Фекерләшеү:Таж Махал
(Фекерләшеү:Таж Мәхәл битенән йүнәлтелде)
Һуңғы хәбәр: «Исем» темаһында 7 лет назад элек Alfiya55 яҙҙы
«Таж Махал» мәҡәләһе Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләр исемлегенә керә.
Һеҙ «1000 әһәмиәтле мәҡәлә» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
Исем
үҙгәртергә- Бер телдә лә Мәхәлгә оҡшаған йомшаҡ вариант юҡ, беҙҙә генә Мәхәлгә әйләндерелгән. Мәҡәләнең тарихында Азат Хәлиловтың Башҡортостан гәзитенә һылтанып төҙәткән урыны бар. Башҡортостан гәзитендә лә берәй грамотейы белер-белмәҫ төҙәтеп ебәргән булыуы ихтимал. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе тәржемә итерҙән алда бөтә башҡа телдәрҙә нисек икәнен ҡарап сығабыҙ, этимологияһын ҡарайбыҙ, Википедияларҙа мәғлүмәт етерлек булмаһа, Яндекс йә Гугл эҙләгесе аша табып, материалды өйрәнәбеҙ - шул сағында ғына һүҙҙе үҙгәртеп алырғамы-юҡмы икәнлегенә нигеҙ табыла. Махал көйө ҡалдырайыҡ. Alfiya55 (әңгәмә) 04:54, 28 ноябрь 2017 (UTC)
- Инглиз, төрөк һәм ҡайһы бер башҡа бүлектәрҙә МАҺАЛ тип алынған, бәлки Һ аша яҙырғалыр? Шул уҡ Лахор ҡалаһын күпселек башҡа бүлектәрҙә Лаһор тип алынған (шул уҡ Ханой-Һаной), ә мәҫәлән Хартум-Khartum. Әллә исемдәрен үҙгәртеп, урыҫ телендә уларға йүнәлтмә эшләргәме? Ryanag (әңгәмә) 05:18, 28 ноябрь 2017 (UTC)
- Эйе, Маһал тигән вариант бөтәһендә лә бар. Уныһы, бәлки, баралыр. Тик мине х - һ өндәренә ҡағылышлы бер нәмә генә бер аҙ шикләндерә: ниңәлер күп һүҙҙәр башҡа викиҙарҙа һ менән, ә беҙҙең телдә әүәлдән х менән йөрөй. Мәҫәлән, шул уҡ хәләл, харам, хәнәфи. Бөтә телдәрҙә һ менән яҙылғандар. Шуның серен белге килә. Ғәрәпсәһен тыңлап ҡараным, унда һ-ға тартым х тип әйтә. Alfiya55 (әңгәмә) 06:47, 28 ноябрь 2017 (UTC)