Химара (алб. Himarë, грек. Χειμάρρα, Himarra) — Албанияның көньяҡ-көнбайышындағы ҡала, Ион диңгеҙе яры буйында урынлашҡан. Влёра өлкәһенә һәм Влёра округына ҡарай.

Химара
Герб
Рәсем
Этнохороним chimarioti
Дәүләт  Албания
Административ үҙәге Himarë municipality[d]
Административ-территориаль берәмек Влёра[d], Влёра[d] һәм Himarë municipality[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d][1] һәм UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 4596 кеше (14 июнь 2012)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 90 метр һәм 3 метр[1]
Почта индексы 9425
Рәсми сайт himara.gov.al
Карта
 Химара Викимилектә

Химарала католик сиркәү
Северный Эпир в античные времена

Ҡала Византия империяһы ваҡытында [гректар тарафынан Төньяҡ Эпир биләмәһендә төҙөлә[2]. Был турала Химарала үткән ҡаҙылмаларҙан һәм византия яҙыусыһы Кесарийский Прокопий һүҙҙәренән билдәле[3], Прокопий ҡаланы Cheimarros тип атай (грек. Χειμάρρα).

Артабан ҡала албан Музак һәм Арианити кенәзлектәре составына инә, Византия тарҡалыу менән һәм Албанияға ғосмандар баҫып инеү менән Ғосман империяһына күсә. XV быуатта химариоттар грек флагы аҫтында Кастриотис Скендербег ғәскәренең һайлап алынған өлөшөн тәшкил итә. 1481 йылда неаполитан хәрби хеҙмәттәге грек ғәскәр башлығы Крокодилос Кладас урындағы грек баш күтәреүселәре ярҙамында ҡаланы төрөктәрҙән тартып ала. Ҡала 1492 йылға тиклем Неаполитан короллеге контроле аҫтында була. Күпмелер ваҡыт ҡала Ғосман империяһы менән Венеция республикаһының бөтә төбәктәр өҫтөнән контроль хоҡуғы өсөн бәрелештәре урыны булып ала.

XVII быуатта Химарала күпселек гректар тәшкил итә, әммә XVIII быуат башына албан залимы Али-паша Тепеленский хакимлығы осоронда грек халҡы ныҡ кәмей.

1833 йылға тиклем тиерлек Химара асылында дәүләт эсендә дәүләт төҙөп, грек епископияһын тәшкил итә, төрөк хөкүмәте уны танырға мәжбүр була. Француз яҙыусыһы Рене «бөгөнгө көнгә тиклем (1913) химариоттар яҡшы атыусылар, ҡорал йөрөтөү хоҡуҡтарына эйә» тип яҙа[4]. Химара епархияһы Химараны һәм тағы алты грек ауылын: Кипаро, Вуно, Дромадес, Паласс, Пилиори һәм Куветсины 12 000 кешеһе менән үҙ эсенә ала, улар Портаға йыл һайын 16 мең франк һалым түләй. Порта был «хәҙерге гректарға» һалымды арттырырға тырышмай[5]. Төрөк власы өҫтөнә ҡуйылған төрөк чиновниктары Химараға ингән урында ике бинала урынлаша[6].

Балкан һуғышы башланғас? 1912 йылдың 18 ноябрендә грек жандармерияһы майор химариот Спирос Спиромилиос Химараға килеп төшә һәм үҙенең тыуған илен һәм тирә-яҡ ауылдарҙы азат итә[7][8]. 1913 йылдың 14 декабрендә Флоренцияла ҡул ҡуйылған протокол нигеҙендә, алты европа державаһы төҙөлөп ятҡан албан хөкүмәтенә бөтә Төньяҡ Эпирҙы, шул иҫәптән Химараны ла индерергә ҡарар итә. 1914 йылдың 14 февралендә протокол буйынса грек хөкүмәтенә мәғлүмәт бирелә[9].

Грек хөкүмәте көнбайыш хөкүмәттәр баҫымы аҫтында Эгей диңгеҙе өҫтөнән грек контроле танылыуы тураһында ышандырыу алып, ғәскәрҙәргә Төньяҡ Эпирҙы ҡалдырыу буйынса бойороҡ бирә. Спиромилиос Греция менән берләшергә теләп, Химараны ҡалдырыуҙан баш тарта[10]. Рене Пюа былай тип яҙа: «Химараның гректыҡы булмауы мөмкин түгел, сөнки ул инде гректыҡы, һәм химариоттар— ул грек илһөйәрлеге өлгөһө»[11].

Химариоттар албан гректарынан беренсе булып көрәш башлай, 1914 йылда Химара автономиялы дәүләте тип иғлан итә[12]. Һуңынан Химара Гирокастра ҡалаһында 28 февралдә «Төньяҡ Эпирҙың автономиялы республикаһы» тип иғлан ителә[13].

Грек армияһынан киткән Спиромилиос, бөтә автономиясы хәрәкәт осоронда Химара-Тепелени оборона һыҙығын тота[14].

Грек халҡының автономиясы хәрәкәте теләгән һөҙөмтәгә килтермәй, Беренсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле Греция менән берләшеү килеп сыҡмай. Химара, бөтә Төньяҡ Эпир кеүек, бойондороҡһоҙ Албания составына инә. Әммә кәрәк, тип билдәләне һәм беренсе донъя һуғышы башланыуға тиклем 1922 йылда автономия һәм армия ҡушылып, ҡала грек армияһы күҙәтеүе аҫтында Төньяҡ Эпирҙың, албан әлегә тулыһынса биреп булмай.

Хәҙерге Химара

үҙгәртергә

Халҡы 3 868 кеше, күберәк гректар. Шулай уҡ байтаҡ албандар ҙа йәшәй.

Химара — Албания көньяғында типик курорт ҡаласығы. Ҡаланың иҡтисады туризм иҫәбенә үҫешә. Ион диңгеҙенең яры буйында урынлашҡан . Химарала ике 4 йондоҙло ҡунаҡхана бар.

Ҡалала ике университет бар.

Ҡаланың билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Димас Пиррос (грек. Πύρρος Δήμας) — ауыр категорияла грек атлеты, 1992, 1996 һәм 2000 йылдарҙа өс тапҡыр олимпия чемпионы.
  • Спиромилиос Спиридон (грек. Σπυρίδων Σπυρομήλιος) 1800—1821 йылдағы Грек революцияһының хәрби эшмәкәре, Грек короллегенең сәйәсмәне һәм офицеры, 5 тапҡыр хәрби министр һәм короллектең офицер училищеһын етәкләй.
  • Захос Милиос (грек. Ζαχος Μηλιος, 1805—1860) — грек хәрбие, 1821—1829 йылдарҙа Грецияның азатлыҡ һуғышында ҡатнаша.
  • Танасис Пипас (грек. Θανασης Πιπας, 1821 йылда һәләк була) — грек хәрби етәксеһе, Бухарестың Изге Николай сиркәүендә төрөктәрҙән 12 химариот менән батырҙарса һәләк була, төрөктәрҙән Изге Николай сиркәүендә һаҡланып һуңғы көсөнә тиклем көрәшә.
  • Спиромилиос, Спирос (грек. Σπυρος Σπυρομηλιος, 1864-1930) — грек офицеры,1912 йылда Крит ирекле 2000 химариоттан торған отряд башында тора, ҡаланы азат итә һәм уны 1914 йылға тиклем тота.
  • Димитриос Дулис (грек. Δημητριος Δουλης, 1865-1928) — грек офицеры, Төньяҡ Эпирҙың ваҡытлы хөкүмәтенең хәрби министры.
  • Сотирис Нинис (грек. Σωτήρης Νίνης) — билдәле грек футболсыһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. «Byzantine Empire». Encyclopaedia Britannica.
  3. Epirus Vetus: The Archaeology of a Late Antique Province (Duckworth Archaeology) by William Bowden, 2003, ISBN 0715631160, 2003, page 14
  4. Rene Puax, La malheureuse Epire, Δυστυχισμένη Βόρειος Ήπειρος, εκδ.Τροχαλία, ISBN 960-7022-08-4, σελ. 76
  5. RenePuax, La malheureuse Epire, Δυστυχισμένη Βόρειος Ήπειρος, εκδ.Τροχαλία, ISBN 960-7022-08-4, σελ.74
  6. RenePuax, La malheureuse Epire, Δυστυχισμένη Βόρειος Ήπειρος, εκδ.Τροχαλία, ISBN 960-7022-08-4, σελ.77
  7. Σόλων Ν. Γρηγοριάδης, Οί Βαλκανικοί πολεμοι 1912—1913, Φυτράκης 1979, σελ. 90
  8. RenePuax, La malheureuse Epire, Δυστυχισμένη Βόρειος Ήπειρος, εκδ.Τροχαλία, ISBN 960-7022-08-4, σελ.81-82
  9. Σόλων Ν. Γρηγοριάδης, Οί Βαλκανικοί πλεμοι 1912—1913,Φυτράκης 1979, σελ 270
  10. Rene Puax, La malheureuse Epire, Δυστυχισμένη Βόρειος Ήπειρος, εκδ.Τροχαλία, ISBN 960-7022-08-4, σελ.78
  11. RenePuax, La malheureuse Epire, Δυστυχισμένη Βόρειος Ήπειρος, εκδ.Τροχαλία, ISBN 960-7022-08-4, σελ.86-87
  12. Rene Puax, La malheureuse Epire, Δυστυχισμένη Βόρειος Ήπειρος, εκδ.Τροχαλία, ISBN 960-7022-08-4, σελ.229
  13. Sakellariou M. V. Epirus, 4000 years of Greek history and civilization. Ekdotikē Athēnōn, 1997. ISBN 978-960-213-371-2, p. 382: «born in the Northern Epirote town of Cheimara and a major in the Greek army, proclaimed the autonomy of Cheimara»
  14. Rene Puax, La malheureuse Epire, Δυστυχισμένη Βόρειος Ήπειρος, εκδ.Τροχαλία, ISBN 960-7022-08-4, σελ.185