Хәлилов Мәүлитбай Рамаҙан улы

Хәлилов Мәүлитбай Рамаҙан улы (2 декабрь 1952 йыл) — СССР һәм Рәсәй скульпторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2003).

Хәлилов Мәүлитбай Рамаҙан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 декабрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Ишембай
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Мәүлитбай Рамаҙан улы Хәлилов 1952 йылдың 2 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуа.

1981 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) художество-графика факультетын тамамлай. Диплом эше — «Әсәй» скульптураһы була.

1995 йылдан РФ Рәссамдар союзы һәм «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.

Скульпторҙың ижад өлгөләре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында, «Янғантау» картиналар галереяһында (Салауат районы, «Янғантау» курорты) һаҡлана.

Башҡортостандың Дүртөйлө районында шағир Назар Нәжмигә дүрт метр ярымлыҡ мәрмәр һәйкәл; Өфөләге «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркында «Яңғыҙ романтик» скульптура төркөмө.

2018 йылда Р. Ф. Ғәбиҙуллина менән берлектә Ишембай ҡалаһында З. А. Космодемьянская һәйкәлен тергеҙә[1].

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

Мәүлитбай Рамаҙан улы Хәлилов 1982 йылдан республика, декада, зона, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Бөтә союз һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2003)
  • Назар Нәжми исемендәге премия лауреаты (2003).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Никулочкин, Д. В. Снова в строю 2018 йыл 24 сентябрь архивланған. // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2018. — № 38 (19 сентября). — С. 3. — ISSN 2220-8348.

Һылтанмалар

үҙгәртергә