Фекерләшеү:Сүриә
«Сүриә» мәҡәләһе
Википедияның бөтә бүлектәрендә булырға тейеш мәҡәләләрҙең киңәйтелгән исемлегенә керә. Уның үҫеше Башҡорт Википедияһының төп йүнәлеше. Һеҙ «Мириада» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
Сирия - Сүриә
үҙгәртергәСирияны элек-электән Сүриә тип йөрөтәләр. Артабан уртаҡ фекергә килеп, Сүриә тип алайыҡтар. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 07:57, 4 декабрь 2015 (UTC)
- Риза. Шулай уҡ Йемен=Йәмән, Катар=Ҡатар тип үҙгәртһәк дөрөҫөрәк булмаҫмы?--Ryanag (әңгәмә) 08:14, 4 декабрь 2015 (UTC)
- Риза --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:26, 4 декабрь 2015 (UTC)
- Риза --Айсар (әңгәмә) 08:43, 4 декабрь 2015 (UTC)
Рәхмәт, ВикиАгайҙар!Русса әйткәндә, оперативно реагировали)--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 08:39, 4 декабрь 2015 (UTC)
- ))) Урыҫса белмәйбеҙ шул, З. ӘЙЛЕ . --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:55, 4 декабрь 2015 (UTC)
Башҡорттар аңламаҫлыҡ итеп төҙәтеп бөтмәнеҙ инде. 5 кл өсөн тарих китабы Сирия, Египет тип яҙа. Интернетта берәүҙә Сүрия тип эҙләп ултырмаҫ бит.--Саган (әңгәмә) 10:31, 4 декабрь 2015 (UTC)
- Саған туған, 5 класс дәреслегенә һылтаныу беҙҙең дәрәжәне төшөрәлер ул. Нормаль уҡыусы бишенсенән 11-се синыфҡа еткәнсе башҡорт телен аңларлыҡ белем алырға тейештер бит. Шул уҡ мәсьәләнең икенсе яғы: совет заманында дәреслектәр ниндәйҙер тикшереү үтә ине, 91-сы йылғы түңкәрелешьән һуң буталған донъя шауҡымы уларға ла ҡағылды: быға тиклем бер кем ишетмәгән авторҙар дәреслек яҙа башланы, аҡса түләп уларҙы баҫтырып сығарҙы, ә ҡараусы-тикшереүсе әлегә хәтлем юҡ бит. Нисек кенә булһа ла матбуғатта эшләгән Әйленең тәҡдиме менән килешәм, гәзит-журнал, хатта ярым-ярты белемле радио менән ТВ (уларҙа башлыса сәнғәт институтын бөтөп, тауыштары матур булғандар "оялаған", республиканың үҙәк районында үҫкән ҡайһы берһе шәкәр сөгөлдөрөнән башҡа ҡыҙыл сөгөлдөр бар икәнен дә белмәй БДУ-ның филфагын һәм журналистикаһын бөткөндәр икенсе планда) шулай бирә Айсар (әңгәмә) 16:55, 4 декабрь 2015 (UTC)
Урыҫлашҡан башҡорттарға йүнәлеш тотмайыҡ инде. Улайтһаҡ, үҙебеҙҙең телебеҙҙән бер нәмә лә ҡалмаҫ. Әле бер мәҡәләне төҙәтеп ултырҙым, татарсанан күсереп ҡуйылған, күп һүҙҙәре башҡортсаға ауҙарылмаған. Сифат хаҡында ла оноторға ярамай.--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 10:45, 4 декабрь 2015 (UTC)
Сирия һүҙе ҡулланған мәҡәләләр
үҙгәртергә... бик күп, уларҙы алыштырып сығырға кәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:59, 4 декабрь 2015 (UTC)
- Ҡалып аша икән. Төҙәттем. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 10:01, 4 декабрь 2015 (UTC)
Эске һылтанмалар
үҙгәртергәЯғалса Эске һылтанмаларҙы русса эшләмәгәҙ. [[Вторая мировая война|Икенсе донъя һуғышы]] урынына [[Икенсе донъя һуғышы]] тип ҡуйығыҙ.--ZUFAr (әңгәмә) 15:39, 29 ноябрь 2022 (UTC)
- Аңлашылды, төҙәтермен.--Яғалса (әңгәмә) 16:06, 2 декабрь 2022 (UTC)