Фекерләшеү:Көнсығыш славян телдәре
Һуңғы хәбәр: 1 год назад элек Баныу яҙған
- Шул уҡ һорау: ниңә «Көнсығыш славян телдәр»??? Нимәлер етмәгәнен күрмәйегеҙ? тоймайығыҙ? һиҙемләмәйегеҙ? --Айсар (әңгәмә) 18:38, 7 июнь 2023 (UTC)
- Айсар, мин Көньяҡ-славян телдәр тип ҡуйылған категорияны Көньяҡ славян телдәр тип төҙәттем, һәм телдәре урынына телдәр тип алынған бер нисә мәҡәләгә тап булып, шулай яҙа башланым. Башта, мәҫәлән, «Славян телдәре» тип алғайным тәүге мәҡәләне. Кем тәүләп шундай яңылышлыҡ ебәргән, шул кешене табып, һорау биреү кәрәктер? Бик күп бит шундай айырмалар Akkashka (әңгәмә) 18:58, 7 июнь 2023 (UTC)
- Ардах18 2015 йылда уҡ Категория: Славян телдәр тип яҙып ҡуйған булған. «Нишләп шунда уҡ төҙәтеү эшләнмәгән?» тигән һорау бирге килә? Akkashka (әңгәмә) 19:20, 7 июнь 2023 (UTC)
- Ардах18 - яҡут ине, шуға ла уның «Славян телдәр» тип яҙыуын - урыҫсан калька - ҡабул итергә була. Әммә бөгөн төҙәтергә кәрәктер ул был кальканы: төрки телдәре, монгол телдәре һ.б. шундай уҡ һүҙ бәйләнештәр бар өлгө-үрнәк өмөн бит телдә лә, википедияла ла... --Айсар (әңгәмә) 19:41, 7 июнь 2023 (UTC)
- Төҙәтә башлайыҡ, өмә иғлан итепме, нисек? Хаталарҙы дөйөм көс менән генә кәметергә булалыр ул йә автомат рәүештә алып ташларлыҡ бер технология ҡулланырға мөмкинме? Akkashka (әңгәмә) 03:35, 8 июнь 2023 (UTC)
- Төрки телдәр, Төрки телдәре. Баныу ҡайһыһы дөрөҫ?--ZUFAr (әңгәмә) 16:47, 8 июнь 2023 (UTC)
- ZUFAr, Төрки телдәр дөрөҫ була. Һүҙбәйләнешкә морфологик анализ: «төрки» һүҙ төркөмө буйынса яһалма сифат (ниндәй?) һорауына яуап була, «тел» гә эйәреп асыҡлап килә, аныҡлаусы, ике һүҙ бер-береһенә йәнәшлек юлы йәғни мәғәнә буйынса бәйләнеп килә (русса по способу примыкания) «төрки, фәнни, ғилми, мәҙәни, дини,тасуири» һ.б. ғәрәп, фарсы һүҙҙәренән яһалған сифаттар. Фәнни эш, дини әҙәбиәт, тасуири уҡыу, төрки китап, төрки әҙәбиәт һ.б. «Көнсығыш славян телдәре» дөрөҫ төҙәтелде, славян телдәре - «славян» һүҙ төркөмө буйынса исем, «телдәре» нә эйәреп асыҡлап килә, аныҡлаусы, һөйкәлеү бәйләнеше йәғни билдәһеҙ эйәлек килеш һәм эйәлек заты ялғауы менән. --Баныу (әңгәмә) 19:17, 9 июнь 2023 (UTC)
- Йәнә ошо мәҡәләне ҡарағыҙ «Биләделелек һәм билдәһеҙлек ...» [1] --Баныу (әңгәмә) 19:17, 9 июнь 2023 (UTC)
- Баныу Тиңе булмаған яуап! Был өлкәлә барлыҡ нескәлектәрен белгән эксперттың яуабы! Рәхмәт--ZUFAr (әңгәмә) 16:48, 9 июнь 2023 (UTC)
- Баныу! Рәхмәт аныҡ һәм төплө яуабыңа! Akkashka (әңгәмә) 19:02, 9 июнь 2023 (UTC)