Төп менюны асырға


Хайлигенграбе (нем. Heiligengrabe) — Германияның Бранденбург ерендә урынлашҡан коммуна. Унда Хайлигенграбе аббатлығының цистерциан монастыры булған.

Хайлигенграбе
Герб
Wappen Heiligengrabe.png
Рәсем
Дәүләт Flag of Germany.svg Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Восточный Пригниц-Руппин[d]
Халыҡ һаны 4385 кеше (31 декабрь 2017)[2][3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 75 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+01:00[d] һәм UTC+02:00[d]
Туғандаш ҡала Фаренбах[d]
Майҙан 232,3 км²,
207,64 км² (31 декабрь 2017)[2][3]
Почта индексы 16909
Рәсми сайт heiligengrabe.de​ (нем.)
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 033962
Номер тамғаһы коды OPR
Commons-logo.svg Хайлигенграбе Викимилектә

Көнсығыш Пригниц-Руппин районы составына инә. Коммунаның халҡы 4756 кеше тәшкил итә (2009 йылдың 31 декабрендәге мәғлүмәт буйынса). 232,30 км2 майҙанды биләй. Коммуна 14 ауыл округынан тора.

ГеографияһыҮҙгәртергә

Хайлигенграбе коммунаһы Пригниц тарихи өлкәһенең көнсығышында, Мекленбург-Алғы Померания ере сигендә урынлашҡан. Коммунаның майҙаны 206,31 км2 тәшкил итә — майҙаны буйынса был Германияның иң эре коммуналарының береһе.

ТарихҮҙгәртергә

Хайлигенграбе аббатлығы цистерциан монастыры булараҡ 1289 йылда Хафельберг епискобы Генрих II һәм Бранденбург маркграфы IV Оттон тарафынан нигеҙләнгән. Башта монастырҙа 12 ҡатын-ҡыҙ монах була. Аббатлыҡта ҡан тамып сыҡҡан икона (гостия) ҡомартҡыһы һаҡланып ҡалған.

СпортҮҙгәртергә

2008 йылдың майында коммуна үҙ халҡының һәр бер бишенсе кешеһе спорт менән әүҙем шөғөлләнгәне һөҙөмтәһендә Бранденбург ере призына лайыҡ була

Иҫтәлекле урынҮҙгәртергә

Хайлигенграбела немец ауылында төҙөлгән Блюменталь күҙәтеү башняһы (45 м бейеклектә) бар.

ГалереяһыҮҙгәртергә

Туғанлашҡан ҡалаларҮҙгәртергә

  • Фаренбах, Баден-Вюртенбург ере

Билдәле кешеләрҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  • heiligengrabe.de — города Хайлигенграбе рәсми сайты