Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы

(Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы Әхәтова битенән йүнәлтелде)

Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы (18 декабрь 1962 йыл) — ғалим-фольклорсы. Филология фәндәре докторы (2007), тарих фәндәре кандидаты (1997), доцент (2010).

Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы Ғәлиева
Тыуған көнө

18 декабрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны

РСФСР, Киров өлкәһе, Малмыж ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

фольклористика, этнография

Эшләгән урыны

Р. Ғ. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институты

Альма-матер

Өфө дәүләт сәнғәт институты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы Ғәлиева (ҡыҙ фамилияһы Әхәтова) 1962 йылдың 18 декабрендә Киров өлкәһенең Малмыж ҡалаһында хәрбиҙәр ғаиләһендә тыуған.

1982 йылда Түбәнге Кама музыкаль училищеһын тамамлай[1]. 1988 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка теорияһы, тарихы һәм композицияһы факультетын тамамлай.

1988 йылдан Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.

1997 йылдың 17 июнендә Өфөлә «Украинские песни в Башкортостане (историко-этнографическое исследование)» темаһы буйынса (фәнни етәксеһе Р. Ғ. Кузеев) кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала.

1997 йылдан Өфө фәнни үҙәгенең Р. Ғ. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтында эшләй:

  • 1999 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр,
  • 2000—2002 йылдарҙа — ғилми сәркәтип,
  • 2006—2009 йылдарҙа һәм 2014 йылдан — этнография бүлеге мөдире,
  • 2009—2013 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр[2].

2002—2005 йылдарҙа М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү асыҡ педагогия университеты Өфө филиалының директор урынбаҫары.

2007 йылдың 11 апрелендә Мәскәүҙә «Восточнославянские песни в Башкортостане (фольклорные процессы в многоэтничном регионе)» темаһы буйынса (фәнни консультанты Ю. Г. Круглов) диссертация яҡлай һәм «филология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһен ала[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙының фәнни эшмәкәрлеге Көньяҡ Уралдың көнсығыш славян һәм төрки халыҡтары этнографияһы һәм фольклоры проблемаларына арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, «Башкирское народное искусство=Башҡорт халыҡ сәнғәте» (2002), «Искусство башкир. Традиционные художественные ремёсла» (2007), «Башкиры» (2015) китаптарын төҙөүсе-авторҙарҙың береһе булып тора[2].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Песенный фольклор украинских переселенцев в Башкирии: Сборник песен (вступительная статья, составитель, примечания совместно с В.Я. Бабенко). — Киев: Музична Україна; Уфа, 1995. — 240 с.
  • Ахатова Ф. Г. Украинские песни в Башкортостане : историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2000. — 146 с.
  • Песни белорусских переселенцев в Башкортостане / ЦЭИ УНЦ РАН; Вступ. ст., сост., прим. Ф. Г. Ахатовой. — Уфа, 2001. — 79 с.
  • Шитова С. Н., Нечвалода Е. Е., Ахатова Ф. Г. Башкирское народное искусство=Башҡорт халыҡ сәнғәте : В 4 кн.; в 2 кн. — Уфа: Демиург, 2002.  (инг.) (баш.) (рус.)
  • Ахатова Ф. Г. Традиционный музыкальный фольклор восточнославянских народов Башкортостана: к проблеме взаимодействия культур в многоэтничной среде. — Уфа, 2004. — 213 с.
  • Ахатова Ф. Г. Восточнославянские песни в Башкортостане (фольклорные процессы в многоэтничном регионе). — М.: Наука, 2006. — 286 с.
  • Ахатова Ф. Г. Народная музыкальная культура башкир. — Уфа, 2007. — 96 с.
  • Музей археологии и этнографии: Каталог музейной экспозиции Центра этнологических исследований УНЦ РАН (в соавторстве), 2007.
  • Шитова С. Н., Никонорова Е. Е., Ахатова Ф. Г. Искусство башкир: традиционные художественные ремёсла. — Уфа: Инеш, 2007. — 480 с.
  • Галиева Ф. Г. Адаптация восточнославянского фольклора в творчестве народов Башкортостана. — Уфа: Гилем, 2010. — 84 с.
  • Галиева Ф. Г. Этнографические исследования русского населения Башкортостана. — Уфа: Гилем, 2012. — 164 с.
  • Галиева Ф. Г. Русское село Вознесенка Дуванского района Башкортостана. Изд. 1-е. — Уфа, 2013. Изд. 2-е и 3-е. — Уфа, 2014. — 92 с.
  • Галиева Ф. Г. Русские Башкортостана: крестьянский быт, календарные обряды и праздники: конец XIX—начала XXI века. — Уфа: Китап, 2014. — 268 с.
  • Галиева Ф. Г., Садиков Р. Р., Нечвалода Е. Е., Петров И. Г., Муллагулов М. Г., Камалеев Э. В. Этнокультурные процессы на Южном Урале в XX — начале XXI в. / ИЭИ УНЦ РАН. — Уфа, 2015. — 226 с.
  • Галиева Ф. Г., Серебренникова С. Ю., Водолеева М. В. Русское село Тастуба. Прошлое и настоящее. — СПб., 2015. — 144 с.
  • Башкиры / Кузеев Р. Г., Данилко Е. С., Галиева Ф. Г. и др.; ИЭА РАН; ИЭИ УНЦ РАН; ИИЯЛ УНЦ РАН. — М.: Наука, 2015. — 662 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ахатова (Галиева) Фарида Габдулхаевна // Проект «Отечественные этнографы и антропологи. XX век». МАЭ РАН. Дата обращения: 9 март 2018. 2018 йыл 28 июнь архивланған.
  2. 2,0 2,1 Ғәлиева Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Галиева Фарида Габдулхаевна. Институт этнологических исследований им. Р.Г. Кузеева УНЦ РАН. Дата обращения: 9 март 2018.

Һылтанмалар

үҙгәртергә