Фекерләшеү:Башҡортостан генерациялау компанияһы
Һуңғы хәбәр: 6 лет назад элек Гүзәл Ситдиҡова яҙған
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Вышка-бабушка» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 3 март 2018 |
«Башҡортостан генерациялау компанияһы» мәҡәләһен ҡатнашыусы Таңһылыу |
- Генерирование менән генерация һүҙҙәре синоним һәм икеһе лә эшләп, сығарыуҙы, етештереүҙе аңлата. Мәғәнәһендә бер аҙ ғына айырма шәйләнә: генерирование тигәнендә эш-ғәмәл мәғәнәһе көслөрәк. Разборҙа былай: генер+ир+ова+ние, генер+ир+ующ+ая, генер+аци+я, йәғни генер тамыр, ҡалғандары аффикс. Генерирлау тиһәк, урыҫта һүҙҙең үҙаллы ҡулланылмай торған өлөшөн алабыҙ һәм башҡорт теленә неграмотный һүҙ индерәбеҙ булып сыға. Генерир тигән һүҙ урыҫта ла, башҡа телдә лә юҡ. Башҡа телдән һүҙҙе улай боҙоп-киҫеп алыу дөрөҫ булмай (генер+лау тигән форма дөрөҫөрәк булыр ине, тик ҡапылда ҡолаҡҡа ятмай). Башҡортсаға күсергәндә һүҙҙең йә тамыры, йә нигеҙе алына, йә тотош һүҙ үҙләштерелә. Беҙҙең ниндәйҙер һүҙлектә лә генерирлау бар, әммә был хата һүҙ. Уны тик генерация тигән (латинда generatio) тулы формала һәм мәғәнәлә генә алыу кәрәк. Эш-ғәмәлде белдереү өсөн -лау ялғауын ҡушабыҙ: генерациялау (генерациялаусы компания, электр энергияһы генерациялау һ.б.). Alfiya55 (әңгәмә) 07:00, 2 март 2018 (UTC) - Темаға тап килә, шуға күсерелде. --Айсар (әңгәмә) 10:38, 3 март 2018 (UTC)
- Айсар Килешәм. Тәҡдим ителгән вариантта "генерирлаштырыу" тигән вариант торғанға аптыраштан һис юғы "генерирлау" тип яҙғайным) --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 11:57, 3 март 2018 (UTC)