Аҙанова-Вафина Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы
Аҙанова-Вафина Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы (1 май 1937 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1993).
Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы Аҙанова-Вафина | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Тажик ССР‑ы ФА Химия институты |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
ауыл хужалығы фәндәре докторы |
Биографияһы
үҙгәртергәФәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы Аҙанова-Вафина 1937 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Кесе Кәркәле ауылында тыуған.
1963 йылда Дүшәмбе ҡалаһында Тажик ауыл хужалығы институтын тамамлай.
1959—1980 йылдарҙа Тажик ССР‑ы Фәндәр академияһының Химия институтында эшләй. 1981—1995 йылдарҙа Тажик ауыл хужалығы институтында һәм Тажик аграр университетында уҡыта.
1980—1981 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында өлкән, 1995 йылдан — төп, 2001—2008 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1993 йылда «ауыл хужалығы фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Фәнни тикшеренеүҙәре ауыл хужалығы предприятиелары ҡалдыҡтары һәм һоро күмерҙең серетмә берләшмәләре нигеҙендә комплекслы ашламалар етештереүгә бағышланған. 75‑тән ашыу ғилми эш һәм һигеҙ уйлап табыу авторы.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Гуминовые удобрения и урожайность хлопчатника //Хлопководство. 1986. № 2 (авторҙ.)
- О комплексном характере действия физиологически активных гумусовых веществ на растения // Биологические науки. 1992. № 10.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аҙанова-Вафина Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2021)