Франклин-стрит урамы (Чапел-Хилл)
Франклин-стрит урамы (ингл. Franklin Street) ― АҠШ-тың Төньяҡ Каролина штатындағы Чапел-Хилл ҡалаһының төп урамдарының береһе. Шулай уҡ Чапел-Хиллдағы Төньяҡ Каролина университетының йәмәғәт тормошо үҙәктәренең береһе тип иҫәпләнә.
Франклин-стрит урамы | |
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Төньяҡ Каролина |
Франклин-стрит урамы (Чапел-Хилл) Викимилектә |
Урамда күп һанлы кафе, ресторандар, музейҙар, китап магазиндары, музыкаль магазиндар һәм барҙар урынлашҡан. Бында тормош төндә лә ҡайнай, төрлө мәҙәни саралар һәм йәмәғәт байрамдары йыш ҡына үткәрелә[1].
Географияһы
үҙгәртергәУрамдың оҙонлоғо биш километр тәшкил итә. Уны ике ― көнбайыш һәм көнсығыш өлөшкә бүлеү ҡабул ителгән. Көнбайыш Франклин Саут-Меррит-Мил-роуд киҫешкән, Каррборо ҡалаһының Ист-Мейн-стрит урам тамамланған урында башлана. Шунан ул, ҡаланың Колумбия-стрит тарихи эшлекле район аша үтеп, көнсығыш-төньяҡ-көнсығышҡа дауам итә һәм Көнсығыш Франклинға күсә. Көнсығыш Франклин, университет кампусына теймәй, үҙенең тура юлын эшлекле районы аша, ә һуңынан төньяҡҡа табан боролоп, «битләү буйлап аҫҡа», Чапел-Хиллдың ҡайһы бер тарихи кварталдары аша дауам итә. Эфес-Черч-роудтан саҡ ҡына ситтәрәк, Дарем[2] йүнәлешенә барған 15-501 шоссеһына күсеп, тамамлана.
Мәҙәни мираҫ
үҙгәртергәУниверситет комиссарҙары Бенджамин Франклин (Франклин йәштәргә практик белем биреү яҡлы булған) исемен биргән урам шул атамаһы менән, 1790 йылдан, университет төҙөлә башлағандан бирле, билдәле[3]. Урамдың Колумбия-стриттан Роли-стритҡа тиклемге участкаһы университет кампусы менән сиктәш, һәм унан күренеш Маккоркл-плейс урманлы төбәгенә асыла[4].
Франклин-стрит буйлап, кампустан көнсығышҡа Чапел-Хиллдың бер нисә тарихи йорто[5], шул иҫәптән Ректор йорто, Сэмюэль Филлипс Йорто, Спенсер Йорто, тол ҡатын Пакетт Йорто, Хупер-Кизер Йорто, тол ҡатын, пресвитериан пасторы Йорто, Кеннетт Йорто, Арчибальд-Хендерсон Йорто һәм ҡаланың тәүге адвокат контораһы бинаһы («мистер Сэм адвокат контораһы» булараҡ билдәле булған, хәҙер ― шәхси резиденция)[6] урынлашҡан. Драматург Пол Грин 1927 йылда Пулитцер премияһына лайыҡ була һәм шулай уҡ Франклин-стриттың көнсығыш өлөшөндә йорт һатып ала. Пол Гринға арналған экспозиция хәҙер Франклин-стрит урамында урынлашҡан Чапел-Хилл музейына ҡуйылған.
Чапел-Хиллдың тәүге урта мәктәбе бинаһы, 1960-сы йылдар уртаһына һәм раса буйынса айырып ҡарау сегрегация юҡҡа сыҡҡанға тиклем, Франклин-стритта урынлашҡан, һуңынан һүтелеп, уның урынына ҡаланың үҙәгендә икенсе йорт төҙөлгән.[7] Хәҙер элекке мәктәп урынында сауҙа үҙәге урынлашҡан. Аҡ тәнле балалар мәктәбе афроамерикандар мәктәбе менән берләштерелеп, Чапел-Хиллда яңы урта мәктәп барлыҡҡа килгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Chapel Hill Downtown Partnership - History of Downtown Chapel Hill and Franklin Street . Архивировано из оригинала 4 ғинуар 2007 года. 2007 йыл 4 ғинуар архивланған.
- ↑ Violet - A Musical .
- ↑ Chapel Hill Historical Society .
- ↑ McCorkle Place .
- ↑ Preservation Chapel Hill . 2007 йыл 2 август архивланған.
- ↑ Two famous paths cross on East Franklin Street, 'The Chapel Hill News'.(недоступная ссылка)
- ↑ "A Thousand Words" column by Jock Lauterer, "Chapel Hill High School, 1962", The Carrboro Citizen, December 24, 2008, pg. 8