Фольклор әкиәте сюжеттары белешмәлеге
Фольклор әкиәте сюжеттары белешмәлеге — фольклор әкиәт сюжеттарын классификациялаусы һәм системалаштырыусы каталог.
Фольклор әкиәте сюжеттары белешмәлеге | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | AaTh, AT, ATU һәм СУС |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Антти Аматус Аарне[d], Томпсон Стит[d] һәм Утер Ганс-Йорг[d] |
Төп тема | сказочный сюжет[d] |
Фольклор әкиәте сюжеттары белешмәлеге Викимилектә |
Стит Томпсондың[en][1] «Әкиәт типтары белешмәлеге» халыҡ-ара әкиәт материалын сағылдырған һәм ғилми фольклорсы даирәләрҙә танылған дөйөм билдәле белешмәлек тип ҡабул ителгән, ул Антти Аарне белешмәлеге нигеҙендә төҙөлгән. Аарне — Томпсон системаһы буйынса төҙөлгән милли, төбәк белешмәлектәре, фольклор әкиәтенең ғилми йыйынтыҡтарындағы белешмәлектәр бик күп. Был белешмәлектәр милли, төбәк традициялары материалын, айырым әкиәт йыйынтыҡтары материалын сағылдыра.
Мотив — ике йәки унан күберәк (ғәмәлдә бик күп) текстарҙа осраған образдар, эпизодтар йәки максималь оҙайлыҡта уларҙың ҡатнашмалары.
Традиция — бер этнтк төркөмдән йәки мәҙәни йәһәттән бер-береһенә яҡын күрше этник төркөмдәрҙән яҙып алынған текстарҙың йыйылмаһы. Традиция бер йәки бер нисә мотивтан тора.
2004 йылда әкиәт сюжеттарының Аарне системаһы буйынса эшкәртеп һәм тулыландырып төҙөлгән «Халыҡ-ара фольклор әкиәттәре типтары» донъя күрә, уны Ганс-Йорг Утер[de][2] эшләгән.
Классификацияның башҡа методтары нигеҙендә төҙөлгән белешмәлектәр булдырыу өҫтөндә лә эш бара. Атап әйткәндә, Бронислава Кербелитеның[lt][3] хеҙмәте билдәле.
Әкиәт сюжеттары белешмәлектәре иҫ киткес күп һанлы әкиәт текстарына бәйле барлыҡҡа килә.
Фольклор әкиәт сюжеттары белешмәлектәрен төҙөү тарихы
үҙгәртергәӘкиәт сюжеттарын классификациялау һәм системалаштырыу тәжрибәләре XX быуат башына тиклем ҡат-ҡат үтеп тора. Әммә береһе лә һуңына тиклем алып барып еткерелмәй һәм ғилми ҡулланыуға үтеп инмәй. А. Арне төҙөгән «Әкиәт типтары белешмәлеге» генә уңыш ҡаҙана.
Антти Арненың «Әкиәт типтары белешмәлеге»
үҙгәртергәАарне, элгәрҙәренән айырмалы, үҙенең «Әкиәт типтары белешмәлеге»ндә фән ҡарамағында булған бөтә билдәле текст материалын файҙалана. Был материал Европалағы бер нисә йыйынтыҡта тупланып, А. А. Афанасьевтың йыйынтығы улар араһында иң эреһе була. Ғалим үҙенең белешмәлеген немец телендә яҙа, ул «Verzeichnis der Märchentypen» тип атала һәм Хельсинки ҡалаһында 1910 йылда FFC («Folklore fellows communications») серияһында нәшер ителә. Аарне әкиәт сюжеттарын классификациялау нигеҙенә текстарҙы жанр төрлөлөгө буйынса бүлеү принцибын һала. Ғалим түбәндәге төркөмдәрҙе айыра:
- 1) хайуандар тураһындағы әкиәттәр;
- 2) ғөмүмән әкиәттәр; төркөмгә түбәндәге жанрҙар инә:
- А) тылсымлы әкиәттәр;
- B) легендар әкиәттәр;
- D) алйот шайтан (бәһлеүән) тураһындағы әкиәттәр;
- 3) көләмәстәр.
Был төркөмдәр эсендә әкиәттәр тематик билдә (тип) буйынса ояларға берләштерелә: һәр әкиәт (бөтөн бер хикәйә, айырым осраҡтарҙа — характерлы мотив йә эпизод) тәртип номерына эйә (бренсе төркөмдә — 1-ҙән 299-ға тиклем, икенсеһендә — 300-ҙән 1199-ға, өсөнсөлә — 1200-ҙән 1999-ға тиклем); нумерацияла яңы сюжеттар (типтар) өсөн урындар ҡалдырыла. Ғәмәлдә Аарне иҫәпләгән сюжеттар (типтар) һаны меңдән ашмай. Аарне үҙенең белешмәлеге өсөн 2400-ләп номер булдырып ҡуя. Һәр әкиәт тибының ҡыҫҡаса тасуирламаһы һәм библиографик күрһәткесе бар.
Стит Томпсондың «Фольклор әкиәттәре типтары»
үҙгәртергәБелешмәлеккә индерелә килгән өҫтәлмәләр билдәле бер дәрәжәлә тәртипһеҙлек тыуҙыра, һәм иҫәпте яҡшыртыу талап ителә. Быны Америка ғалимы Стит Томпсон эшләй, ул белешмәлекте инглиз теленә тәржемә итә һәм быға тиклем индерелгән бөтә төҙәтеүҙәрҙе иҫәпкә ала (Хельсинки, 1927). 1964 йыда тәржемә нәшер ителә, ул милли каталогтар буйынса ла тулыландырыла. Аарненың «Белешмәлеген» ҡат-ҡат камиллаштырыуҙар (1928, 1961, 1964, 1973) Аарне хеҙмәтен әкиәт сюжеттарының универсаль халыҡ-ара каталогына әүерелдерә, ауыҙ-тел ижадының сәсмә традицияларын тикшереүселәрҙең береһе лә уны урап үтә алмай.
Хәҙерге күренешендә Аарне-Томпсон «Белешмәлегенә» (AaTh) төп сәсмә мотивтарға (һәр сюжет тибы өсөн) С. Томпсондың алты томлы «Мотивтар индексы» буйынса һылтанмалар ҙа инә. Бынан тыш, унда иң әһәмиәтле һәм эре әкиәт йыйынтыҡтарына ғына түгел, теге йәки был милли әкиәт традицияһын тасуирлаған (AaTh системаһы буйынса йә башҡа берәй төрлө) тиҫтәләрсә төбәк каталогтарына ла һылтаныуҙар бар; ә төбәк каталогтарына (айырым әкиәт йыйынтыҡтарына махсус белешмәлектәр кеүек үк) үҙ сиратында мотлаҡ AaTh белешмәлегенә һылтанмалар индерелгән.
Халыҡ әкиәттәре сюжеттарының Интернеттағы белешмәлектәре
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Томпсон С.[en]. «The types of the folktale». Helsinki, 1973
- ↑ Утер Г.-Й.[de]. «The types of international folktales. A classification and bibliography». Parts I—III. Helsinki, 2004.
- ↑ Кербелите Б.[lt]. «Типы народных сказок. Структурно-семантическая классификация литовских народных сказок». Москва, 2005.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Андреев Н. П. Указатель сказочных сюжетов по системе Аарне. Л., 1929
- Бараг Л. Г. Указатель сюжетов сказок //Восточнославянский фольклор: Словарь научной и народной терминологии. Минск, 1993 °C. 369—370
- Кербелите Бронислава (лит.)баш.. «Типы народных сказок. Структурно-семантическая классификация литовских народных сказок». Москва, 2005.
- Кербелите Бронислава (лит.)баш., автор сборника, перевод и предисловие. «Литовские народные сказки»
- Неклюдов Ю. С. «Проблемы структурно-семантического указателя фольклорных сюжетов и мотивов»
- Пропп В. Я. Указатель сюжетов // Народные русские сказки А. Н. Афанасьева. Т. 3. М., 1958, с. 454—502.
- Сравнительный указатель сюжетов. Восточнославянская сказка. Л., 1979 (СУС)
- Aarne A. Verzeichnis der maerchetypen. Helsinki, 1910.
- Thompson Stith «The types of the folktale». Helsinki, 1973.
- Thompson Stith «Motif-index of folk-literature». 6 vols. Copenhagen-Bloomington, 1955—1958.
- Hans-Jörg Uther «The types of international folktales. A classification and bibliography». 2004. Parts I—III.