтейство советы-), 1709—1939 йылдарҙа — Модель-камера (1805 йылдан алып — Диңгеҙ музейы) урынлашҡан. 2012 йылдан алып был бинала Рәсәй флотының баш командованиеһы урынлашҡан.
Бина шпилендәге бәләкәй карап ҡаланың Баҡыр һыбайлыһы һәм Петропавловский ҡәлғәһе шпилендәге фәрештә һыны менән бер рәттән, ҡала символдарының береһе тип һанала[1]. Адмиралтейство энәһе «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалында һүрәтләнгән.
Адмиралтейство ҡәлғәһе
үҙгәртергәБашта был ҡәлғә Беренсе Петр һыҙмалары буйынса верфь итеп төҙөлә. Әҙерлек эштәре рекордлы ҡыҫҡа ваҡытта тамамлана: 1705 йылдың башында верфтың төп ҡоролмалары күтәртелеп, эллингта тәүге караптар төҙөлә башлай.
Төньяҡ һуғышы шарттарында верфты яҡлау кәрәк була, 1706 йылда адмиралтейство ҡәлғә булып торған, уның ҡоролмалары биш бастионлы ер вал менән уратып алынған булып, тышҡы яғында һыулы соҡор уратып торған һәм гласистан ер өйөмдәре менән дә һаҡланған. Эспланада — киң, ҡоролмаларҙан буш ялан, ул дошмандың көтөлмәгән һөжүмен күҙәтеп һаҡланыу өсөн булдырылған, был ялан ҡәлғәнән хәҙерге Кесе Диңгеҙ урамына тиклем һуҙылған.
10 май (29 апрель) 1706 йылда 18 пушкалы прама төҙөлө бөтөү менән карапты һыуға төшөргәндәр.
1715 йылда Адмиралтейство приказының ошо бүлексәһендә ун меңгә яҡын кеше эшләй. Шул ваҡытта адмиралтейство бер ҡатлы, «П» хәрефле төҙөлөш булған, Нева яғынан асыҡ торған була. Бинала складтар, оҫтахана, тимерлектәр, ведомство хеҙмәттәре урынлашҡан. Ихатаны елкәнле караптар төҙөү өсөн эллингтар биләгән, уның периметры буйына эске каналдар булған (күмер 1817 йылда). Адмиралтейство каналы оборона һәм транспорт йөрөтөү функцияларын үтәгән, ул ҡала каналдары селтәренә тоташтырылған, уның буйынса Яңы Голландиянан төҙөлөш материалдары һәм ағас килтерелгән.
Модель-камера
үҙгәртергә1709 йылда Петр I бойороғо буйынса Адмиралтействола модель-камера (нидерл. model-kammer — модель бүлмәһе, келәт өлгөһө) булдырыла, унда карап моделдәре һәм һыҙмалары һаҡлана. 1722 йылда бында төҙөлгән бөтә суднолар моделдәре лә модель-камерала һаҡланған. 1805 йыл модель-камера Диңгеҙ музеумы тип үҙгәртелә (1908 йылдан алып — Бөйөк Петр исемендәге), 1939 йылға тиклем музей бында тора.
Архитектура
үҙгәртергәКескәй карап
үҙгәртергәБина шпилендәге кескәй карап Санкт-Петербург ҡалаһы символдарының береһе булып тора.
Был караптың прототибы булып линия карабы «Ингерманланд» торған — ул Петр I хәрби караптар араһындағы иң яратҡан һәм шул ваҡытта Петр I штандарты аҫтында йөрөгән, 1712-1715 йылдарҙа төҙөлгән карап.
Легенда буйынса, мачталағы өс флаг иң таҙа ҡыҙыл алтындан яһалған, ә караптың алғы өлөшөндә Петр I-ҙың шәхси буссоле һаҡланған.
1815 йылға тиклем карап шпилдә торған, уның төп нөсхәһе ремонт ваҡытында алмаштырыла һәм аҙаҡ юғала. Күсермәһе 71 йыл тора: сираттағы ремонт ваҡытында төп нөсхәнең теүәл күсермәһе 1886 йылда шпилгә күтәртеп ҡуйыла, уның төп нөсхәһенең ауырлығы 65 кг, оҙонлоғо — 192 см, бейеклеге — 158 см, ул шулай уҡ Диңгеҙ музейы экспозицияһына урынлаштырылған.
1732—1738 йылда архитектор И. К. Коробов Адмиралтейство бинаһын таштан төҙөлгән. Төҙөүселәр бинаның элекке планын һаҡлап, ҡоролмаларҙың күренешенә монументаллек өҫтәп ҡуйған. Үҙәктәге ҡапҡа өҫтөндә, алтын менән ялатылған шпилле манара төҙөлә, уны ҡайһы саҡ «Адмиралтейство энәһе» (ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, алтын шпиль Петр I Ҡушма провинцияларҙан бүләккә алған дукаттарҙан төҙөлгән тип әйтелә) тип тә йөрөтәләр. 72 метр бейеклеккә корабль-флюгер баҫтырылған, ул бында беҙҙең көндәрҙә лә тора.
1738 йылдағы бина
үҙгәртергә1806—1823 йылдарҙа архитектор Андреян Захаров Адмиралтейство бинаһын яҡындағы Ҡышҡы һарай, Мойка йылғаһы, Нева, Гороховый, Вознесенский проспекттарының күренешенә яраҡлаштырып, бинаны үҙгәртеп иҫ киткес матур итеп яңыртып төҙөй, ул бинаның бары тик матур манараһын ғына һаҡлап ҡалдыра, ә верфь янындағы фортификация ҡоролмаларын алып ташлай, уларурынына абульвар булдыра (хәҙер бында Александровский баҡсаһы тора) ултырта. Захаров адмиралтействоны тулыһынса тиерлек яңынан төҙөй (фасадының оҙонлоғо 407 метр), бина ҡала архитектураһында Адмиралтействоның төп урында торғанлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм бинаны мөһабәт ҡиәфәтле итеп төҙөй(юғарыла әйтелеүенсә, уның яғына табан ҡаланың төп өс магистрале нур кеүек килеп ҡушыла).
1823 йылдағы бина
үҙгәртергәАдмиралтейство бинаһы янындағы скульптуралар Рәсәйҙең диңгеҙ державаһы булыуын раҫлап тора. Хәҙерге заманда Адмиралтейство бинаһы Рәсәй Флоты тарафынан ҡулланыла.
Адмиралтейство архитектура ансамбле ике П хәрефе рәүешле корпустарҙан (тышҡы һәм эске) тора. Улар араһында Адмиралтейство соҡоро үтә. Рәсәй диңгеҙ һәм йылға флоты административ учреждениелары тышҡы корпусты биләй, ә эске корпуста элекке производство оҫтаханалары бар.
Йорт үҙәгендә — шпилле монументаль манара (архитекторы Иван Коробов), урта өлөшөнән уратып колоннлар теҙелгән, был бина ҡала символына әүерелгән. Манараһы нигеҙен арка бүлеп үткән, ә урта өлөшөнә 12 һәм 6-колонналы портик эшләнгән. Манараның бейеклеге 72 метр шул иҫәптән, 23 метры шпилгә тура килә.
Адмиралтейство архитектураһында 28 скульптура тора. Скульптура булдырыуҙа Степан Пименов, Василий Демут-Малиновский, Артемий Анисимов ҡатнашҡан.
- ↑ Статья 7. Исторические символы Санкт-Петербурга Устава Санкт-Петербурга (принят ЗС СПб 14.01.1998) (ред. от 25.05.2016)