Фәйезов Ғәли Биктимер улы

ғалим-философ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре

Фәйезов Ғәли Биктимер улы (20 июль 1948 йыл) — ғалим-философ, дәүләт хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы баш дәүләт кәңәшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ().

Фәйезов Ғәли Биктимер улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 июль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Йүкәлекүл, Ибрай ауыл Советы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, дәүләт хеҙмәткәре, йәмғиәт эшмәкәре
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәли Биктимер улы Фәйезов 1948 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Йүкәлекүл ауылында тыуған.

1967—1969 йылдарҙа тыуған ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.

1969—1971 йылдарҙа Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була һәм запасҡа ҡайтарылғандан һуң Силәбе дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.

1976—1990 йылдарҙа комсомол һәм партия эшендә.

1990—1993 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй идара итеү академияһы аспиранты.

1993—1994 йылдарҙа Башҡортостан энциклопедияһы баш редакцияһының бүлек мөдире.

1994—1996 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты Эштәр Идаралығы социаль-гуманитар бүлегенең мөдир урынбаҫары.

1997—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығында социаль-мәҙәни үҫеш бүлеге мөдире.

2000 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Баш мәғлүмәт-аналитика идаралығы етәксеһе урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең социаль сәйәсәт бүлеге мөдире.

2001 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Социаль-иҡтисад сәйәсәте идаралығы етәксеһе урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең социаль сәйәсәт бүлеге мөдире.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Государственно-исламские отношения в Поволжье и Приуралье . Уфим. науч. центр Рос. АН, Отд-ние гуманит. наук АН Респ. Башкортостан, Ин-т истории, яз. и лит. — Уфа : УНЦ РАН, 1995. — 111,[1] с.; 21 см[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ()

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә