Фекерләшеү:Көсөковтар
Һуңғы хәбәр: «Сығанаҡтар?» темаһында 3 года назад элек Sherbn яҙҙы
«Көсөковтар» мәҡәләһен ҡатнашыусы Ryanag |
Сығанаҡтар?
үҙгәртергәSherbn , Кинйәбулатова менән Ильясовтың Көсөковтар нәҫеленән икәнлеге ниндәй сығанаҡтар менән иҫбатлана?--Guram52 (әңгәмә) 05:27, 23 февраль 2021 (UTC)
- Гүзәл апай, был турала күпме яҙылды, күпме тапшырыуҙар булды.Оноттоғоҙмо ни?--Sherbn (әңгәмә) 05:41, 23 февраль 2021 (UTC)
- Sherbn , Гүзәл апай үҙе өсөн һорамай, ә был мәҡәләне киләсәктә уҡыусылар өсөн һорай. Бына мин был турала хатта белмәй ҙә инем. Шуға күрә төп сығанаҡтарҙы күрһәтеү урынлы. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:49, 23 февраль 2021 (UTC)
- Конфликт сығарттығыҙ.Мин яҙған юҡҡа сыҡты. Күп итеп яҙып тормайым башҡа.Улар-барын-табын. Улар -бер нәҫелдән.[1], [2], [3], [4],«Ағиҙел»дә лә сыҡты буғай, тик йылын хәтерләмәйем, 2012 й., йә Ҡолой кантондың юбилейына. Тағы кемдер бар ине, билдәле кеше.Иҫкә төшһә, яҙырмын.--Sherbn (әңгәмә) 05:56, 23 февраль 2021 (UTC)
- Sherbn, был конфликт түгел, ә аныҡлауҙы һорау. Мин әле генә Спартак Ильясов менән һөйләштем, ул Кәтибә апай ҙа, мин дә туған түгел, бары ырыуҙаштар тине. Ә ырыуҙашлыҡ туған тигәнде аңлатмай әле. Атаҡлы барын-табындар күп ул, тик улар төрлө тамырҙан. Википедия - икенсел ресурс, сығанаҡтар күрһәтеп яҙыу мотлаҡ. Админһың бит әле үҙең, ҡағиҙәне белергә кәрәк--Guram52 (әңгәмә) 06:00, 23 февраль 2021 (UTC)
- Sherbn, һин һылтанған бер генә сығанаҡта ла улар Көсөковтарға туған тип әйтелмәгән--Guram52 (әңгәмә) 06:08, 23 февраль 2021 (UTC)
- Ышанмағыҙ улай булғас.Әле иҫкә төштө, Дамир Жәүәт улы Вәлиев та шул нәҫелдән.Шунан Силәбеләге сауҙагәр Вәлиевтар ҙа шул нәҫел. Кәтибә апай Кинжәбулатоваға фамилияһын һуңыраҡ үҙгәрткән.Уның фамилияһы икенсе булған.--Sherbn (әңгәмә) 06:17, 23 февраль 2021 (UTC)
- Спартак ағай үҙ ауыҙы менән һөйләп ултырҙы телевидениела. Әйтәһе килмәгәндер. «Админһың бит әле үҙең, ҡағиҙәне белергә кәрәк»- ҡасан төрттөрә башларһығыҙ, тигәйнем, Аллаға шөкөр, ундай көн дә килеп етте.Кәрәмәһә, алып ташлағыҙ.--Sherbn (әңгәмә) 06:20, 23 февраль 2021 (UTC)
- Sherbn, админлыҡҡа һине үҙем тәҡдим иттем, әйткәндәй. Спартак бер ерҙә лә туғанмын тигәне булманы, ырыуҙаштар тине.--Guram52 (әңгәмә) 06:26, 23 февраль 2021 (UTC)
- Ялҡыттығыҙ инде.--Sherbn (әңгәмә) 06:29, 23 февраль 2021 (UTC)