Фекерләшеү:Ғәбитов Мансур Хажмөхәмәт улы

Һуңғы хәбәр: 3 года назад элек З. ӘЙЛЕ яҙған
  • Таңһылыу апай, Ғәбитов Мансур «Шайморатовсылар» исемлегендә юҡ, шулай уҡ уның 112-се кавдивизияла хеҙмәт итеүен раҫлаған рәсми документтар ҙа юҡ. Бөгөн ундай аңлашылмаған мәлдәр бик күп, әммә төп сығанаҡ — рәсми документтар йәки китаптар. Шуға күрә конкурс өсөн исемлеккә ингән яугирҙарҙы яҙығыҙ. Әгәр раҫлау документтары булһа, исемлеккә индерергә мөмкин. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 03:30, 3 июнь 2021 (UTC)Яуап бирергә
  • Беҙҙең военкоматтың ике китабы янған (йәки махсус яндырылған).Бөрйән районын Белорет районына ҡушыу һөҙөмтәһендә архив Белоретҡа күсерелгән. Районды кире тергеҙгәндә ике китап кире ҡайтмаған. Унан Мансур бабайҙың иҫтәлектәрендә ошолай мәғлүмәт биргән.Ҡышҡыһын бер поста тороп ныҡ өшөгәнендә һаҡ мн бергә пост аша Шәйморатов үткән. Был һалдатҡа быйма килтерегеҙ тип фарман биргән. Шул быйма мн аяғым йылынды тип ҡыуанып һөйләгән осрашыуҙарҙа. Тик был мәғлүмәтте биреүсе инәй, Әхмәтова Ҡанифа Хәйрулла ҡыҙы хәҙер юҡ инде.Инәй Мансур бабайҙың тағын бер иҫтәлеген һөйләп ҡалдыра:бер мәлде өҫтәренә танктар менеп килгән. Ҡаршылыҡ күрһәтерлек әмәлдәре булмаған. Бер сара булмағас, Мансур бабай Ихлас сүрәһен уҡый башлаған.Шул саҡ танктар кире боролоп киткән.Совет заманында бындай иҫтәлектәрҙе яҙманылар, хәүефле ине. .Шәйморатовсылар дивизия тураһында үҙ ғәиләһендә лә һөйләмәнеләр. Үҙ-ара аралашҡанда ла йәшереренеп, шым Һөйләшә инеләр тип иҫләйҙәр барыһы ла.--Һәҙиә (әңгәмә) 07:20, 3 июнь 2021 (UTC)Яуап бирергә
  • Бынан тыш райондың "Таң" газетаһында тарих уҡытыусыһы Дамир Аллабирҙиндың Мансур бабайҙың үҙенән һорашып яҙып алған мәғлүмәттәренән мәҡәлә бар. Йәғни, ҡаты яра алып госпиталгә эләгә.Һауыҡҡандан һуң, икенсе икенсе дивизияға эләгә --Һәҙиә (әңгәмә) 07:38, 3 июнь 2021 (UTC)Яуап бирергә
    • Бындай материалдарҙы конкурстан һуң яҙырға мөмкин, әле сығанаҡтарҙы тикшереп булған мәҡәләләр кәрәк, йәғни һылтанмалар буйынса асҡанда, улар ошо кеше тураһындағы мәғлүмәткә алып сығырға тейеш. Әгәр китаптың йәки гәзит материалының электрон варианты булһа, конкурсҡа ҡабул итергә мөмкин. Исемлектә һуңғы бағанала рәсми сығанаҡтар, шулай уҡ исемлектән өҫтә тикшереп булған китаптар исемлеге бирелгән. Шуға конкурс ваҡытында ошо исемлек һәм сығанаҡтар менән эшләү урынлыраҡ булыр.--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:53, 3 июнь 2021 (UTC)Яуап бирергә
«Ғәбитов Мансур Хажмөхәмәт улы» битенә кире ҡайтырға.