Хисмәтуллина Рүзәлиә Сафиулла ҡыҙы

сәйәсмән, депутат, иҡтисадсы

Хисмәтуллина Рүзәлиә Сафиулла ҡыҙы (14 октябрь 1954 йыл) — дәүләт эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2010—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының финанс министры. Башҡортостан Республикаһы бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

Хисмәтуллина Рүзәлиә Сафиулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 октябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Марийская АССР[d], РСФСР, СССР
Моркинский район[d], Марийская АССР[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, иҡтисадсы
Биләгән вазифаһы парламент ағзаһы[d]
Әүҙемлек урыны парламент[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Рүзәлиә Сафиулла ҡыҙы Хисмәтуллина 1954 йылдың 14 октябрендә Мари АССР-ының Моркин районы Комсомольск ҡасабаһында тыуа. Юғары белемде Ҡазан финанс-иҡтисад институтында ала (19721976)[1]. Хеҙмәт юлын 1976 йылда Башҡортостан Республикаһының Финанстар министрлығында штат бүлеге экономисы булып башлай. Һуңынан ойошманың бүлек мөдире урынбаҫары, бүлектәр мөдире була. 19942009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының финанс министры урынбаҫары булып эшләй. 20092010 йылдарҙа — финанс министрының беренсе урынбаҫары. 20102013 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының финанстар министры[2]. 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, Бюджет, һалым, инвестицион сәйәсәт һәм территориаль үҫеш комитеты рәйесе була. 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм комитеты, депутат этикаһы комиссияһы ағзаһы. «Аныҡ эштәр» проекты координаторы. Улы һәм ҡыҙы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Халыҡтар дуҫлығы ордены
Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау ҡағыҙы
Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты
«Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе
«Башҡортостан Республикаһының ҡануниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың почет билдәһе
Финанс эштәре отличнигы
Рәсәй Федерацияһы Финанстар министрлығының Маҡтау ҡағыҙы
Башҡортостан Республикаһы Финанстар министрлығының Маҡтау ҡағыҙы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә