Филатов Николай Николаевич (медик)

Филатов Николай Николаевич (28 май 1954 йыл, Төньяҡ-Задонск — 4 февраль 2021 йыл, Мәскәү[2]) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, профессор, медицина фәндәре докторы, 2016 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Мечников исемендәге вакциналар һәм сывороткалар Ғилми-тикшеренеү институтының фән буйынса директор урынбаҫары. Сеченов университетының эпидемиология кафедраһы мөдире. 1980 йылдар аҙағынан 2012 йылға тиклем — Мәскәүҙең баш санитар табибы[2][3].

Филатов Николай Николаевич (медик)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 май 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Северо-Задонск[d], Донской район[d], Тула өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 февраль 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (66 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Биләгән вазифаһы Главный государственный санитарный врач Москвы[d][1]
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме РФА ағза-корреспонденты[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шулай уҡ властарҙың 2020 йылда Рәсәйҙә COVID-19 таралыуын туҡтатыу өсөн күрелгән сараларҙы ҡаты тәнҡитләүе арҡаһында танылыу яулай[2][3].

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Николаевич Филатов 1954 йылдың 28 майында Тула өлкәһенең Төньяҡ-Задонск ҡалаһында тыуа. 1977 йылда Беренсе Мәскәү медицина институтының санитар-гигиена факультетын тамамлай, уны тамамлағандан һуң өс йыл Амурҙағы Комсомольскиҙа суднолар төҙөү заводында табип-эпидемиолог булып эшләй. Мәскәүгә ҡайтҡас, Ленин районының санитар-эпидемиологик станцияһында эшләй. 1988 йылда Мәскәү санитар-эпидемиологик хеҙмәтенең эпидемиология бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. 1993 йылда ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Мәскәү буйынса идаралығы башлығы, Мәскәү буйынса баш дәүләт санитар табибы итеп һайлана, был вазифаны ул 2012 йылға тиклем биләй.1996 йылда медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ була[4] ә 1999 йылда медицина фәндәре докторы дәрәжәһе ала[5], шулай уҡ профессор исеменә лайыҡ була. 2014 йылда юғары медицина һәм фармацевтика белеменең психологик-педагогик нигеҙҙәре курсын тамамлай. 2016 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

2021 йылдың ғинуар уртаһында Филатов үҙенең COVID-19 менән зарарланыуы тураһында хәбәр итә[6]; билдәле, уның сире дауаханаға һалыу сәбәбе булыуы билдәле[7][8]. Ул 2021 йылдың 4 февралендә 66 йәштә, Мәскәүҙә вафат була[9][10]. Үлеменең сәбәбе рәсми иғлан итәелмәй[2][11][12]. Мәскәүҙә Кунцево зыяратында ерләнә (10-сы участка)[13].

Ғилми эштәр, асыштары һәм баҫмалары

үҙгәртергә

Николай Филатов — 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, улар араһында:

  • «Экостан» ғилми эше: тирә-яҡ мөхиттең техноген бысраныуына һәм кеше һаулығының экологик баһа системаһы.
  • монографиялар[14][15][16],
  • юғары уҡыу йорттары дәреслектәре[17],
  • уҡыу-методик ҡулланмалар[18].

Киң мәғлүмәт сараларында сығышы

үҙгәртергә

2020 йылдың мартында Н. Филатов «Бизнес Online» баҫмаһына биргән интервьюһында COVID-19 гриппҡа ҡарағанда күпкә кәм контагиозен, тип белдерә, сусҡа киҙеүенән үлем осрағы 18 %, ҡош киҙеүенән (H7N9) — 34 %, әммә был йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуы һәләкәт килтермәне һәм COVID-19 һымаҡ шау-шыу менән оҙатылманы, тип хәбәр итә[19].

Һуңғараҡ, 2020 йылдың майында, ул шул уҡ баҫмаға эксперт сифатында COVID-19 менән көрәш стратегияһын тикшереү өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты менән осрашыуға саҡырылыуын хәбәр итә, «балаларҙы сығарырға һәм ял итеү зоналарын асырға кәрәк», тип фекерен әйтә, әммә кәңәшмәнең башҡа ҡатнашыусыларын үҙенең хаҡлығында күндерә алмай[20].Ошо уҡ май интервьюһында Н. Филатов 2020 йылдың йәйендә сирҙең кәмеүен һәм һуңынан был сирҙең мөһимлеген юғалтыуын фаразлай[20]:

Көҙ көнө был хаҡта көн темаһы булараҡ берәү ҙә хәтергә төшөрмәйәсәк. Ниндәйҙер бер нисә сығанаҡ барлыҡҡа килеүе лә ихтимал, ләкин был бер ниндәй ҙә проблема булмаясаҡ. Кешеләр бынан үлеүҙән туҡтаясаҡ, сөнки аҙ вирулентлы ҡуҙғытыусы ғәҙәти булмаған иммун яуап механизмын ғәмәлгә индерә алмай.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ике тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты.
  • 1997 — Дуҫлыҡ ордены кавалеры
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://mnpcbt.ru/news/moskva-otmechaet-100-letie-rospotrebnadzora
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Екатерина Костина, Михаил Котляр. Умер бывший главный санитарный врач Москвы Николай Филатов // РБК, 04.02.2021.
  3. 3,0 3,1 Николай Филатов: «Я эпидемиолог, всю жизнь этим занимаюсь и не могу понять происходящего!» // Бизнес-online, 13.10.2020.
  4. Филатов Н.Н. Эпидемиологический надзор за стрептококковой (группы А) инфекцией в условиях крупного города. Диссертация / науч. руковод. проф. Н.И. Брико. — Центральный НИИ эпидемиологии. — Москва, 1996.
  5. Филатов Н.Н. Пути совершенствования эпидемиологического надзора на основе разработки и внедрения системы социально-гигиенического мониторинга (в условиях Москвы). — Москва, 1999. — (Диссертация).
  6. Наталья Веденеева. Смерть от коронавируса отрицавшего опасность врача Филатова стала шоком // Московский комсомолец, 04.02.2021.
  7. Алексей Фёдоров. Сможет ли массовая вакцинация «отменить» третью волну коронавируса 2021 йыл 17 май архивланған. // блог на сайте журнала Сноб.
  8. Ученый без страха и упрека // Мир новостей, 09.02.2021.
  9. Николай Дорофеев. От коронавируса умер российский врач Филатов, критиковавший ограничения // Московский комсомолец, 04.02.2021.
  10. Врач, критиковавший ковидные ограничения, умер от коронавируса // Росбалт, 04.02.2021.
  11. Николай Николаевич Филатов(некролог, размещённый на сайте НИИ им. Мечникова), архивная копия.
  12. Ушёл из жизни Николай Николаевич Филатов (некролог, размещённый на сайте Сеченовского института), архивная копия.
  13. Московские могилы. ФИЛАТОВ Николай Николаевич (1954 – 2021). Дата обращения: 4 июль 2021.
  14. Л.Ф. Морозова, В.П. Сергиев, Н.Н. Филатов. Геоинформационные технологии в профилактике инфекционных и паразитарных болезней. — Центр исследований проблем безопасности Российской академии наук. — Москва: Наука, 2017. — 190 с. — ISBN 978-5-02-040045-0.
  15. Филатов Н.Н., Шаханина И.Л. Инфекционные болезни в Москве: надзор и экономическая значимость / науч. ред. В.И. Покровский. — Москва: Санэпидмедиа, 2005. — 207 с. — ISBN 5-902586-13-5. Рассмотрен широкий спектр вопросов инфекционной патологии в столичном мегаполисе: медико-демографические процессы, методология и организация эпидемиологического надзора, эпидемиологическая обстановка в последнее десятилетие
  16. В.П. Сергиев, Н.Н. Филатов. Инфекционные болезни на рубеже веков: осознание биологической угрозы. — Российская академия наук, Центр исследований проблем безопасности. — Москва: Наука, 2006. — 571 с. — ISBN 5-02-035887-8.
  17. В.И. Покровский, Н.Н. Филатов, И.П. Палтышев. Описательное эпидемиологическое исследование: (ретроспективный эпидемиологический анализ). — Москва: Санэпидемиа, 2005. — 239 с. — (учебное пособие: для студентов мед. вузов). — ISBN 5-902586-14-3.
  18. Филатов Н.Н. и др. Учебное пособие для профессиональной гигиенической подготовки должностных лиц и работников учреждений дополнительного образования детей (внешкольных учреждений). — 2 изд. — Москва: Санэпидсервис, 2012. — 119 с. — (для очно-заочной и заочной форм обучения). — ISBN 978-5-93085-053-6.
  19. Вадим Бондарь. «Кому-то понадобилось очень сильно напугать человечество»: так ли страшен COVID-19? (17 апрель 2020). Дата обращения: 6 декабрь 2020.
  20. 20,0 20,1 Вадим Бондарь. «Осенью COVID-19 как тему дня вспоминать не будут, люди перестанут умирать» // «Бизнес Online», 14.05.2020.

Һылтанмалар

үҙгәртергә