Фекерләшеү:Энергия һаҡланыу законы
Һуңғы хәбәр: 6 лет назад элек ZUFAr яҙған
«Энергия һаҡланыу законы» мәҡәләһе Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләр исемлегенә керә.
Һеҙ «1000 әһәмиәтле мәҡәлә» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
«Энергия һаҡланыу законы» мәҡәләһе
Википедияның бөтә бүлектәрендә булырға тейеш мәҡәләләрҙең киңәйтелгән исемлегенә керә. Уның үҫеше Башҡорт Википедияһының төп йүнәлеше. Һеҙ «Мириада» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Закон сохранения энергии» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 14.01.2018 |
Ҡанун юридик өлкәгә ярашлы һүҙҙер. Физики, химия өсөн закон һүҙе ярашлы булыр. Мәҫәлән: Ньютон закондары, Бөтә донъя гравитация законы. --ZUFAr (әңгәмә) 12:35, 14 ғинуар 2018 (UTC)
- Шулайыраҡтыр ул. Магнитное поле тигәнде лә совет заманында магнит яланы тип яҙып-уҡыныҡ, магнит ҡыры телгә лә ятмай, ҡолаҡҡа ла. Ҡыр һүҙе тәү сиратта сит, ситке мәғәнәһендә ҡабул ителә, яландың синонимы булараҡ - икенсе мәғәнә генә килә. Хәҙер һәр кем үҙенсә яҙа. 2005 йылғы һүҙлекте лә артыҡ һәм яһалма «башҡортлаштырылған» бит, барыһы ла шуға һылтана. --Айсар (әңгәмә) 13:11, 14 ғинуар 2018 (UTC)
- Ҡанун дин, әҙәбиәт, мәҙәниәт кеүек гуманитар өлкәләргә килешә: шиғриәт ҡануны, шәриғәт ҡануны һ.б. Юридик тармаҡта дөйөм закондар, норматив документтар йыйылмаһын ҡануниәт тибеҙ, әммә айырым юридик закон - закон. Физика, химия, математика кеүек теүәл фәндәрҙә лә закон йөрөй. Айсар, магнитное поле мәктәптә нисек булғанын бөтөнләй онотҡанмын, ҡыр ине шикелле тип, мин дә магнит ҡыры тип яҙҙым (беҙҙең диалектта баҫыу, ялан да ҡыр йөрөй, шуға миңә ят тойолманы). Әтеү магнит яланы тип алабыҙмы? Alfiya55 (әңгәмә) 15:07, 14 ғинуар 2018 (UTC)
- «Закон» буйынса бик матур аңлаттығыҙ, Әлфиә апай. Тулыһынса килешәм. «Магнит яланы»на килгән дә, элек дәреслектәрҙә нәҡ шулай ине, ә Ураҡсиндың 2005 йылғы һүҙлеге дөйөм бардак шарттарында донъяны ныҡ бутап бөттө, унда «Магнит ҡыры» тип бирелгән. Хәҙер грамотныйҙар күбәйҙе бит, нәҡ шундай нәмәләргә һылтаналар, ә тере телдә, матбуғатта теге йәки был һүҙҙең нисек ҡулланылғанын уйлап та бирмәйҙәр. --Айсар (әңгәмә) 15:21, 14 ғинуар 2018 (UTC)
- Эшләнде--ZUFAr (әңгәмә) 16:02, 14 ғинуар 2018 (UTC)
- Иптәштәр, барығыҙға ла бик ҙур рәхмәт. Теүәл фәндәргә мин ысын башҡорт булғанға тотонғанмындыр,тип уйлайым хәҙер. Белгестәр беҙҙең халыҡтың холҡон тасуирлағанда:" Дүртенсе һыҙат- тиҫкәрелек (сәм тиһәң дә булалыр, "упертость, возможно даже упрямство",тиҙәр).Эшләйем тигәс, эшләйем инде. Хатта үҙем дә был текстарҙың башҡортсаһын аңлай башлаған кеүекмен. Физика математикаға ҡарағанда еңелерәк эшләнә икән.--Шәһәрбаныу (әңгәмә) 04:46, 15 ғинуар 2018 (UTC)
- Шәһәрбаныу Рәхмәт, бер кем дә тотонмаған эштәрҙе башҡарҙығыҙ. Фәндәр, техника беҙҙә төшөп ҡалды, быға тиклем күберәк тарих, мәҙәниәт, дәүләттәр тураһында яҙылды.--ZUFAr (әңгәмә) 04:54, 15 ғинуар 2018 (UTC)