Фекерләшеү:Электроника
Һуңғы хәбәр: 7 лет назад элек ZUFAr яҙған
«Электроника» мәҡәләһе Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләр исемлегенә керә.
Һеҙ «1000 әһәмиәтле мәҡәлә» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
«Электроника» мәҡәләһе
Википедияның бөтә бүлектәрендә булырға тейеш мәҡәләләрҙең киңәйтелгән исемлегенә керә. Уның үҫеше Башҡорт Википедияһының төп йүнәлеше. Һеҙ «Мириада» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Электроника» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 19.12.2017 |
- Ҡаты кәүҙәле тигәнде ҡаты есемле тип алһаҡ, урынлыраҡ булмаҫмы? --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:04, 19 декабрь 2017 (UTC)
- З. ӘЙЛЕ, бының буйынса байтаҡ баш ваттым, эҙләндем, һаман икеләнеү өҫтөндәмен. Физика твердого тела - ҡаты есем физикаһы. Ҡаты есем матдәнең дүрт агрегат хәленең (шыйыҡ, ҡаты, газ, плазма) береһе булып тора. Ә электроникала диод, транзистор кеүек элементтарҙы твердотельная электроника тип атағандар, йәғни ҡулға тотоп була торған был әйберҙәрҙе ҡаты есем тиһәк, ҡаты есем физикаһындағы чуть ли не абстракт ҡаты есем төшөнсәһе менән буталыш барлыҡҡа килер кеүек тойолдо. Кәүҙә тигәне миңә лә һис оҡшамай. Кеше йә башҡа тере йән эйәһенең кәүҙәһе күҙ алдына килә бит. Мәғәнәһенә әҙ-мәҙ тап килерлек берәй һүҙ табырға ине. Ҡаты есемле электроника шшштиергә лә ҡуйырғамы икән? Alfiya55 (әңгәмә) 13:46, 19 декабрь 2017 (UTC)
- Ҡаты тышлы йәки ҡаты ҡаплы нисек? Башҡа ваҡытта бәхәсләшергә ағайҙар шәп, тема уларҙыҡы - ағайҙар юҡ. З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 15:59, 19 декабрь 2017 (UTC)
- Электрон йыһаздың тышы йәки ҡабы тураһында түгел, вакуум лампаларҙан айырмалы булараҡ, эске төҙөлөшөнә аңлатма бирелә. Шуға ҡаты есемле йәки ҡаты матдәле дөрөҫөрәк булыр.--ZUFAr (әңгәмә) 16:26, 19 декабрь 2017 (UTC)