Фюрстенгассела Лихтенштейндарҙың һарайы
Баҡса һарайы (Gartenpalais) тип аталған Ҡала ситендәге Лихтенштейн һарайы — барокко стилендәге һарай, кенәз Лихтенштейндар нәҫеленә ҡарай. Альзергрундта — Венаның 9-сы районында урынлашҡан. Бында Лихтенштейндарҙың сәнғәт коллекцияһы урынлашҡан.
Фюрстенгассела Лихтенштейндарҙың һарайы | |
нем. Gartenpalais | |
Нигеҙләү датаһы | 1688 |
---|---|
Дәүләт | Австрия[1][2] |
Административ-территориаль берәмек | Альзергрунд[d][1][2] |
Хужаһы | Франц де Паула Лихтенштейн[d] |
Архитектор | Domenico Egidio Rossi[d] |
Архитектура стиле | архитектура барокко[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Cultural heritage monuments in Alsergrund[d] |
Мираҫ статусы | объект архитектурного наследия Австрии[d][1] |
Адрес | Fürstengasse 1[1] |
Фюрстенгассела Лихтенштейндарҙың һарайы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1687 йылда кенәз Ханс Адам I фон Лихтенштейн граф Вейкхард фон Ауэршпергтан Роззауҙа баҡса һатып ала. Ерҙең көньяҡ өлөшөндә кенәз һарай төҙөй, төньяғында ул һыра эшләү бинаһы һәм алпауыт ерҙәре булдыра, унда Венаның Лихтенталь районы үҫеп сыға.
1688 йылда һарай проектына конкурс иғлан ителә, был ярыштың ҡатнашыусылары араһында Иоганн Бернхард Фишер фон Эрлах та була. Әммә уның селтәрле, ләкин күп функциялы (нем. durchlässiges) һарай проекты кенәз тарафынан кире ҡағыла. Конкурсты Доменико Эджидио Росси еңеп сыға, әммә 1692 йылда инде уның проекты Доменико Мартинелли проекты менән алмаштырыла. Төҙөлөш 1700 йылда тамамлана.
1805 йылдан 1938 йылға тиклем был һарайҙа асыҡтан асыҡ ҡарау өсөн ғаилә коллекцияһы урынлаша. XX быуаттың 80-се һәм 90-сы йылдарында һарай хәҙерге заман сәнғәте музейына арендаға бирелә, ул 2001 йылда яңы бинаға күсә. 2004 йылдың 29 мартынан алып 2011 йылға тиклем һарайҙа Лихтенштейндар музейы эшләй, уның коллекцияһы дүрт быуаттың картиналарын һәм скульптураларын үҙ эсенә ала.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Helmuth Furch: Herr Meister Ambrosius Ferrethi, Heiligenkreuzer Untertan und Richter in Steinbruch an der Leitha. Gartenpalast Liechtenstein. In: Mitteilungen des Museums- und Kulturverein Kaisersteinbruch. Nr. 38, 1995, S. 43–45.
- Bruno Grimschitz: Wiener Barockpaläste, Der Gartenpalast Liechtenstein in der Roßau. Wiener Verlag 1947, S. 6ff.
- Johann Kräftner, Gottfried Knapp (Hrsg.): Liechtenstein Museum. Ein Haus für die Künste. Das Gartenpalais in der Rossau. Prestel, Wien 2004, ISBN 3-7913-3138-8.
- Alfred Wolf: Alsergrund-Chronik. Von der Römerzeit bis zum Ende der Monarchie. Wolf, Wien 1981, ISBN 3-900447-00-4.