Фрид Аркадий Исаакович
Фрид Аркадий Исаакович (21 февраль 1946 йыл) — ғалим-инженер электромеханик. 1972 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2002). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2002), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985)[1].
Фрид Аркадий Исаакович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 февраль 1946 (78 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | электромеханик |
Эш урыны | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАркадий Исаакович Фрид 1946 йылдың 21 февралендә Өфө ҡалаһында тыуа. 1968 йылда Өфө авиация институтын (ӨАИ, хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты, ӨДАТУ) тамамлай. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Өфө “Молния” агрегат конструкторлыҡ бюроһында эшләй, 1972 йылдан алып Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта[1]. Өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор була
Фәнни эшмәкәрлеге билдәһеҙлек шарттарында ҡатмарлы динамик системаларға идара итеүгә арналған. Авиация көс ҡоролмалары менән автоматик идара итеүҙең яраҡлаштырылған цифрлы системаларын төҙөү проблемалары, нефть химияһы производствоһында мәғлүмәт-идара итеү системалары, селектор менән бәйле авиация энергияһы ҡулайламалары менән автоматик идара итеү системалары менән шөғөлләнә. Авиация көс ҡоролмалары менән автоматик рәүештә идара итеүҙең яраҡлаштырылған һыҙыҡлы булмаған системалары һәм авиация двигателдәрен осоуҙа һынау өсөн прецизион приборҙар структураларын, аналог сигналдарҙы кодҡа үҙгәртеү, нефть продукттарын тотоноуҙы иҫәпкә алыу, полимерҙар етештереү процесында реаль ваҡыт масштабында мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙе уйлап таба[2]. Фрид ҡатнашлығында авиация двигателдәренә идара итеүҙең адаптив системаһын төҙөү принциптары, автоматлаштырылған идара итеүҙең цифрлы системалары һ.б. уйлап сығарыла. Асыштары Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының авиация һәм нефть сәнәғәте предприятиеларында индерелгән[1]. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 78 уйлап табыу авторы. 12 фән кандидаты, 1 фән докторы әҙерләгән[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР Авиация сәнәғәте министрлығының Почет грамотаһы (1982)
- Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2002)
- Рәсәй Федерацияның почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- М.С. Рязанский исемендәге миҙал,
- СССР ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнгән[2].
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Проблемы проектирования и развития систем автоматического управления и контроля ГТД. М., 1999 (авторҙ.); * Нейрокомпьютеры в авиации (самолёты). М., 2004 (авторҙ.);
- Проблемы управления сложными динамическими объектами авиационной и космической техники. М., 2015 (авторҙ.).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Фрид Аркадий Исаакович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Фрид Аркадий Исаакович(недоступная ссылка)
- ↑ Фрид Аркадий Исаакович 2022 йыл 25 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Фрид Аркадий Исаакович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.