Фекерләшеү:Тәбиғәт һәләкәте

Һуңғы хәбәр: «Циклонмы, әллә Дауылмы?» темаһында 7 лет назад элек Һәҙиә яҙҙы

Ҡар борсаҡ

үҙгәртергә

Град — Боҙ-ямғыр, боҙло ямғыр була торғайны шай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:05, 15 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

Беҙҙә уны Борсаҡ тип кенә атайҙар. Һуңғы ваҡытта боҙборсаҡ ҡулланыла башланы, шул дөрөҫ тип уйлайым. Боҙло ямғыр тип ямғыр менән бергә яуһа әйтелә, ә град ямғырһыҙ ҙа була бит--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 07:10, 15 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

Мәҡәлә исеме

үҙгәртергә

Мәҡәләнең исемен Тәбиғәт ғәрәсәте тип алырға тәҡдим ителә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:18, 15 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

Улайһа бәлки Тәбиғәт бәлә-ҡазаһы тип алырғалыр? Сөнки афәт - ул ғәрәп һүҙе лә, телдә бик йыш ҡулланылмай ҙа. Афәт тигәндең күсмә мәғәнәһе лә бар әле ул, берәй күңелһеҙ хәлгә, йүнһеҙ кешегә ҡарата ла әйтелә. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 08:00, 15 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә
Әгәр афәт һүҙен ҡалдырһағыҙ, Тәбиғәттәге афәттәр тип алығыҙ, сөнки Тәбиғи афәт урыҫсаға күсергәндә "естественные бедствия"ға әйләнә. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 08:46, 15 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

Башҡортостанда тәбиғәт ғәрәсәттәре

үҙгәртергә

Башҡортостанда тәбиғәт ғәрәсәттәре бүлеген яҙырға кәрәк. Нисәне йылда булды әле көслө дауыл? Төньяҡ райондар буйынса үтте. Бер йылдан һуң Дүртөйлө районы башлығы менән һөйләшеп ултырғайныҡ. Дүртөйлө ҡалаһында бер-нисә йыл алдан олоғайған ҡайындарҙы киҫкәндәр икән. Ә Бөрө ҡалаһында киҫмәгәндәр һәм дауылда ағастар ҡолауынан ныҡ ҡаза күргәндәр. Ул ҡайындар ике ҡалала бер ваҡытта ултыртылған булған. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:26, 15 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

Дүртөйлө яғындағы дауыл (ғәрәсәт) 2006 йылдың июлендә булды тип хәтерләйем."Сабып" һалынған 8 га урмандарын бөрйәндәр ҙә барып таҙалашты. --Һәҙиә (әңгәмә) 16:42, 15 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

Циклонмы, әллә Дауылмы?

үҙгәртергә

Циклонмы, әллә Дауылмы? Аптырап торам. Һәр циклон тәбиғәт ғәрәсәте булмай ҙа инде. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:36, 15 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

Дауыл һәм ғәрәсәт -синонимдар тип уйлайым. Эсенә көслө ел менән бәйле һәр төрлө һәләкәт инеп китә. Ул ямғырһыҙ ҙа, ямғырлы ла, ҡарлы-ямғырлы, борсаҡ менән дә булырға мөмкин.

Әфәттең, Гүзәл апай әйткәнсә, мәғәнәһе киң. Холоҡһоҙ кешенән алып, сир, ҡоротҡостар күпләп үрсеүе, көн торошоның болғаныуы, янғын, һыу баҫыу, дауыл, ғәрәсәт, ҡыйралыш инеп китә.

Бәлә-ҡаза, тағы ла киңерәк мәғәнәне эсенә ала. Әфәттән тыш, унда мал ҡазаланыу, бәрелеп-һуғылып, ҡолап йәрәхәтләнеү, авария, үлем хәлдәре лә инеп китә. Һәр хәлдә, йәшәү дәүерендә аңымда әүәләнгән төшөнсәләр шундай.

Дүртөйлө яғындағы дауыл (ғәрәсәт) 2006 йылдың июлендә булды тип хәтерләйем."Сабып" һалынған 8 га урмандарын бөрйәндәр ҙә барып таҙалашты. --Һәҙиә (әңгәмә) 16:42, 15 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

«Тәбиғәт һәләкәте» битенә кире ҡайтырға.