Хабелашвили күпере
Викидатала элемент тултырылмаған |
Хабелашвили күпере (рус. Мост Хабелашвили, груз. ხაბელაშვილების ხიდი) — Грузияның Шуахеви муниципалитеты Хабелашвили ауылындағы күпер[1].
Тарихы
үҙгәртергәХабелашвили күперен XVIII быуатта ошо ауылда йәшәгән Беридзе тигән кеше төҙөгән.
Күперҙең оҙонлоғо 26 метрға етә. Өс быуат элек был күпер яҡын-тирә ауылдарҙы тоташтырған. Ул Чавнисти үҙәнендәге Шуахеви муниципалитеты ауылдары — Брилли, Земо Хеви һәм Баратули араһында бәйләнеш булдырған.
Күпер тотош көнбайыш Грузия өсөн элементтары, төҙөлөш ысулдары буйынса уникаль һәм һирәк осрай торған ҡоролма булып тора. Күперҙең яндауырҙары каштан, имән ҡулланып эшләнгән, ҡыйыҡ ябылған, ул да ағастан эшләнгән. Күпер тороҡтары яр ситендәге ҡаяларға ҡуйып эшләнгән.
XX быуатта туҙған ҡыйыҡтарҙы ҡалай менән япҡандар.
2013 йылда Грузияның мәҙәниәт һәм ҡомартҡыларҙы һаҡлау министры приказы (№ 3/182) менән Хабелашвили күперенә Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 აჭარაში სამ ობიექტს კულტურული მემკვიდრეობის ძეგლის სტატუსი მიენიჭა . tabula.ge (3 ნოემბერი, 2013). Дата обращения: 7 ივლისი, 2019.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- სამსაუკუნოვანი ხიდი კულტურული მემკვიდრეობის ნუსხაში рус. Трехвековой мост в списке культурного наследия
- ხაბელაშვილების ხის კოჭებიანი ხიდი მდ. ჭვანისწყალზე рус. Деревянный просторный мост Хабелашвили