Франк йорто (Таганрог)
Франк йорт — Таганрог ҡалаһында боронғо йорт (Грек урамы, 38). Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты (18.11.92 йылдың 301-се ҡарары). Таганрог ҡалаһы башлығы Отто Германович Пфейлицер-Франк өсөн 1857 йылда төҙөлгән.
Франк йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1857 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Таганрог |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Йорт тарихы
үҙгәртергәЙорт 1857 йылда Отто Германович Пфейлицер-Франк өсөн (1788-1844) төҙөлә. Отто Германович фон Пфейлицер-Франк барондар тоҡомо Пфейлицер-Франктарға ҡарай. 1794——1797 йылдарҙа М.И.Кутузов етәкләгән Император ҡоро ер Шляхта кадет корпусында уҡый. 1812 йылда Бородино һуғышы ваҡытында кавалерия һөжүмдәренең береһендә Отто Франк яралана. батырлығы өсөн 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены менән бүләкләнә. Франк рус армияһының Сит ил походында, Бриенне һәм Ла-Ротьере алыштарында ҡатнаша. Шулай уҡ Наполеон һуғыштарында, Лейпциг янындағы «Халыҡтар алышында» (1813 йылдың 16-19 октябрендә) батырлыҡ күрһәтә һәм 2-се дәрәжә Изге Анна орденына лайыҡ була.
Одессала Франк баш ҡаланан Рәсәй көньяғына сит ил эштәре министрлығының чиновнигы сифатында ебәрелгән Пушкиндың таныштары иҫәбенә инә. 1832 йылдың 4 июнендә Пфейлицер-Франк Азов диңгеҙе суднолар йөрөшөнөң төп попечителе һәм Таганрог таможня округы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Ул Таганрог ҡалаһы төҙөлөшөнөң генераль планын раҫлай. Был план буйынса төп урам булып Александр урамы (хәҙер Чехов урамы) , ә төп майҙан булып Александр майҙаны (хәҙер Ҡыҙыл) тора. Уның өсөн Грек урамында бина төҙөлә.
1900 йылдар башында йорт советник ҡатыны Анна Ивановна Араканцева милкендә була, һуңынан йорт статский советник һәм прокурор Михаил Петрович Араканцевҡа ҡарай[1]. Совет власы йылдарында йорт национализациялана
1919 йылда был йортта Аҡ армияның баш командующийы Антон Иванович Деникиндың фатиры була. Артабан Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң йортта «Еләк» исеме аҫтында балалар баҡсаһы урынлаша . Әлеге ваҡытта был административ бина.
Архитектура үҙенсәлектәре
үҙгәртергәБинаның ҡыйығы дүрт яҡлы, Грек урамына ҡарай фасадында ун тәҙрә һәм Некрасов тыҡрығына ҡарай биш тәҙрә урынлашҡан. Үҙәктә бина ярымтүңәрәк фронтонға эйә, ҡабырғаларында — ике өсмөйөшлө фронтон бар. Бинаға инеү урыны төкәтмә аша уның уң яғында һәм ихата яғынан. Йорттоң фасады штукатурланған, һоро төҫкә буялған, ваҡ архитектура элементтары аҡ төҫ менән айырылып тора.
Бинаның ҡат ара кәрнизе бар, бина үҙәгендә бөҙрә ташлы биҙәктәр менән ярым түңәрәк һәм ситтәрендә тура мөйөшлө тәҙрәләр, ярым колонналар, капителдәр бар. Бинала сығынтылар менән тамамлаусы кәрниз, Грек урамы буйлап декоратив рәшәткәле аттик башҡарылған[2].
Әҙәбиәт
үҙгәртергәГаврюшкин О. П. По старой Греческой... (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Марк Афанасьевич Вальяно 2016 йыл 29 май архивланған.
- ↑ Архитектура Л. В. Глазычев. Энциклопедия. — М.: Дизайн. Мәғлүмәт. Картографія; Астрель; АСТ, 2002. — 672 с. — ISBN 5-17-005418-1.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Таганрог. Греческая улица, 38 2019 йыл 18 апрель архивланған.