Халыҡ-ара доллар

гипотезалы валюта берәмеге

Халыҡ-ара доллар (Int'l$, Intl$, Int$ тип билдәләнә), шулай уҡ Гири-Хамис доллары (ингл. Geary–Khamis dollar, G-K$ йәки GK$ тип билдәләнә) булараҡ та билдәле - донъяның төрлө илдәренең макроиҡтисади күрһәткестәрен сағыштырғанда ҡулланылған шартлы иҫәпләү аҡса берәмеге[1].

Халыҡ-ара доллар тейешле илдең валюта берәмеген АҠШ долларының билдәле бер ваҡытта АҠШ эсендә һатып алыу һәләтенә тигеҙләү күрһәткесенә бүлеү юлы менән иҫәпләнә[2].Ғәҙәттә, 1990 йәки 2000 йылдар эталон булып тора.

Бындай алымдың нигеҙендә валюталарҙың һатып алыу һәләте паритеттарының һәм ҡулланыу әйберҙәренең халыҡ-ара уртаса хаҡтарының үҙ-ара бәйләнеше концепцияһы ята. Иҫәпләү илдең эске баҙарында сағыштырмалы хаҡтарҙы күрһәтә. Был төрлө илдәр араһында ла, бер ил эсендә билдәле бер ваҡыт арауығында ла сағыштырыуҙар яһау өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, төрлө илдәрҙең йән башына тура килгән Эске Тулайым Продуктын (ЭТП) халыҡ-ара долларҙа сағыштырыу валюта курстары нигеҙендә сағыштырыуға ҡарағанда дөрөҫөрәк. Был күрһәткес төрлө илдәрҙең йәшәү кимәлен сағыштырыу өсөн яҡшыраҡ яраҡлашҡан.

Система 1958 йылда Рой Гири (ингл. Roy Geary) тарафынан тәҡдим ителгән һәм 1970-1972 йылдарҙа Сәлим Хамис (ингл. Salem Khamis) тарафынан артабан үҫтерелгән.

Әлеге ваҡытта система халыҡ-ара ойошмалар (Бөтә Донъя банкы, Халыҡ-ара валюта фонды кеүек) тарафынан үҙҙәренең статистика отчеттарында ҡулланыла.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Liam Brunt, Antonio Fidalgo Why 1990 international Geary-Khamis dollars cannot be a foundation for reliable long run comparisons of GDP (Английский) // Norges Handelshøyskole. — 2018.
  2. What is an “international dollar”? – World Bank Data Help Desk. Дата обращения: 12 август 2020. Архивировано 21 февраль 2020 года.