Фәрхетдинов Рауил Ғилметдин улы
Фәрхетдинов Рауил Ғилметдин улы (11 ноябрь 1920 йыл — 16 сентябрь 2010 йыл), ғалим-терапевт, йәмәғәтсе. 1955—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968—1984 йылдарҙа эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһы мөдире. 1974—1984 йылдарҙа Башҡортостан терапевтары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984).
Биографияһы
үҙгәртергәРауил Ғилметдин улы Фәрхетдинов 1920 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Уран ауылда[1] тыуған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Фәрхетдинов Рауил Ғилметдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2020)
- Башкирский государственный медицинский университет. Официальный сайт. Главная› Образование› Кафедры: Пропедевтики внутренних болезней. История кафедры. Фархутдинов Р.Г. 2021 йыл 14 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2020)