Фекерләшеү:Сыңғыҙхан

Сыңғыҙхан һәм башҡорттар

үҙгәртергә

Был мәҡәләлә Сыңғыҙхан дәүләтенең башҡорт халҡы менән мөнәсәбетен күрһәтеп китергә кәрек. Мин был тема буйынса белгес түгелмен, бик күп белмәйем. Сыңғыҙхан яуына башҡорттар оҙаҡ ҡына ҡаршы тороуҙары, унан һуң килешеү төҙөп уның ханлығына ҡушылыуҙары билдәле бит. --Рөстәм Нурыев 14:14, 6 Март (Буранай) 2010 (UTC)

"Грузия һәм Киев Русе" тип яҙырға кәрәктер. Россия -Рәсәй, Русь - Рус (украиндар, беларустар, рустар). Саган 10:48, 8 Март (Буранай) 2010 (UTC)

Ә ниңә урыҫ түгел? Ҡайһы бер ғалим ағайҙарҙың "Урыҫ Кейәүе" тигәнен ишеткәнем бар. Әммә ҡағыҙҙа баҫтырылмаған. Әҙәби телдә әлбиттә рус була. Әммә мин 20 быуат тел ғалимдарының "Сит телдән кергән һүҙҙәр тәржемә ителмәй" тигән закондары (ҡанун тигән һүҙҙе лә хатта оноттолар) менән килешеп бөтә алмайым. Грузия ла урыҫ теленән шулай күсерелә, ә инглиз теленән күсерһәк Джоржия булырға тейеш. Грузин телендә Сәҡһәртһүәлә була. --Рөстәм Нурыев 17:22, 8 Март (Буранай) 2010 (UTC)
«Сыңғыҙхан» битенә кире ҡайтырға.