Фекерләшеү:Сан-Паулу

Һуңғы хәбәр: «Төҙәтергә» темаһында 3 года назад элек Вәхит яҙҙы

Төҙәтергә

үҙгәртергә

Вәхит, түбәндәгеләрҙе төҙәтергә тәҡдим итәм:

1. Индеецтар Инеш өлөштә һинд тип, Ҡалаға нигеҙ һалыу бүлегендә индеецтар тип алынған (артабан да осраны шикелле). Индиец һинд булһа, индеецтарҙы индей тип алыу йышайҙы, беҙ ҙә күпселек шулай алабыҙ.

2. Инештә Паулистың авенидаһы - Паулиста авенидаһы.

3. Инештә иң һуңғы һөйләм - Гербтағы девиз: Миңә идара итмәйҙәр, ә мин идара итәм.

4. Ҡалаға нигеҙ һалыныу бүлегендә плато (артабан да осрай) яйла булһын. Һүҙлектә яҫы таулыҡ тигәне лә бар ул, әммә терминдарҙың синонимдары булмай, бер төшөнсә = бер термин. Башҡортостан энциклопедияһы ла яйла тип алған. Ошо уҡ бүлектә "Тағы ла бер..." абзацында Ресифе - Ресифи; "Бай бразилиялылар белем, бигерәк тә юридик" тигәс, "белем алыу өсөн" тип өҫтәргә кәрәк.

5. Урынлашыуы бүлегендә 1-се юлда яйла; шул тирәлә үк Серра-Мари-Мар түгел, Серра-ду-Мар; Тиете абзацында һуңғы юлда "Тиете — Ла-Плата бассейнының бер өлөшө" тип төҙәтәйек.

6. Демография бүлеге 1-се юлда "Сан-Паулуҙа йәшәүселәр" кәрәк; этник төркөмдәр исемлегендә африканлылыр түгел, африкалылар.

7. Транспорт бүлегендә линияларҙың номерҙары төрлөсә тора, башҡорт телендә рәт һандарын яҙыу ҡағиҙәһенә ярашлы яҙайыҡ: 1-се линия, 2-се линия һ.б.; 6-сы линия тигәндә ялғау хаталы; 12-се линияла сапфир.

8. Туризм бүлегендә Изге Бенедикт; иң һуңғы юлда "Тире менән сауҙа итеү 2014 йылда тыйыла" тип йылын өҫтәйек.

9. Фән бүлегендә тәүге һөйләмдә "яңы технологик асыш" түгел, "яңы технологик эшләнмәләр" (разработки) булһын. Асыш (открытие) фәндә күп йылдарға бер була торған фундаменталь күренеш, ә эшләнмәләр (разработка) көн һайын пачкалап яһала. Alfiya55 (әңгәмә) 17:14, 6 ноябрь 2021 (UTC)Яуап бирергә

Рәхмәт, 1.ҡарап сығырмын мотлаҡ. Ҡайһы бер тәржемәләрҙе ҡабул итә алмайым да үҙемсә яҙам. АСЫШ - Эшләнмә. ЭШЛӘНМӘ һүҙен ҡулланмайҙар бит. Ҡулланышта булмағас, махсус белеие булмағандарға ҡыйынлыҡ тыуҙырасаҡ. индей һүҙенә лә риза түгел. Төҙәтермен һеҙҙеңсә, ләкин халыҡсанлыҡ юғала һымаҡ, телде ҡатмарлаштырабыҙ түгелме? 2. ИКМӘК мәҡәләһен төҙәтәм, өҫтәрмен. Әле тәржемә бөтәйем дә. Нисек булһа ла, Ҙур рәхмәт. Вәхит (әңгәмә) 18:25, 6 ноябрь 2021 (UTC)Яуап бирергә
а)1, 2, 9,6 тәҡдимдәр буйынса. Эйе, мин дә уйлағайным тәржемә иткәндә. Дөрөҫ вариатты һайламағанмын инде.
б)ҡалғандары автоматик хаталар. Рус һөйләмдәре башты бутай. Аҙағына еткәнсе башын онотаһың. Вәхит (әңгәмә) 01:27, 7 ноябрь 2021 (UTC)Яуап бирергә

Төҙәттем.

Вәхит, төҙәтеүҙәрҙе, айырыуса күләмлеләрен, конкурс үткәс тә ҡабат ҡарап сығырға булалыр, моғайын, әле уныһына ваҡыт бүлмәйенсә.

Индей миңә лә оҡшап етмәй, әммә уны ҡулланыу осраҡтары күбәйә бара, шуға күнелә һәм күнегелә.

Һүҙлектәрҙә ҡәҙимге һүҙ булып, термин статусына инмәгән һүҙҙәр күп, әммә хәҙер технологияларҙың, компьютер һәм глобаль селтәр өлкәһендә терминологияның үҫеше, уларҙың ябай тормошҡа үтеп инеүе ниндәйҙер һүҙҙәрҙең терминға әйләнеп китеүенә сәбәпсе. Унда открытие һәм разработка терминдарын да башҡортса икеһен ике төрлө алыу талап ителә, сөнки, үрҙә бер әйткәнемсә, терминдарҙың синонимдары булмай, бер термин бер төшөнсәне генә атай. Комп терминдарын тәржемә итеү менән байтаҡ йылдар шөғөлләнгәс, разработканы эшләнмә тип алыуҙан да яҡшыраҡ вариант табылмағанға әле бында ла шуны тәҡдим иттем. Өйрәнеп кителә ул, халыҡ та өйрәнер. Әллә күпме инглиз һүҙҙәре инеп тора, үҙләштереп торалар бит. Alfiya55 (әңгәмә) 06:36, 7 ноябрь 2021 (UTC)Яуап бирергә

Рәхмәт. Тәнҡит һәм тәҡдимдәр, фекер алышыу кәрәк. Ыңғай яҡҡа бит Вәхит (әңгәмә) 06:39, 7 ноябрь 2021 (UTC)Яуап бирергә
«Сан-Паулу» битенә кире ҡайтырға.