Хундертвассер йорто
Хундертвассер йорто (нем. Hundertwasserhaus) — Австрияла Венала торлаҡ йорт. Адресы: Kegelgasse урамы, 36-38, A-1030 Wien, Löwengasse, 41-43 менән мөйөштә урынлашҡан.
Хундертвассер йорто | |
нем. Hundertwasserhaus | |
Нигеҙләү датаһы | 1984 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Фриденсрайх Хундертвассер[d] |
Дәүләт | Австрия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Вена[1] |
Архитектор | Фриденсрайх Хундертвассер[d], Петер Пеликан[d] һәм Йозеф Кравина[d] |
Архитектура стиле | экспрессионизм[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 17 февраль 1986 |
Рәсми сайт | hundertwasser-haus.info/… |
Һештег | Hundertwasserhaus |
Хундертвассер йорто Викимилектә |
Йортта 52 фатир, 4 офис, 16 шәхси һәм 3 дөйөм терраса, шулай уҡ дөйөм алғанда 250 ағас һәм ҡыуаҡ бар.
Тарихы
үҙгәртергәЙорт Австрия рәссамы һәм архитекторы Фриденсрайх Хундертвассерҙың архитектор Йозеф Кравина менән берлектәге проекты буйынса 1983—1986 йылдарҙа төҙөлгән. 2010 йылдан йорт рәсми рәүештә Хундертвассер-Кравина исемен йөрөтә[2].
Архитектураһы
үҙгәртергәБина «ҡалҡыулы» ҡаттары менән айырыла, ҡыйығы ҡыуаҡ һәм үләнле тупраҡ менән ҡапланған. Ҡайһы бер бүлмә-нишалар эсендә ағастар ултыртылған. Йортта Хундертвассер, төрлө палитралағы төҫтәрҙе, күп һанда йәшеллекте һәм күп планлылыҡты ҡулланып үҙенең сәнғәт һәм матурлыҡ идеалдарын сағылдырған, тура һыҙыҡтар юҡ. Сыбар фасадты төрлө ҙурлыҡтағы һәм формалағы тәҙрәләр, мозаика һәм төҫлө ялтырауыҡлы плиткаларҙан биҙәктәр тулыландыра. Рәссам был әҫәрен үҙенең ижадының түбәһе тип иҫәпләй, һәм хатта уға маҡтау шиғыры ла бағышлай. Хундертвассер был төҙөлөштән һуң проект өсөн хаҡ та алмай, сөнки был урында ниндәйҙер йәмһеҙ нәмә төҙөлмәгәненә үҙен бәхетле тип белдерә.
Оҡшаш проекттар
үҙгәртергәҠаршыла (Kegelgasse урамы, 37-39, A-Wien 1030) 1990—1991 йылдарҙа «Хундертвассер ауылы» (нем. Hundertwasser Village) — сауҙа-күргәҙмә үҙәге тормошҡа ашырыла. Был үҙенсәлекле фасады һәм эсендә ҙур булмаған ҡаласығы менән төҙөлөш. Кафе-бар, сувенир кибеттәре һәм йәмәғәт бәҙрәфе бар
1989 —1991 йылдарҙа яҡынса 400 метр төньяҡтараҡ биҙәлеше буйынса Хундертвассер проектына оҡшаш Сәнғәттәр йорто — Кунстхаус галереяһы төҙөлә (нем. KunstHausWien). Адресы: Untere Weißgerberstraße, 13, A-1030 Wien
1988 йылдан һуң Хундертвассер дизайны буйынса Венала Шпиттелау йылылыҡ электр үҙәгенең фасады һәм төтөн торбаһы биҙәлә, унда сорттарға бүленгән көнкүреш ҡалдыҡтары яндырыла. Был яңы технологияларҙың, экология һәм сәнғәттең гармоник бәйләнешең уңышлы миҫалы булып тора.
Галереяһы
үҙгәртергә-
«Убалы» ҡатлылыҡ
-
Бина фасадтарының береһе
-
Бинаның биҙәлеше деталдәре
-
Бина фасадтарының береһе
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Die Presse: OGH: Hundertwasser-Haus ist auch von Josef Krawina, 16. Mai 2010