Фекерләшеү:Әл-Ихлас сүрәһе
Википедияла мин ҡуйған транскрипцияларҙы Сөйәрғолов китабынан алып яҙғайным, сөнки ул ғәрәпсәнән иң дөрөҫ транскрипция бирә тинеләр, Ҡөрьәндең транскрипцияһын ул эшләгән бит. Ул вузда ғәрәп теле уҡыта. Кем шуларҙы төҙәтте икән? Һаҡмармы? Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 16:56, 4 март 2015 (UTC)
Әлләсе, бәлки Илшат Хафизов тәржемәләрен ҡуйғандарҙыр, ул Египтта, тағы әллә ҡайҙарҙа егрме йылға яҡын уҡып ҡайтты, хәҙер китаптар нәшер итә. Күп кенә транскрипцияларҙы дөрөҫләп эшләп сығара, беҙ уның китаптары менән ҡулланабыҙ. Ул дөрөҫөрәк тип таптыҡ. Ул ғәрәп әҙәби телендә яҡшы һөйләшә. --Кинйә (әңгәмә) 17:02, 4 март 2015 (UTC)
Рөстәм Нурыев, Һеҙ сүрәлә Аллаһ тип төҙәткәнһегеҙ, ә транскрипция әйтелеште бирә, сүрәләрҙә Ллаһ тип әйтелә, яҙыла. Улайһа хәҙер тотош сүрәләрҙең транскрипцияһын төҙәтеп сығырға кәрәк була бит? Сөйәрғолов китабында ғына түгел, башҡа транскрипцияларҙа шулай яҙыла бит, бары тик ҡайһы берәүҙәр Ллаһ тип яҙа, кемдер ғәрәпсәләге кеүек бөтә һүҙҙәрҙе лә бәләкәйҙән яҙа [1] [2]--Guram52 (әңгәмә) 10:27, 15 апрель 2021 (UTC)
- Кинйә, Рөстәм Нурыев, мин тәүге вариантты кире ҡайтарам, сөнки Сөйәрғолов - филология фәндәре кандидаты, дини белеме бар, вузда ғәрәп телен дә уҡыта. Уның транскрипцияһы фәнни нигеҙҙә эшләнгән һәм рәсми рәүештә нәшер ителгән. Вики ҡағиҙәһе буйынса ла беҙ рәсми сығанаҡтар ҡулланырға тейешбеҙ бит. Етмәһә, әллә күпме транскрипция ҡарап, әлеге вариант осрағаны булманы--Guram52 (әңгәмә) 05:30, 16 апрель 2021 (UTC)