Фекерләшеү:Дөгө

Һуңғы хәбәр: 7 лет назад элек Айсар яҙған

  • Дөйөм фекергә килеүҙе талап иткән һорауҙар:
    1) Мәҡәлә исеме - Дөгө (ризыҡ төрө) - бигүк аныҡ түгел. Дөгө үҙе түгел, ә уның ярмаһы (дөгө ярмаһы) ризыҡ әҙерләүҙә ҡулланыла, шулай булғас, «ризыҡ төрө» тип әйтеп булмайҙыр ул. Шуға ла атама ябай ғына: «Дөгө» тип алынһа, ниндәй буталыш була һуң? --Айсар (әңгәмә) 15:54, 14 май 2017 (UTC)Яуап бирергә
    Башҡа телдәрҙә башлыса бер генә һүҙ ҡулланыла, башҡортса «Дөгө» тип алайыҡ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:38, 14 май 2017 (UTC)Яуап бирергә
    2) Текста урыҫ телендәге «Рисовое зерно» «Дөгө бойҙайы» тип яҙыла. Был да һорау тыуҙыра: «зерно» һүҙе бер нисек тә «бойҙай» тип тәржемәләнмәй (бәлки ниндәйҙер урындағы һөйләштә шулайҙыр, ҡайһы бер ерҙә күптәр ултыртҡан картуфты ла сәсәләр бит), «зерно» һүҙлектәрҙә «орлоҡ» һәм «бөртөк» тип алынған, ә «бойҙай» - кире тәржемәләгәндә - «пшеница». Бынан сығып, контексҡа ярашлы «дөгө бөртөгө» йә «дөгө орлоғо» тип яҙырға кәрәктер ул. --Айсар (әңгәмә) 15:54, 14 май 2017 (UTC)Яуап бирергә
  • Эйе, дәү атамаһын Дөгө тип кенә алайыҡ. Зерноһын - дөгө бөртөгө йә дөгө орлоғо - контексҡа ҡарап. Alfiya55 (әңгәмә) 18:11, 14 май 2017 (UTC)Яуап бирергә
  • Дөгө үҫемлеге тураһында айырым мәҡәлә (исеме «Дөгө») барлығын иҫәпкә алып, мотлаҡ булырға тейеш был мәҡәлә атамаһын «Дөгө» итеп үҙгәртеп, үҫемлек хаҡындағыһын «Дөгө (үҫемлек)» тип алырға тәҡдим итәм. --Айсар (әңгәмә) 16:56, 15 май 2017 (UTC)Яуап бирергә
«Дөгө» битенә кире ҡайтырға.