Хамедорея
Хамедорея (лат. Chamaedorea) — пальма һымаҡтар (Arecaceae) ғаиләһенә ҡараған сәскәле үҫемлектәр заты. Көньяҡ һәм Үҙәк Америкала киң таралған йөҙҙән ашыу ағас кеүек үҫкән ҡыҫҡа буйлы үҫемлек төрөн үҙ эсенә ала.
Хамедорея | |||||||||||||||||||||
Chamaedorea elegans. Ботаническая иллюстрация из журнала Луи Ван-Гутта Flore des serres et des jardins de l'Europe (том XIII, 1858) | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Chamaedorea Willd. (1806) | |||||||||||||||||||||
Төрҙәре | |||||||||||||||||||||
|
Урындағы халыҡ Chamaedorea tepejilote төрөнөң «пакайи» тип йөрөтөлгән асылмаған ата сәскәләрен (башлыса йәшелсә булараҡ салаттарҙа) аҙыҡ итеп ҡуллана. Хамедореяның бүлмә гөлдәре булараҡ билдәле төрҙәре бар[2]. Бөтә пальмалар араһында хамедорея фатирҙа тотоу өсөн иң ҡулайлыһы булып тора.
Экологияһы
үҙгәртергәҒәҙәттә Хамедорея Үҙәк Американың дымлы тропик урмандарын, шулай уҡҡайһы саҡ Көньяҡ Американың төньяғын да үҙ итә[3]. Был үҫемлектәр ғәҙәттә тау итәгендә, йыш ҡына бейек ағастарҙың күләгәһендә (шуға ла бүлмә гөлдәре күләгәлә лә үҫә ала)[4] киң таралып үҫкән.
Биологик тасуирламаһы
үҙгәртергәБыл төр үҫемлектәр араһында бәләкәс кенә, хатта кәрлә булған ағас тамырһабаҡлы үҫемлектәр, ҡыуаҡ һымаҡ, күп һанлы нәҙек һабаҡлы, шулай уҡ яңғыҙ һабаҡлы булыуы мөмкин. Ҡайһы бер төрҙәре Лиана[2]. булараҡ билдәле.
Япрағы йә бөтөн, йә, һирәгерәк осрай. Өҫкө өлөшөндә ул икегә бүленә йәки ҡауырһынға оҡшап тора. Ата сәскәләре ваҡ, һары йәки ҡыҙыл төҫтә, хуш еҫле, башаҡ һымаҡ йәки һепертке һымаҡ сәскәләргә йыйылған[2]. Ҡатын-ҡыҙ енесенән булған сәскәләре яңғыҙ, сәскә һабағы менән, сағыу ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары йәки һары төҫтә[3] була. Хамедореяның бөтә төрҙәре — ике өйлө үҫемлектәр. Емеше ҙур булмаған борсаҡ кеүек, еләккә оҡшаған[2].
Үҫтереү
үҙгәртергәХамедореяның бер нисә төрө тәбиғи ареалдан ситтә лә яҡшы билдәле. Улар декоратив бүлмә гөлдәре һәм оранжерея үҫемлектәре булараҡ үҫтерелә. Тәү сиратта ул Бейек Хамедорея (Chamaedorea elatior), нәфис Хамедорея (Chamaedorea elegans), Chamaedorea pinnatifrons (Chamaedorea concolor, йәғни Бер төҫлө Хамедорея), шулай уҡ Эрнест-Август Хамедореяһы (Chamaedoreannesti-augusti) булараҡ билдәле[2][4]). Үҫемлектәр үтә талапсан булмауы, күләгәлә үҫә алыуы менән айырылып тора. Бүлмәлә үҫтерелгәненең бейеклеге 1,5—2 м, ә япраҡтарының оҙонлоғо 20—30 см[4].
1980 йылдарҙа НАСА ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, ҡайһы бер бүлмә гөлдәре яҡшы фильтр булып тора һәм улар бүлмәләрҙәге һауанан зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Хамедорея һауаны бензол, трихлорэтилен һәм формальдегид кеүек матдәләрҙән таҙарта. Шул уҡ ваҡытта уның һауаны таҙартыу һөҙөмтәлелегенең дөйөмләштерелгән коэффициенты өйрәнелгән үҫемлектәр араһында иң юғарыларҙың береһе булып сыға (10 баллы система буйынса 8,4)[4].
- Агротехникаһы
Хамедорея төрө үҫемлектәрен тәрбиәләү бик еңел. Улар насар ашламалы тупраҡты ла, даими һыу ҡойолмаһа ла, оҙаҡ йылдар тап һауытта ла, күләгәлә лә үҫә ала[3]. Күләгәгә сыҙамлы булыуына ҡарамаҫтан, улар яҡтылыҡты яратҡан үҫемлек булып һанала. Шулай ҙа улар ҡояш нурҙарының тура төшкәнен яратмай[3][4]. Бүлмәлә был гөлдө көнбайыш йәки көнсығыш тәҙрәлә үҫтереү яҡшыраҡ, иркен һәм ҙур һауытта гумус менән байытылған тупаҡта үҫтереү яҡшы һөҙөмтә бирә[4]. Тәҡдим ителгән ер ҡатнашмаһы япраҡлы ер, кәҫле ер, торф һәм ҡомдан (1:3:1:1) торһон, тупраҡтың оптималь кислоталылығы 66,5 pH булһын. Йәйге ваҡытта мул итеп һыу ҡойорға кәңәш ителә.
Төрҙәре
үҙгәртергәThe Plant List мәғлүмәт базаһы мәғлүмәттәре буйынса (2010), род 107 төрҙө үҙ эсенә ала:
- Chamaedorea adscendens (Dammer) Burret
- Chamaedorea allenii L.H.Bailey
- Chamaedorea alternans H.Wendl.
- Chamaedorea amabilis H.Wendl. — Хамедорея прелестная
- Chamaedorea anemophila Hodel
- Chamaedorea angustisecta Burret
- Chamaedorea arenbergiana H.Wendl.
- Chamaedorea atrovirens Mart.
- Chamaedorea benziei Hodel
- Chamaedorea binderi Hodel — Хамедорея Биндера
- Chamaedorea brachyclada H.Wendl.
- Chamaedorea brachypoda Standl. & Steyerm.
- Chamaedorea carchensis Standl. & Steyerm.
- Chamaedorea castillo-montii Hodel
- Chamaedorea cataractarum Mart. — Хамедорея водопадная
- Chamaedorea christinae Hodel
- Chamaedorea correae Hodel & N.W.Uhl
- Chamaedorea costaricana Oerst. — Хамедорея коста-риканская
- Chamaedorea crucensis Hodel
- Chamaedorea dammeriana Burret
- Chamaedorea deckeriana (Klotzsch) Hemsl.
- Chamaedorea deneversiana Grayum & Hodel
- Chamaedorea elatior Mart. — Хамедорея высокая
- Chamaedorea elegans Mart. — Хамедорея изящная Neanthe bella — Неанте красивая Collinia elegans — Коллиния изящная
- Chamaedorea ernesti-augusti H.Wendl. — Хамедорея Эрнеста-Августа
- Chamaedorea falcifera H.E.Moore
- Chamaedorea foveata Hodel
- Chamaedorea fractiflexa Hodel & Cast.Mont
- Chamaedorea fragrans (Ruiz & Pav.) Mart.
- Chamaedorea frondosa Hodel, Cast.Mont & Zúñiga
- Chamaedorea geonomiformis H.Wendl.
- Chamaedorea glaucifolia H.Wendl.
- Chamaedorea graminifolia H.Wendl.
- Chamaedorea guntheriana Hodel & N.W.Uhl
- Chamaedorea hodelii Grayum
- Chamaedorea hooperiana Hodel
- Chamaedorea ibarrae Hodel
- Chamaedorea incrustata Hodel, G.Herrera & Casc.
- Chamaedorea keelerorum Hodel & Cast.Mont
- Chamaedorea klotzschiana H.Wendl.
- Chamaedorea latisecta (H.E.Moore) A.H.Gentry
- Chamaedorea lehmannii Burret
- Chamaedorea liebmannii Mart.
- Chamaedorea linearis (Ruiz & Pav.) Mart.
- Chamaedorea lucidifrons L.H.Bailey
- Chamaedorea macrospadix Oerst.
- Chamaedorea matae Hodel
- Chamaedorea metallica O.F.Cook ex H.E.Moore
- Chamaedorea microphylla H.Wendl.
- Chamaedorea microspadix Burret — Хамедорея мелкоплодная
- Chamaedorea moliniana Hodel, Cast.Mont & Zúñiga
- Chamaedorea murriensis Galeano
- Chamaedorea nationsiana Hodel & Cast.Mont
- Chamaedorea neurochlamys Burret
- Chamaedorea nubium Standl. & Steyerm.
- Chamaedorea oblongata Mart.
- Chamaedorea oreophila Mart.
- Chamaedorea pachecoana Standl. & Steyerm.
- Chamaedorea palmeriana Hodel & N.W.Uhl
- Chamaedorea parvifolia Burret
- Chamaedorea parvisecta Burret
- Chamaedorea pauciflora Mart.
- Chamaedorea pedunculata Hodel & N.W.Uhl
- Chamaedorea pinnatifrons (Jacq.) Oerst.typus[5]
- Chamaedorea piscifolia Hodel, G.Herrera & Casc.
- Chamaedorea pittieri L.H.Bailey
- Chamaedorea plumosa Hodel
- Chamaedorea pochutlensis Liebm.
- Chamaedorea ponderosa Hodel
- Chamaedorea pumila H.Wendl.
- Chamaedorea pygmaea H.Wendl.
- Chamaedorea queroana Hodel
- Chamaedorea radicalis Mart.
- Chamaedorea recurvata Hodel
- Chamaedorea rhizomatosa Hodel
- Chamaedorea ricardoi R.Bernal, Galeano & Hodel
- Chamaedorea rigida H.Wendl.
- Chamaedorea robertii Hodel & N.W.Uhl
- Chamaedorea rojasiana Standl. & Steyerm.
- Chamaedorea rosibeliae Hodel, G.Herrera & Casc.
- Chamaedorea rossteniorum Hodel, G.Herrera & Casc.
- Chamaedorea sartorii Liebm.
- Chamaedorea scheryi L.H.Bailey
- Chamaedorea schiedeana Mart.
- Chamaedorea schippii Burret
- Chamaedorea seifrizii Burret
- Chamaedorea selvae Hodel
- Chamaedorea serpens Hodel
- Chamaedorea simplex Burret
- Chamaedorea skutchii Standl. & Steyerm.
- Chamaedorea smithii A.H.Gentry — Хамедорея Смита
- Chamaedorea stenocarpa Standl. & Steyerm.
- Chamaedorea stolonifera H.Wendl. ex Hook.f.
- Chamaedorea stricta Standl. & Steyerm.
- Chamaedorea subjectifolia Hodel
- Chamaedorea tenerrima Burret
- Chamaedorea tepejilote Liebm.
- Chamaedorea tuerckheimii (Dammer) Burret
- Chamaedorea undulatifolia Hodel & N.W.Uhl
- Chamaedorea verapazensis Hodel & Cast.Mont
- Chamaedorea verecunda Grayum & Hodel
- Chamaedorea volcanensis Hodel & Cast.Mont
- Chamaedorea vulgata Standl. & Steyerm.
- Chamaedorea warscewiczii H.Wendl. — Хамедорея Варшевича
- Chamaedorea whitelockiana Hodel & N.W.Uhl
- Chamaedorea woodsoniana L.H.Bailey
- Chamaedorea zamorae Hodel — Хамедорея Заморы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 БСЭ, 1978
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Григорьев (ред.), 2006
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Ван дер Неер, 2012
- ↑ Сведения о роде Chamaedorea в базе данных Index Nominum Genericorum Международной ассоциации по таксономии растений (IAPT). (инг.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хамедорея // Франкфурт — Чага. — М. : Советская энциклопедия, 1978. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 28).
- Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}}. - Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}}. - Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}}. — 217—253 p.