Халифман Александр Валерьевич

Александр Валерьевич Халифман (18 ғинуар 1966 йыл) — Рәсәй шахматсыһы, халыҡ-ара гроссмейстер (1990).

Халифман Александр Валерьевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй[1][2]
 Германия
 СССР
Патронимы йәки матронимы Валерьевич[d]
Тыуған көнө 18 ғинуар 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[3] (58 йәш)
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шахматсы, яҙыусы
Шахматный титул шахмат буйынса СССР спорт мастеры[d], халыҡ-ара мастер[d], гроссмейстер[d][1] һәм FIDE Senior Trainer[d]
Уҡыу йорто 239-сы физика-математика лицейы[d]
Спорт төрө шахмат
Эло рейтингы 2485[4]
Ҡатнашыусы Шахмат олимпиадаһы (1992)[5], Шахматная олимпиада 2000[d][5], Шахматная олимпиада 2002[d][5] һәм Шахматная олимпиада 2004[d][5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Халифман Александр Валерьевич Викимилектә

ФИДЕ-ның шахмат буйынса донъя чемпионы (1999). Рәсәй командаһы составында өс тапҡыр Бөтә донъя шахмат олимпиадаһы еңеүсеһе (1992, 2000, 2002). Рәсәй командаһы составында Донъяның команда чемпионаты еңеүсеһе (1997). 1996 йылда Рәсәй чемпионы. Ике тапҡыр Санкт-Петербург ҡалаһы чемпионы (1996, 1997). 1986 йылда Юниорҙар араһында Европа чемпионы. 1982 йылда үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы.

Иң юғары рейтингы — 2702 пункт (октябрь 2001, ғинуар — апрель 2003).

Биографияһы

үҙгәртергә

Александр Валерьевич Халифман 1966 йылдың 18 ғинуарында Ленинград ҡалаһында тыуа. Биш йәшендә атаһы шахмат уйнарға өйрәтә. 8 фйәшендә инде ул Жданов исемендәге Пионерҙар йортонда тәжрибәле мастер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Василий Михайлович Бывшевта шөғөлләнә башалй. 13 йәшендә мастерлыҡҡа кандидат була, 15 йәшендә — уҡыусылар араһында Ленинград чемпионы[6].

Ленинград дәүләт университетының математика-механика факультетында уҡый (1986 йылда инә), әммә тамамламай, һәм бының өсөн үкенмәй[7].

1999 йылда Халифман Лас-Вегас ҡалаһында ФИДЕ-ның нокаут-системаһы буйынса донъя чемпионатында еңә. Был чемпионатта рейтинг буйынса иң көслө ике шахматсы — Гарри Каспаров һәм Вишванатан Ананд ҡатнашыуҙан баш тарта.

Дебют теорияһы буйынса популяр китаптар серияһы авторы. Шахмат мәктәбен ойоштора[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Несис Г. Е. Александр Халифман. — СПб.: «Литера», 2000. — ISBN 978-5-9263-0041-0
  • Nesis G. E. Khalifman: life & games. — London: Everyman Chess, 2000. — ISBN 1-85744-212-1

Һылтанмалар

үҙгәртергә