Феодосия уҡытыусылар институты
Феодосия уҡытыусылар институты — Рәсәй империяһы Феодосия ҡалаһында юғары педагогия уҡыу йорто, һуңғараҡ СССР-ҙа урта махсус уҡыу йорто. 1874 йылдан 1941 йылға тиклем институттөрлө ойошма формаһында эшләп килде.[1]
Феодосия уҡытыусылар институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1874 |
---|---|
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Феодосия |
Тарихы
үҙгәртергәРеволюцияға тиклем осор
үҙгәртергәФеодосия уҡытыусылар институты 1874 йылдың ғинуарында ҡала мәктәптәренә уҡытыусылар әҙерләү өсөн асыла. Институтҡа 16 йәше тулған, семинарияны, өйәҙ йәки ҡала училищеларын тамамлаусыларҙы ҡабул иткәндәр. Уөыу ваҡыты 3 йыл булған. Студенттар һаны 90 кешегә еткән. Сығышы буйынса улар хеҙмәткәрҙәр, мещандар, крәҫтиән ғаиләләренән булған. Айына 14 һум степендия алғандар. 1915 йылда институт финанс сәбәптәр менән ябылған элеккеге Халибов әрмән училищеһының өс ҡатлы бинаһына күсә.[1]
Институттың беренсе директоры дини академия тамамлаған С. Ю. Богоявленский була. Рус теле һәм әҙәбиәтен П. Н. Колибелин, табиғәт фәндәрен - В. Ф. Долгополов, математиканы К. И. Гроссу, астрономияне һәм тарихты - Д. А. Марков (вакытында В. И. Ключевский лекцияләрын тыңлаған), рәсем һәм һыҙманы - рәссам Липкин уҡытҡан.[1]
Институтта башланғыс мәктәп уҡытыусыларын әҙерләү буйынса бер йыллыҡ курстар эшләгән.
Институт студенттары ҡалала күп кенә мәҙәни саралар ойошторған, театр һәм үҙешмәкәр сәнғәт менән шөғөлләнгәндәр, ҡалала концерттар күрһәткәндәр.[1]
Халибов йортондағы янғындан һуң (1915 йылда) Институт Феодосия ирҙәр гимназияһына күсерелә.[1]
Совет осоро
үҙгәртергәФеодосияла совет власы урынлашҡандан һуң, Уҡытыусылар институты Педогогия институты тип үҙгәнтелә, ә 1920 йылда - Халыҡ мәғарифы институты тип үҙгәртелә.[2].
1923 йылдың көҙөндә институт ауыл мәктәпләре уҡытыусыларын әҙерләүсе педагогия колледжы итеп үҙгәртелә.
Уҡытыусылар һәм мәктәптәр өсөн башҡа категориялағые педагогик хеҙмәткәрләрҙе әҙерләүҙәге етешһеҙлектәрҙе аңлап, Ҡырым АССР-ының мәғариф комитетының белем биреү органдары ҡарары нигеҙендә саралар ҡабул ителә. 1924 йылдың ғинуарында РСФСР-ҙың Баш ғилми Советы (ГВУ) президиумы "Педагогик белем биреү нигеҙҙәрен" раҫлай. Был документта педагогик уҡыу йорттарының төп бурыстары билдәләнә.[3]
Ҡырым мәғариф комитеты техникум етәкселегенә уҡытыу процессын үҙгәртеп ҡорорға тәҡдим итә. Ҡырым Мәғариф министрлығы ҡарарында педагогия техникумының маҡсаты — мәктәпкәсә учреждениелар, 1-се дәрәжә мәктәптәр, балалар йорттары өсөн социаль тәрбиә биреү түбәнге хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү тип күрһәтелә.
Педагогика техникумына ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаусылар йәки тейешле белеме булғандар алына. Педагогика техникумында уғыу срогы 4 йыл. Студенттар беренсе һәм икенсе курстарҙа берҙәм хеҙмәт мәктәбе курсын һәм төп предметтарҙы уҡытыу методикаһын өйрәнәләр. Ошоноң менән бер рәттән, һайлаған һөнәренә ярашлы производстоны ойоштороу алымдарын да өйрәнергә тейеш ине. Өсөнсө курстан мәктәпкәсә учреждениеларҙа, 1-се дәрәжә мәктәптәрҙә, балалар йорттарында һәм политағартыу йорттарында эшләү линияһы буйынса махсуслаштырылған белгестәр әҙерләү курстары булған.
1935 йылда Феодосия педагогика техникумында йәһүд һәм немец бүлектәре була, милли ауыл мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләнә.[4]
Уҡыу йорто 1941 йылға тиклем эшләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Профессиональные учебные заведения Феодосии 19-го века . kimmeria.com. Дата обращения: 1 декабрь 2020. 2021 йыл 28 февраль архивланған.
- ↑ Феодосия между двумя войнами (1920-30-е годы) . web.archive.org (3 февраль 2019). Дата обращения: 1 декабрь 2020.
- ↑ Прохорчик М.В. Підготовка і перепідготовка педагогічних кадрів народної освіти Криму у 1921 -1929 рр. (билдәһеҙ).
- ↑ Кондратюк Г.Н. ЕВРЕЙСКИЕ ШКОЛЫ КРЫМСКОЙ АССР В 1920-1930-Х гг (билдәһеҙ).