Фәйзуллин Рәфис Рәшит улы

Иҡтисад фәндәре кандидаты, өлкән ғилми хеҙмәткәр. Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы профессоры

Фәйзуллин Рәфис Рәшит улы  — иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты, өлкән ғилми хеҙмәткәр. Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы профессоры[1].

Фәйзуллин Рәфис Рәшит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, иҡтисадсы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәфис Рәшит улы Фәйзуллин Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлай (1975-1980), СССР профсоюздарының беренсе исемле стипендиаты (1978), илдең 127 ауыл хужалығы юғары уҡыу йорто студенттарының Бөтә Союз олимпиадаһының I дәрәжә лауреаты (1979). Әүҙем ғилми тикшеренеүҙәр алып бара. ВЛКСМ өлкә комитетының һәм Үҙәк Комитетының Маҡтау грамоталары, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының Почет Билдәһе (1976) менән бүләкләнгән 1979), институттың Почет таҡтаһына индерелгән.

1981-1986 йылдарҙа — район ауыл хужалығы идаралығының планлаштырыу-иҡтисади бүлеге мөдире, 1986-1989 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҡтисады ғилми-тикшеренеү институты (Мәскәү) аспиранты. Ғилми етәксеһе — Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҡтисады ғилми-тикшеренеү институты Аҙыҡ-түлек комплексы тармаҡтарын үҫтереү һәм урынлаштырыу проблемалары бүлеге етәксеһе, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Үзүн В. Я.

В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы Президенты академик А. А. Никонов ойошторған «Чаянов уҡыуҙары» I фәнни-теоретик конференцияһының әүҙем ҡатнашыусыһы; йыл һайын уҙғарылған «Плеханов уҡыуҙары» конференцияһында ҡатнашыусы. Академиктар Л. И. Абалкиндың, А. Г. Аганбегяндың, А.M. Емельяновтың, В. Р. Боеваның, И. Г. Ушачевтың проблемалы лекцияларын тыңлаусы. Совет йәмғиәтендә кардинал реформалар башланырҙан күпкә алдараҡ (1987) ул илдең халыҡ хужалығын планлаштырыуҙың фундаменталь принциптарынан — пландарҙың директиваһынан һәм партия планлаштырыуынан баш тартырға тәҡдим итә һәм фәнни яҡтан күрһәткесле планлаштырыуға күсеү кәрәклеген нигеҙләй.

1991 йылдың феврале — иҡтисад фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай (Мәскәү, ВНИЭСХ ВАСХНИЛ). 1992—1997 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре (конкурс нигеҙендә һайлана). Матбуғатта төбәк иҡтисадын реформалауҙа «дежур» сараларҙы, уйланмаған аҙымдарҙы принципиаль тәнҡитләп сығыш яһай. Тәрән баҙар үҙгәртеп ҡороу һәм социаль йүнәлешле баҙар иҡтисадын формалаштырыу яҡлы. Башҡортостан Республикаһының 1997-2005 йылдарға һәм оҙайлы мөҙҙәткә социаль-иҡтисади үҫешенең төп йүнәлештәре концепцияһын, төбәктә идара итеү механизмын камиллаштырыу проекттарын эшләүҙә әүҙем ҡатнаша. 1998-2008 йылдарҙа Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университетының (МДУТУ) БР-ның Мәләүез ҡалаһында, Башҡорт дәүләт университетында филиалдарында, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларындағы Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының вәкиллектәрендә иҡтисад һәм иҡтисад һөнәре буйынса юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү кафедраларын ойоштороусы һәм беренсе мөдире була. 2002-2004 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт университетының докторанты (Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының консультант- академигы профессор К. Н. Йосопов). 2009-2013 йылдарҙа — Өфө сауҙа-хоҡуҡ институтының иҡтисад һәм финанс кафедраһы мөдире. 2013-2015 йылдарҙа Стәрлетамаҡта МПСИ профессоры. 2015-2018 йылдарҙа — «Агроэкономика» кесе ғилми - производствоға индереү үҙәгенең баш ғилми етәксеһе; төбәктеү ҡайһы бер юғары уҡыу йорттарының саҡырыу буйынса килеүсе профессоры. Иҡтисади һәм финанс дисциплиналары буйынса лекциялар яҙа һәм лекциялар уҡый. Төбәктең агросәнәғәт һәм урман комплекстарын тергеҙеү потенциалы проблемалары буйынса Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша.

6 хөкүмәт һәм 3 йәмәғәт наградаһы бар. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны[1]. .

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары: иҡтисад һәм экология синтезы проблемалары, экологик иҡтисад, агросәнәғәт комплексы иҡтисады, төбәк иҡтисады, төбәк агро урман экологик системалары

150-нән ашыу йәш белгестең сығарылыш квалификацион диплом эштәренең ғилми етәксеһе; аспиранттарҙы һәм ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәрҙе яҡлауға әҙерләй; кафедраларҙы етәкләгән осорҙа 2,5 меңдән ашыу йәш белгес әҙерләнгән.

Үҙәк һәм юғары аттестация комиссияһы журналдарында һәм ғилми хеҙмәттәр йыйынтығында — 100-ҙән ашыу мәҡәләләре баҫылған[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[1]

үҙгәртергә
  • «Рәсәй ғалимдары» Интернет-энциклопедияһы ҡатнашыусыһы,
  • «Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре» маҡтаулы исеме,
  • «Ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы» маҡтаулы исеме,
  • DOCTOR OF SCIENCE, HONORIS CAUSA Почетлы дәрәжә,
  • «ФӘННИ ЕҢЕҮҘӘРЕ ҺӘМ ҠАҘАНЫШТАРЫ ӨСӨН» Александр Македонский ордены,
  • В. И. Вернадский исемендәге миҙал. Көмөш.
  • Халыҡ-ара тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы фән докторы.

Хеҙмәттәре[1]

үҙгәртергә

1. Концепция основных направлений социально-экономического развития Республики Башкортостан до 2005 года и на перспективу «Башкортостан- путь в ХХI век: природа, народ, экономика, государство»( Р.Р.Файзуллин в составе ученых Института социально-экономических исследований УНЦ РАН)- Уфа, «Гилем», 1997. – 250 с.

2. Р.Р.Файзуллин. Концепция актуальных направлений развития лесного хозяйства и лесопромышленного комплекса(ЛПК) Республики Башкортостан на долгосрочную перспективу- Уфа, «Принт», 1998. – 60 с.

3. Р.Р.Файзуллин. Зеленый щит Предуральской степи. Опыт становления и принципы развития агролесоэкологических систем/ Изд-е Башкирск. ун-та.- Уфа, 2001.- 124 с.

4. Формирование и функционирование региональных агролесоэкологических систем: монография / Р.Р.Файзуллин.- Уфа: РИЦ БашГУ, 2005. – 250 с.

5. Региональные агролесоэкосистемы и резервы экономического роста: монография / Р.Р.Файзуллин, А.Р.Файзуллин./ Изд-е Academic Publishing LAMBERT- Франкфурт-на-Майне, 2013. – 254 с.

6. Региональные агролесоэкосистемы и использование природных ресурсов Урала: монография / Р.Р.Файзуллин, А.Р.Файзуллин. –Уфа: РИЦ БашГУ, 2015.- 256 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә