Агнеш Храницки
Агнеш Храницки (мадьярса Ágnes Hranitzky; 4 июль 1945 йыл, Деречке, Венгрия) ― Венгрия кинорежиссёры һәм монтажсыһы. Венгр режиссёры Бела Таррҙың ҡатыны, уның фильмдарын эшләүҙә ҡатнаша.
Агнеш Храницки | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Венгрия |
Тыуған көнө | 4 июль 1945[2][3] (79 йәш) |
Тыуған урыны | Derecske[d], Хайду-Бихар[d], Венгрия[2] |
Внебрачный партнёр | Бела Тарр[d] |
Һөнәр төрө | монтажёр |
Эшмәкәрлек төрө | Фильм[4] һәм телевидение[4] |
Уҡыу йорто | Кино һәм театр сәнғәте университеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кинолағы карьераһы
үҙгәртергәАгнеш Храницки кинолағы карьераһын 1970 йылдарҙа башлаған монтажсы булып башлай. 1981 йылда ул режиссёрҙар Бела Тарр менән эшләй башлай, уның «Вольный прохожий» фильмын монтажлау менән шөғөлләнә. Шул ваҡыттан алып уның һәр фильмын монтажлай.
2000 йылдан башлап, Таррҙың «Гармония Веркмейстера» фильмы экранға сыҡҡандан һуң, Храницкий тормош иптәше төшөргән фильмдарҙың режиссёрҙашы ла була. Таррҙың фильмдары оҙайлы сценалары менән билдәле, шуға Агнеш бик йыш төшөрөү майҙанында булып, Таррға монтаж бүлмәһендә күренеш нисек артабан үҫешеүен һәм ниндәй сценалар икенсеһенә тап килеүе буйынса кәңәштәрен бирергә мәжбүр була.[5].
Агнеш Храницкий 2007 йылда «Человек из Лондона» фильмының режиссёрҙашы сифатында сығыш яһай, ә Тарр төп режиссёр була. Картинаның премьераһы 2007 йылда Канн кинофестиваленең конкурс программаһында күрһәтелә[6].
2011 йылда ул шулай уҡ «Туринская лошадь» фильмында режиссёрҙаш була. Фильм беренсе тапҡыр 61-се Халыҡ-ара Берлин кинофестивалендә күрһәтелә һәм Көмөш айыуға (жюриҙың гран-приһы) лайыҡ була.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәАгнеш Храницкий режиссёр Бела Таррҙа кейәүҙә. 1978 йылда беренсе тапҡыр танышҡандан алып улар бергә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 выгрузка данных Freebase — Google.
- ↑ Ágnes Hranitzky // filmportal.de — 2005.
- ↑ 4,0 4,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Interview with Béla Tarr: About Werckmeister Harmonies (Cannes 2000, Director’s Fortnight) . Дата обращения: 23 август 2016.(недоступная ссылка)
- ↑ Mitchell, Wendy Fortissimo on board for Bela Tarr's Cannes title The Man From London . Дата обращения: 23 август 2016.