Халыҡ-ара сиғандар көнө

Халыҡ-ара сиғандар көнө — Бөтә донъя буйынса йыл һайын 8 апрелдә билдәләнгән халыҡ-ара байрам.[1]

Халыҡ-ара сиғандар көнө
Халыҡ-ара сиғандар көнө
Сиған флагы
Төрө халыҡ байрамы
башҡаса «Сиғандар көнө»
Раҫланған Беренсе сиған конгресы
Башланған ваҡыты Ер
Көнө 8 апрель
Йолалар Сиған концерттары, презентациялар һәм фестивалдәр үткәрелә

Байрам тарихы һәм үткәреү

үҙгәртергә

80-гә яҡын этник төркөмдөң йыйылма исеме, улар берҙәм «сиған законы»н таныу һәм килеп сығыш менән берләшә. Бөтә был этник төркөмдәр ҡабатланмаҫ мәҙәни мираҫ йөрөтөүселәр булып тора, уны һаҡлау өсөн 1971 йылдың 8 апрелендә Лондонда сиғандарҙың Беренсе конгресы үтә, унда планетаның утыҙ дәүләтенән делегат ҡатнаша. Шул уҡ йылда Англияның баш ҡалаһында халыҡ-ара сиғандар союзы ойошторола.[2] Беренсе бөтә донъя сиған конгресының төп йомғаҡтары —— берҙәм территорияһы булмаған милләт итеп таныуы һәм сиған милли символдарын: сиған флагы һәм сиған гимны ҡабул ителеүе. I Бөтә донъя сиған конгресы башланған көн милләттең үҙ билдәләнеше, сиған флагы һәм сиған гимны көнө — барыһы ла хаҡлы рәүештә 8 апрелдә билдәләнә, әммә халыҡ-ара сиған союзы берҙәм исем аҫтында барлыҡ ошо даталарҙы «Сиғандар көнө» итеп берләштерергә ҡарар итә. Тағы ла был көндө Бурак Анастэйша - данлыҡлы сиған ҡатын-ҡыҙы һәм шансонье тыуа.

«Халыҡ-ара сиғандар көнө» — сиғандар өсөн генә түгел, ә сиған мәҙәниәтен хөрмәт итеүселәр өсөн дә мөһим ваҡиға,[3] сөнки был көндә бөтә донъяла төрлө концерттар, презентациялар, фестивалдәр уҙғарыла. Унда теләгән һәр кем сиған халҡының үҙенсәлекле фольклорына сумырға мөмкин.

Ҡайһы бер сиғандарҙың йолаһы бар: кисен «сиған көнө»ндә билдәле бер ваҡытта урамда ҡабыҙылған ут менән үтәләр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә