Хильден
Хильден (нем. Hilden) — Германиялағы ҡала, Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендә урынлашҡан.
Хильден | |
нем. Hilden | |
Байраҡ | Герб |
Рәсми атамаһы | Hilden |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | Hid[1] |
Архивы хранятся в | Stadtarchiv Hilden[d] |
Дәүләт | Германия[2] |
Административ-территориаль берәмек | Меттман[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Иң юғары нөктә | Jaberg[d][3] |
Хөкүмәт башлығы | Claus Pommer[d] |
Ойошма ағзаһы | Climate Alliance[d][4] һәм Städte- und Gemeindebund Nordrhein-Westfalen[d][5] |
Халыҡ һаны | 55 815 кеше (31 декабрь 2022)[6] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 50 метр |
Туғандаш ҡала | Уоррингтон[d] |
Сиктәш | Дюссельдорф[d], Хан[d] һәм Золинген[d] |
Майҙан | 25,95 км² (31 декабрь 2017)[7] |
Почта индексы | 40721, 40723 һәм 40724 |
Рәсми сайт | hilden.de |
Тасуирлау биттәре | kek-online.de/medienkonz… |
Урындағы телефон коды | 02103 |
Номер тамғаһы коды | ME |
Категория для почётных граждан субъекта | Category:Honorary citizens of Hilden[d] |
Хильден Викимилектә |
Меттман округы составына инә. Ҡаланың халҡы 56,0 мең кеше тәшкил итә (2009); 2000 йылда — 56,3 мең. Хильден ҡалаһы 25,96 км² майҙанды биләй. Рәсми коды — 05 016 1 58.
Ҡала 5 ҡала районына бүленгән.
Географияһы
үҙгәртергәХильден ҡалаһы Золинген ҡалаһынан көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта һәм көньяҡ-көнсығышта Дюссельдорф ҡалаһынан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан, 57 мең кешеһе булған Хильден ҡалаһы Меттман округының ҙурлығы буйынса дүртенсе ҡалаһы. Ҡала территорияһы төньяҡта Эркрат менән, төньяҡ-көнсығышта Хан, көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығышта Золинген, көньяҡта Лангенфельд һәм көнбайышта Дюссельдорф ҡалалары менән сиктәш. Ҡаланың күп өлөшө Рейн йылғаһы бассейнында, йылғаның Түбәнге Рейн төбәгенән Берг еренә күскән ерендә, урынлашҡан. Ҡаланың көнбайышындағы вокзал диңгеҙ кимәленән 48 метр бейеклектә торһа, шул уҡ ваҡытта Хан ҡалаһы сигендә торған Яберг тауы диңгеҙ кимәленән 106 метрға күтәрелеп тора. Ғөмүмән алғанда, ҡала көнсығыштан көнбайышҡа табан күтәрелеп тора. Атмосфера яуым-төшөм кимәле бында бик юғары, йылына 800 мм-ҙан артыҡ.
Германияның халыҡ бик тығыҙ йәшәгән Хильден ҡалаһында буш ятҡан ерҙәр бик аҙ. Хильден — автобандар менән уратып алынған ҡала. Халҡының тығыҙлығы сағыштырмаса бейек, ҡалныңа тирә-йүнендә башҡа ултыраҡтар һәм ауыл хужалығы территориялары юҡ.
Иң ҙур төҙөлөш ҡағылмаған ере — ҡаланың төньяҡ-көнсығышындағы Хильден ҡалаһы урманы (Хильден бушлығы), артабан — Гизенхайде, ул ҡаланың төньяғында тороусы төҙөлөштәрҙән азат урын. Ҡала тирә-яҡҡа йондоҙҙар формаһында таралып урынлашҡан, шуға күрә ҡала кешеләре Хильденды үҙәк һәм төньяҡ, көньяҡ, көнбайыш, көнсығыш райондарға бүлеп йөрөтә. Шулай итеп билдәләп, халыҡ урындағы Майде, Карнап, Тротцхильден һәм башҡа урындарҙы ҡаланың өлөштәрен билдәләү өсөн ҡулланмай.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергә- Изге Иаков сиркәүе
- Хильден бушлығы
Уҡыу йорттары
үҙгәртергә- Ҡала музыка мәктәбе
Айырым объекттары
үҙгәртергә- Урман казармаһы
Туғанлашҡан ҡалалары
үҙгәртергәФотоһүрәттәр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ OpenStreetMap (билдәһеҙ) — 2004.
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ https://www.kommunen.nrw/der-verband/mitglieder-des-stgb-nrw.html
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2022 (нем.) — DESTATIS, 2023.
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.